Яйыҡ
+20 °С
Ямғыр
Новости
5 Ноябрь 2025, 04:42

Иң алдынғы ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде.

Ғәлимйән Хилажев концерт барышында тамашасыларҙың иҫенә төшөрҙө – ул Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре генә түгел, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен дә хаҡлы рәүештә йөрөтә.

Иң алдынғы ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде.Иң алдынғы ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде.
Иң алдынғы ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде.

Йыл һайын ураҡ һәм “йәшел ураҡ” һөҙөмтәләре буйынса иң алдынғы ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнә.

  2025 йыл Учалы районында ауыл хужалығы культуралары һәммәһе  21 430 гектар биләне,  ураҡ аҙағына  23 мең тоннанан ашыу  иген һуғып алынды, 12 мең гектрҙан ашыу майҙандан  мал аҙығы культуралары әҙерләнде,  22 мең тонна сенаж һалынды. 14 гектар майҙанда 150 тонна картуф һәм 37 тонна төрлө йәшелсә үҫтерелде (шәхси йорт хужалыҡтарынан тыш).

 Ағымдағы йылдың 10 айында 16 мең тоннанан ашыу һөт һауыла, 50 тонна ҡымыҙ бешелә, ит етештереү 220 тонаға етте.

  Филармонияның ҙур залына йыйылған халыҡты район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илдар Заһиров һәм БР Ауыл хужалығы министрлығы исеменән Ерҙәрҙе мелиорациялау идаралығы начальнигы урынбаҫары Артур Замановтар ҡотланы, наградалар тапшырҙы.

 -Хөрмәтле ауыл хужалығы ветерандарына – ныҡлы нигеҙ һалғанығыҙ өсөн, бөгөнгө көндә эшләгәндәргә – ҡатмарлы заманаларҙа илебеҙҙең аҙыҡ-түлек именлеген ышаныслы тәьмин иткәнегеҙ өсөн бар йөрәктән рәхмәт! Ауыл хужалығы предприятиелары ла, крәҫтиән хужалыҡтары ла, был тармаҡта мәшғүл эшҡыуарҙар ҙа махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙға гуманитар ылау туплауҙарҙа бик әүҙем ҡатнаша – бының өсөн айырым рәхмәт! – тип телмәр тотто Руслан Ғәлийән улы һәм бер кемде лә битараф ҡалдырмаған һүҙҙәр менән сығышын тамамланы. - Башҡа яҡташтарыбыҙ менән бер рәттән, ауыл хеҙмәтсәндәре лә  яу ҡырына баҫты, хәрби операцияла  ла, тыныс хеҙмәттәге кеүек, улар һынатмай. Тәү сиратта, әлбиттә, грамоталы белгес, һәләтле ойоштороусы, үҙемдең  элекке урынбаҫарым – контракт буйынса фронтҡа китеп, батырҙарса башын һалған Айҙар Нәжәт улы Заһиров  күҙ алдына килеп баҫа.  Хәҙер инде яугирҙең бер туған ағаһы Илдар Нәжәт улы Заһиров үҙе өсөн дә, ҡустыһы өсөн дә был тынғыһыҙ һәм яуаплы вазифала эшләй...

  Үҙебеҙҙең исемдән, Айҙар Нәжәт улы ихлас йәмәғәтсе булғанлығын да телгә алабыҙ, район башҡорттары ҡоролтайының президиум ағзаһы ине. Йәне йәннәттә булһын!

   Баҫыу-фермаларҙағы халыҡ та  һынатмай. Ауыл хужалығы терминологияһын ҡулланғанда, филармония залына тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең  “элитаһы” һәм “суперэлитаһы” йыйылды был көндә.

 

БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнделәр:

-Рәзидә Мәһәҙий ҡыҙы Киселева, “Байрамғол” агрофирмаһының Уральск һөтсөлөк фермаһының смена начальнигы;

-Раял Сабит улы Наурызов, “Байрамғол” агрофирмаһының машина-трактор паркы водителе.

  Учалы район хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнделәр:

-Марсель Земфир улы Әхмәҙиев, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы;

-Рушан Марат улы Ғарипов, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы;

-Ирек Сәғиҙулла улы Зөлҡарнаев,  “Урал аръяғы-Агро” машина-технология станцияһының иген келәте мөдире;

 -Алмас Шаймарҙан улы Кәримов, “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының механизаторы;

-Салауат Зиҡәт улы Мәғәфүров, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы;

-Альбина Заҡуан ҡыҙы Махиянова, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы;

-Ольга Владимровна Сизихина, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы;

-Илдар Дамир улы Таһиров, “Байрамғол” агрофирмаһының Ураҙ һөтсөлөк фермаһы тракторсыһы;

-Раят Рамаҙан улы Хәсәнов, “Байрамғол” агрофирмаһының Уральск һөтсөлөк фермаһы келәтсе-мал аҙығы әҙерләүсеһе;

-Зәвилә Риф ҡыҙы Йәмилова, “Байрамғол” агрофирмаһының машина-трактор паркы диспетчеры;

-Әлфиә Хәҙис ҡыҙы Ғилмейәрова, Учалы ветеринария станцияһының лаборатория мөдире;

-Зөһрә Хөснитдин ҡыҙы Хәсәнова, шәхси эшҡыуар.

   Район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән билдәләнделәр:

-Рәжәп Сөнәғәт улы Билалов, “Бирғәлин И.Ғ.” крәҫтиән-фермер хужалығының тракторсы-машинисы;

-Әлмира Үәжетдин ҡыҙы Кәримова, “Кәримов Б.М.” шәхси предприятиеһының бухгалтеры;

-Гүзәл Ғариф ҡыҙы Яриева, “Шатлыҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең икмәк бешереүсеһе.

   Рәсми рәүештә район хакимиәтенең рәхмәте иғлан ителде:

-Сәлимйән Хәкимйән улы Сәғитов, “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының водитель-экспедиторы.

   Рәсми рәүештә район хакимиәтенең рәхмәте иғлан ителде:

-Алик Рафиҡ улы Юнысов, “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының комбайн механизаторы.

  Төрлө тармаҡта иң яҡшы хужалыҡтар һәм белгестәр билдәләнде. Шул иҫәптән:

-“Үҫемлекселек һәм малсылыҡта иң юғары күрһәткестәргә ирешкән хужалыҡ” – “Байрамғол” агрофирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт;

-“Малсылыҡ үҫештереү буйынса иң яҡшы крәҫтиән-фермер хужалығы” – Эльвир Рәфҡәт улы Хәлитовтың хужалығы;

-“Үҫемлекселек үҫештереү буйынса иң яҡшы крәҫтиән-фермер хужалығы” – Илшат Рифҡәт улы Ҡотлобаев;

-“Йылҡысылыҡ үҫештереү буйынса иң яҡшы хужалыҡ” – “Юлдаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт;

-“Ауыл хужалығы ерҙәрен үҙләштереү буйынса иң яҡшы хужалыҡ” - “Урал аръяғы-Агро” МТС-ы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт;

-“Иң яҡшы иген комбайны операторы” –   Семен Викторович Ушаков,  “Байрамғол” агрофирмаһының механизаторы;

-“Иң яҡшы мал аҙығы комбайны операторы” – Рифат Өлфәт улы Ишмөхәмәтов, “Байрамғол” агрофирмаһының механизаторы;

-“Туңға һәм пар ерҙәрен һөрөүҙә иң яҡшы механизатор” – Рафиҡ Рәхимйән улы Ҡасимов, “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының тракторсыһы;

-“Иң яҡшы машина менән һауыу операторы” – Клара Йәдкәр ҡыҙы Бүләкова, “Байрамғол” агрофирмаһының һауынсыһы;

-“Иң яҡшы водитель” – Сәлимйән Хәкимйән улы Сәғитов, “Урал аръяғы-Агро” МТС-ының водитель-экспедиторы.

  Байрам-тантана барһа ла, эшлекле әңгәмә өсөн дә форсат табылды. “Урал аръяғы-Агро” МТС-ы директоры  Ғәлимйән Ғабдуллайән улы Хилажевтың кәйефе көр:

-Форсаттан файҙаланып, гәзит аша ла бөтә хеҙмәттәштәремде байрамыбыҙ менән ҡотлайым! Беҙҙең хәлдәр яҡшы: сәсеүҙе лә, ураҡты ла оҙайлы ямғырҙарға тиклем башҡарып өлгөрҙөк, агротехниканы теүәл үтәнек. Шуға ла уңыш бик шәп – гектарына 28 центнер иген. Әле пай эйәләренә натуралата хаҡ түләү - ашлыҡ тартатыу  менән булабыҙ, орлоҡ әҙерләнә башланы. Шулай уҡ, киләһе уңышты хәстәрләп 80-дән ашыу процентта баҫыуҙарҙы туңға һөрҙөк, осона сығырға күп ҡалманы.

-Һеҙҙә яңы инвестор тип ишеткәйнек, яңы һепертке яңыса һеперәме?

-Эйе, ГАП “Ресурс” ҡарамағына күстек. Рәсәйҙә иң эре агрохолдингтарҙың береһе – эшкәрткән һөрөнтө ерҙәр майҙаны буйынса (750 мең гектар самаһы)  бөтә илдә 5-се урында. Һәм йылдам үҫешә бара. Беҙҙең МТС-ҡа килгәндә, бөтә техниканы яңыртырға вәғәҙә иттеләр һәм сәсеүлектәрҙе арттырыуҙы тапшырҙылар, киләһе йыл, Аллаһ бойорһа, 7 мең гектарға етекеребеҙ.   Ғөмүмән, һәр кем үҙ кимәлендә тырышырға тейештер – беҙҙең коллектив  ғәҙәтләнгәнсә намыҫлы эшләп, ярайһы уңыштарҙы тәьмин итәсәк, ә кем стратегик кимәлдә корпорация менән  етәкселек итеүе, эйә тип һаналыуы  әллә ни мөһим дә түгелдер. Минең өсөн шуныһы көн кеүек асыҡ – “Ресурс” ғәйәт ҙур күләмдә ҡош ите етештерә икән, ем дә һәр саҡ бик күп талап ителәсәк, продукциябыҙға ихтыяж кәмемәйәсәк. Беҙ ҙә ошо маҡсатта быйылғы игенде Троицк элеваторына, Татарстан ҡошсолоҡ фабрикаларына  оҙата башланыҡ.

(Интернет аша ГАП “Ресурс” – агропредприятиелар төркөмө тураһында байтаҡ мәғлүмәт таптыҡ. 40 меңдән күберәк кеше эшләй копорацияла,  Рәсәйҙең ике тиҫтәнән ашыу республика-өлкәләренән ауыл хужалығы преприятиеларын берләштерә. Былтыр  1,07 млн тн ҡош ите, 346 мең тн үҫемлек майы, 171 мең тн колбаса изделиелары, 1,92 млн тн ҡатнаш аҙыҡ етештерелә – бындай күләмдәрҙе күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын! 75 ил менән хеҙмәттәшлек итеүҙәрен, байтаҡ продукция экспортланыуын да билдәләргә кәрәк, шул иҫәптән, Рәсәйҙә беренсе булып тулыһынса хәләл аҙыҡ-түлек етештереү талаптарына яуап биргән  ҡошсолоҡ комбинаты булдырып, Яҡын Көнсығыш илдәренә  экспорт башҡаралар.  Бындай партнерҙар менән Учалы МТС-ы артабан тик үҫешәсәк тип көтөргә тулы өмөт бар!)

  Икмәк булһа, йыр ҙа була тиҙәр. Йыр ғына түгел, бейеү ҙә!  Ғәлимйән Хилажев концерт барышында тамашасыларҙың иҫенә төшөрҙө – ул Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре генә түгел, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен дә хаҡлы рәүештә йөрөтә. Дәртленән-дәртле “Ҡалҡан” ансамбле составында баш бейеүсе булып сығыш яһауы алҡыштарға күмелде.  Ғөмүмән, бик матур концерт күрһәтелде. Филармония йырсылары, рус йырҙары хоры, “Ҡойон” ансамбленең ҡурсаҡтай йәтеш ҡыҙҙары шаян шәреҡ бейеүен башҡарыуы – барыһы ла тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Шулай ҙа ике коллективты айрырып әйтәһе килә. “Байрамғол егеттәре” вокаль төрөкөмө “Ялан батыры” йырын башҡарыуы ныҡ тәьҫирләндерҙе – ауыл хужалығы кешеһе хеҙмәтенә ниндәйҙер уникаль  гимн-мәдхиә бит ул!   Ә “Хазина” фольклор төркөмө башҡарыуында әүәле тормоштан, әммә мәңге йәш “Косилка, молотилка”  сағыуҙан-сағыу сәхнәләштерелгән  тамашаға әйләнде. Барыһына ла афарин.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, урындағы артистар көсө менән төрлө концерттар йыш үткәрелеп тора, йышыраҡ тамаша ҡылығыҙ, йәмәғәт!  Егәрле, эшһәйәр, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес һәләтле, дәртле кешеләр йәшәй бит быҙҙең төбәктә. Һәр кемебеҙҙең ҡәҙерен генә белер кәрәк.

Һәм һоҡланыу хистәрен һис тә йәшермәҫ кәрәктер. Башҡорт халҡының аҡыллынан-аҡыллы бер мәҡәле иҫкә төшә –“Булыр илдең балаһы бер-береһенә “батыр” тиер, бөлөр илдең балаһы бер-береһенә “бахыр” тиер…

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас