

Ул диванда йәшерелгән ҡыҙының кәүҙәһе менән бер аҙна тирәһе йәшәгән тигән фараз бар. Был хаҡта РТ каналы хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанағына һылтанып хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, Учалы районынан 43 йәшлек ҡатын ҡыҙы менән Силәбелә фатирҙы ҡуртымға алған. Башта - бер нисә көнгә, әммә һуңынан ул көн һайын ҡуртым ваҡытын оҙайта һәм бер айҙан ашыу йәшәй. Маникюр оҫтаһы булып эшләй, үҙен тыныс тота, шик тыуҙырмай.
2 ноябрҙә фатир хужабикәһе торлаҡты бушатырға кәрәклеге тураһында иҫкәртә.
Йыйыштырыусы яңы йәшәүселәр өсөн фатирҙы әҙерләргә килгәс, бүлмәлә көслө насар еҫкә юлыға, ә кухняла ҡан эҙҙәрен күрә. Диванда ул целлофан ҡара пакетҡа төрөп ҡуйылған сабыйҙың кәүҙәһенә тап була. Уның тәнендә дүрт бысаҡ яраһы табыла.
Учалы районы һәм Силәбе өлкәһе хоҡуҡ органдарының берҙәм эш итеүҙәре ярҙамында әсәне Учалыла ҡулға алалар. Уны территориаль тәфтиш бүлегенә алып киләләр, хәҙер һорау алалар. Ҡатын үҙ ғәйебен танмауҙы дауам итә. Ваҡыт-ваҡыт уның истерикаһы башлана, ул йыш ҡына балаһының үлеме өсөн илай, әммә башҡа ғәйепләнеүселәр бармы-юҡмы икәнен әйтмәй.
«Баланы үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәфтишселәр енәйәт мотивын һәм фажиғә шарттарын асыҡлай.
Фажиғәне Рәсәй Тәфтиш комитеты башлығы Александр Бастрыкин контроленә алған.
Әлиә ДАУЫТОВА.