Яйыҡ
+19 °С
Ямғыр
Новости
12 Ноябрь 2025, 04:45

Учалынан йәш һыбайлы уҡсылар Сибайҙа балҡынылар.

Исхаҡовтар ғаиләһе - милли тамырҙарға тоғролоҡ өлгөһө!

Учалынан йәш һыбайлы уҡсылар Сибайҙа балҡынылар.Учалынан йәш һыбайлы уҡсылар Сибайҙа балҡынылар.
Учалынан йәш һыбайлы уҡсылар Сибайҙа балҡынылар.

Ҡолош ауылы егете, бөгөнгө көндә Иманғолда көн күргән Илдар Иршат улы Исхаҡовтың уғатарлыҡ, һуңғы йылдарҙа – һыбай килеш яндан атыуҙағы ҡаҙаныштары тураһында  гәзитебеҙҙә күп яҙҙыҡ. Шул иҫәптән өс йыл элек Ҡалмыҡстанда үткән оло турнирҙа бөтә Рәсәй кимәлендә иң мәргән тип танылғайны.  Исхаҡовтар шулай уҡ дөйөм ғаилә командаһы менән сығыш яһап, ижади конкурстарҙа ла уңыштарға өлгәшә килә. Район “Матур ғаилә – ил күрке” конкурсында – Гран-при, БР  кимәлендә Ғаилә йылына бағышлап үткәрелгән конкурста призерҙар, хатта, Бөтә Рәсәй бәйгеһендә лә “Йолаларҙы һаҡлаусылар” номинацияһында беренсе булдылар. Атай кеше улдарын егет шөғөлдәренә өйрәтһә, әсә кеше ( Баймаҡ районынан  Гөлнур Зиннур ҡыҙы, һөнәре буйынса табип-педиатр)  иһә милли мәҙәниәт, йола-ғәҙәттәр мөхитендә улдарын тәрбиәләү өсөн үҙен яуаплы итеп тоя. Башҡорттарҙа юҡҡа ғына туған телде “әсә теле” тип әйтмәйҙәр бит ул! Ә татыу ғаиләлә 4 ул тәрбиәләнә: Исмәғил, Бәхтиәр, Мортаза һәм Ҡасим.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арнап, һыбай уҡ атыу буйынса үҫмерҙәр һәм балалар араһында Сибай ҡалаһының асыҡ беренселеге үтте, унда Исмәғил менән Бәхтиәр оҫталыҡ үә егетлектәре менән тамашасыларҙы таң ҡалдыра ла инде. Сибай беренселеге тип аталһа ла, Өфөнән, күрше райондарҙан байтаҡ йәш спортсылар йыйыла. Балалар өсөн бындай ҙур бәйгеләр  бөтә республика кимәлендә  лә әлегә үткәне юҡ, тиҙәр белгән кешеләр.

Исмәғилгә “корея маршрутында” тиңдәр табылмай, “венгр маршрутында” өсөнсө булып, дөйөм иҫәптә көмөш миҙал яулай.Бәхтиәр  ике рейдта ла (ярыш төрҙөре)  беренсе булып, дөйөм иҫәп буйынса ла алтын миҙалға өлгәшә.  Учалы данын киң таратҡан егеттәр, уларға алмашҡа үҫеп килгән ҡустылары  тураһында ентекләберәк яҙып китәйек.

Исмәғил – Иманғол мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы. Атаһының хужалыҡ буйынса төп ярҙамсыһы, “йылҡы ене ҡағылған” тиергә була уның тураһында.

Бәхтиәр ҙә һыбайлы (жокей) булараҡ киң танылып өлгөргән үҫмер (4 йәштән – уғатар, 6 йәштән һыбай менә). “Башҡорт аты” бәйгеһендә 3 йыл рәттән ҡатнаша, чемпион йә призер була килә. Ә “Олотау йыйыны” бәйгеһендә 4 заезда ҡатнашып, өсөһөндә алтын миҙал яулай!  Бындай ҡаҙаныштары бихисап. Үҫмер булғас кәүҙәгә еңел, шул уҡ ваҡытта сапҡындар менән оҫта идара итә, ярыш тактикаһын яҡшы белә. Шуға ла үҙебеҙҙең район ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә сапҡындарҙың эйәләре тап уның һыбайлы булып бәйгелә сығыш яһауын һорап йыш мөрәжәғәт итәләр. 12 генә йәшендә һыбайлы уғатарҙарҙың Халыҡ-ара квалификациһы буйынса (International Horseback Archery Alliance -IHAA)  S1 разрядына эйә  бөтә Башҡортостанда берҙән-бер үҫмер бит ул! Был ғына етмәгән тиерһең,  "Горняк" клубының балалар футбол командаһында ла уйнай. Мәктәптә тырышып уҡыу, йорт эштәрендә булышлыҡ итеү тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәйҙер.

  Мортаза  ла кесе йәштән ысын илһөйәр булып үҫеп килә, ата-әсәһенә ярҙамсы, хоккей менән шөғөлләнә, һәм, әлбиттә, һыбай йөрөү, кереш тартыу  оҫталыҡтарын үҙләштерә. Илдар Иршат улы уны ла Сибайҙа сығыш яһай алыр ине, тигән фекерҙә, әммә бәләкәйерәк булғас йәлләй, нығынһын әле, ти. Һәм яҡын киләсәккә хыялы менән уртаҡлашты: “Аллаһ бойорһа, 3 улым, 3 атым менән дә был беренселеккә килербеҙ әле!”

 Ә кескәй Ҡасим атаһының, ағаларының шөғөлдәрен ихлас күҙәтә, семтем дә шөбһә юҡ, ваҡыты еткәс, атанан күреп, уҡ та юнасаҡ, һыбай ҙа сабасаҡ, иншаллаһ!

  Илдар Иршат улына тренерлыҡ эше менән генә булырға

форсат юҡ, ҙур ғаиләне аҫрау өсөн сәнәғәт предприятиһында эшләй. Әммә остазлыҡ өсөн дә ваҡыт табыла. Ташкисеү йылғаһы буйында яланды яраҡлаштырып, һыбай уғатарлыҡ серҙәренә өйрәтә бар теләгән кешеләрҙе, тәү сиратта – үҙ улдарын. Хәйер, быға “Башҡорт аты традицияларын үҫештереү” республика программаһы күпмелер дәрәжәлә  булышлыҡ итә.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас