

2025 йылдың ноябренә 1,56 миллион кеше, шул иҫәптән:
942 000 өлкән кеше
622 000 бала
10 000 йөклө ҡатын вакциналау үткән.
Ҡайҙа һәм нисек прививка яһатырға?
Грипҡа ҡаршы вакцинаны теркәлгән йәки беркетелгән урында эшләтергә мөмкин. Кәрәкле документтар: паспорт, СНИЛС, прививка сертификаты (булһа).
Яҙылыу ысулдары – Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, 122 телефоны буйынса йәки участка терапевтында.
Кемгә прививка яһау айырыуса мөһим?
мәктәп уҡыусыларына
60 йәштән өлкәндәргә
ваҡытлыса медицина сикләүе тамамланғандарға (киләһе 2 аҙнала тәҡдим ителә)
эшләүсе өлкәндәргә
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һаулығығыҙҙы хәстәрләүҙе оҙаҡҡа һуҙмағыҙ!