

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, талантлы композитор Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы (1 ғинуар 1935 йыл — 15 октябрь 2013 йыл) тураһында тыуған төбәгендә ишетмәгән кеше юҡтыр.
Ғаиләһе лә даһиға тиң кешеләр, ҡатыны - Нажиә Һибәт ҡыҙы Аллаярова — “Учалы һандуғасы”, данлыҡлы йырсы, Башҡорт АССР-ының халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, ә Миләүшә Абрар ҡыҙы Иҙрисова — музыка белгесе, журналист, педагог, сәнғәт ғилеме кандидаты БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Абрар Хаҡ улының тыуыуына 90 йыл айҡанлы Учалы ауылының Балалар сәнғәт мәктәбендә Асыҡ вокаль сәнғәт конкурсы үтте. Ижади бәйге 5 йәш төркәмдәрендә бара.
Гран-при яулаусы – Уральск балалар сәнғәт мәктәбенән Руслан Азизов.
Төрлө йәштәрҙә лауреаттар исемлеге. 1-се дәрәжә – Тимур Рәхимов, Лилиә Хажиәхмәтова, Алтынай Бижанова, Гөлнара Тимербаева. 2-се дәрәжә –Илһам Мөхәмәтҡужин, Иҙел Хәлитов, Илназ Үҙәнбаев, Динара Ғабдрахманова. 3-сө дәрәжә – Нәргизә Хажиева, Арслан Ғарипов, Лиә Фәйзуллина, Флүзә Сөләймәнова.
Уральск балалар сәнғәт мәктәбенән “Солнышко” вокаль ансамбле, Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжынан Ғайсар Ильясов Ғабдрахмановтар ғаиләһенең махсус приздары менән билдәләнде.
Был конкурс киләһе йылдарҙа ла дауам итер, ҡатнашыусылар географияһы киңәйер, тип өмөт белдерҙеләр район мәҙәниәт бүлегендә.