

Хәҙерге спорт донъяһы традицион йүнәлештәрҙән тыш, төрлө ағымдар, заманса технологиялар һәм ваҡытлыса яңылыҡтар менән тулы. Шулай ҙа бокс барлыҡ ошо төрлөлөк араһында күпселек һуғыш сәнғәтенең нигеҙ ташын тәшкил итә. Беҙгә боронғо замандарҙан уҡ билдәле булған бокс профессиональ спортсылар һәм һәүәҫкәрҙәр араһында ла популярлыҡ менән файҙалана.
Беҙҙең Учалы районында ла был спорт төрө ярайһы уҡ популяр, тип әйтергә мөмкин. Бөгөнгө көндә ҡала-районыбыҙҙа бокс буйынса өс секция уңышлы эшләй. Учалы ауылында ҡыҙ-егеттәр Айҙар Таипов етәкселегендә шөғөлләнһә, ҡалала балаларҙы Айнур Джантаев, Ирек Сабанбаев күнектерә. Өҫтәүенә, Ирек Абдулхай улы Урал аръяғы бокс федерацияһы рәйесе лә булып тора. Ҡыйыулыҡ һәм таһыллыҡ талап иткән был спорт төрө тураһында күберәк белеү маҡсатында беҙ Ирек Сабанбаевтың үҙенә мөрәжәғәт иттек.
- Бокс менән шөғөлләнеү еңел түгел. Шуға күрә секцияға килеүселәрҙең барыһы ла түҙмәй, күнекмәләрҙе ташлаусылар ҙа йыш осрай. Ә кемдәр ылыға, ныҡлап шөғөлләнә башлай – был ҡыҙ-егеттәр күҙгә күренеп үҙгәрә бара. Ни тиһәң дә, бокс ҡаты тәртип, ныҡышмалылыҡ, уйлай белеү, ҡыйыулыҡ кеүек һыҙаттар менән ауаздаш бит. Әлеге ваҡытта ҡала-районыбыҙҙа яҡынса 100-ҙән ашыу бала бокс менән шөғөлләнә. Араларында етди уңыштарға өлгәшеүселәр, чемпион исемен яулаусылар ҙа бар. Был бик һөйөндөрә, әлбиттә. Тимәк, бокс юғалмай, үҫешә, популярлаша ғына бара тигән һүҙ.
Ирек Абдулхай улы, билдәләүебеҙсә, Урал аръяғы бокс федерацияһы рәйесе лә. Барлыҡ Урал аръяғы райондарында был спорт төрөн үҫтереү, шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү юҫығында эшләй. Даими рәүештә уҙғарылған район-ара ярыштар иһә егет-ҡыҙҙарға оҫталыҡтарын арттырырға, тәжрибә тупларға ярҙам итә. Мәҫәлән, 14-15 ноябрҙә район мәҙәниәт йортонда уҙған Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәптәренең бокс буйынса беренселеге тап был спорт төрөндә оҫталыҡ арттырыуға йүнәлтелде лә инде. Сара махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылына ла арналды.
Ярышта ҡатнашыусыларҙың күплеге лә хайран ҡалдырҙы. Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет һәм Учалы райондарынан 2010-2015 йылдарҙа тыуған егеттәр таһыллыҡта, ныҡлыҡта, сослоҡта көс һынашты.
- Уҙған быуаттың 80-се йылдарын хәтерләйем, ул саҡта, йәш спортсы булараҡ, Учалы егеттәре Ирек Сабанбаев, Айнур Джантаев, Артур Насыров һәм башҡалар менән көрәшә торғайным. Уларҙың остазы Владимир Осокин булды. Бокс үҫеше өсөн ул күп эшләне. Дуҫтарса осрашыуҙар һәр ваҡыт кәрәк. Бындай ярыштарҙа ҡыҙ-егеттәр тәжрибә туплай, үҙҙәрен күрһәтә, башҡаларға ҡарай. Бар яҡ өсөн дә отошло, - тигән фекерҙә Баймаҡ тренеры Алексей Евстигнеев.
Әйткәндәй, 27 ноябрҙән 7 декабргә тиклем Өфөлә Көрәш һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса 26-сы Рәсәй чемпионаты үтәсәк. Был күләмле сара икенсе тапҡыр республиканың баш ҡалаһында ойошторола, был ҡаланың илдең алдынғы бокс үҙәктәренең береһе булараҡ юғары статусын күрһәтә. Миҙалдар өсөн Рәсәйҙең 180-гә яҡын көслө спортсыһы көрәшер тип көтөлә. Республиканан 7 ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаусы 11 һәләтле ҡыҙ сығыш яһаясаҡ. Уларҙың алыштарын 50 тренер ентекләп күҙәтәсәк, ә 35 тәжрибәле судья баһаларҙың ғәҙеллеген һәм аныҡлығын тәьмин итәсәк.