Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Ноябрь 2025, 06:02

Ҡара диңгеҙ буйында башҡорт моңдары

“Ирәмәл” халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Рус теле һәм Рәсәй мәҙәниәтенең Халыҡ-ара фестивале” йыйынында ҡатнашты.

Ҡара диңгеҙ буйында башҡорт моңдарыҠара диңгеҙ буйында башҡорт моңдары
Ҡара диңгеҙ буйында башҡорт моңдары

 

  «Смена” Бәтә Рәсәй балалар үҙәгендә (Краснодар крайының Анапа районы Сукко ҡасабаһы) Уральск ҡасабаһынан өлгөлө  “Ирәмәл” халыҡ бейеүҙәре ансамбле “Рус теле һәм Рәсәй мәҙәниәтенең Халыҡ-ара фестивале”йыйынында ҡатнашты.

  Форумды асҡанда уҡ йәш яҡташтарыбыҙҙың “Яйыҡ буйында” бейеүен башҡарыуҙары алҡыштарға күмелә, артабан  күп сығыш яһарға тура килә оло тамашасылар аудиторияһы һәм етди жюри алдында.

  Учалынан 18 баланан торған делегацияны, Өфөнән, Мәсетле районынан  биш-алты ҡурайсы, ҡубыҙсы ҡыҙ-малайҙарҙы “Ирәмәл”ижад үҙәге директоры Динара Мөжәүирова, ансамбль етәксеһе Гөлиә Кәримовалар оҙатып-ҡурсалап алып баралар.

  -Фестиваль ойошторолоу кимәле ифрат юғары булды! – тиҙәр улар. – “Смена” балалар үҙәге айырым ҡала рәүешендә заманса төҙөлгән, матур һәм уңайлы. Һыу инеү миҙгеле үтһә лә, балалар, исмаһам, Ҡара диңгеҙгә ҡарап һоҡланып туя алманы, беҙҙең халыҡ өсөн сикһеҙ һыу даръяһы танһыҡ бит!. Фестиваль бәйге йә концерт  рәүешендә генә үтмәүе лә   күңелгә хуш килде.  Тренингтар, оҫталыҡ дәрестәре, дискуссия-әңгәмәләр ҡыҙыу һәм ҡыҙыҡлы барҙы, тамаша-уйындар гөрләп торҙо, шатлыҡлы ауаздарға, көлөү тауыштарынан сыңланы. Ойоштороусыларға бының өсөн айырым рәхмәт!

  Яҡташтарыбыҙ, әлбиттә, һынатманы. Төп, «Рәсәй таланттары» конкурсында еңеүселәребеҙ:

 1-се урын - Фаина Захарова (“Оҙон сәс” бейеүе) , Вероника Хәкимова (“Бөрйән ҡыҙы”) , Диләрә Мөжәүирова (“Ләүсатин”), Арсен Кәримов (“Маршрут”), Вилада Әсәҙуллина, “Ауаз” ҡурайсылар ансамбле.

2-се урын – Динислам Үҙәнбаев (“Ауыл малайы”).

3-сө урын – Айһылыу Таипова (“Заһиҙа”).

  Шулай уҡ Аслан Юлдашевтың “Тәбиғәт һаҡсылары” командаһы  “Донъя балалары” сессияһы сиктәрендә  “Эко-киләсәк” номинацияһында еңеүсе була, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса тәҡдимдәре юғары баһалана. Нәҡ Асланға Башҡортостан Республикаһы флагы күтәреү хөрмәте күрһәтелә.  “Сәләмәтлек яғында” номинацияһында ла беҙҙекеләргә  тиңдәр табылмай.

   Бынан тыш, бөтә фестиваль барышы һөҙәмтәләре буйынса төрлө  номинацияларҙа айырым  билдәләнделәр:

 “Автор һүҙе” – Әмилә Ғүмәрова.

 “Илһам” -  “Ауаз” ҡурайсылар ансамбле.

 “Фестивалдең махсус призы” –Вилада Әсәҙуллина.

 “Фестиваль йәме” – “Ирәмәл” халыҡ бейеүҙәре ансамбле. Әйтер кәрәк, Фәнис Фәсих улы һәм Гөлиә Ишдәүләт ҡыҙы Кәримовтар әҙерләгән коллектив алған был приз – бөтә мәртәбәле йыйындың иң почетлы наградаһы тип иҫәпләнә.  Юҡҡамы ни, Кубок та тап беҙҙекеләргә тапшырылды! Икһеҙ-сикһеҙ илебеҙҙең бөтә тарафтарынан 1411 йәш һәләт эйәләре йыйылған ижади конкурс өсөн бик тә лайыҡлы ҡаҙаныштар!

  Сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, дәрт-дарман, ижади энергия өсөн Арсен Кәримов Донъя халыҡтары ассамблеяһының Рәхмәт хаты, электрон ҡоролма  менән бүләкләнә.

 Һәр ҡатнашыусы РФ Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы  “Рус теле һәм Рәсәй мәҙәниәтенең Халыҡ-ара фестивале”, “Минең  ҡыҙҡһыныу” программалары буйынса өҫтөмә белем алыуҙарын рәсми  таныҡлыҡтар менән раҫланы.

 “Ирәмәл” коллективы, бөтә республикабыҙҙы вәкилләү мөмкинлеге биргәндәре өсөн “Башҡортостан пионерҙары”  төбәк балалар йәмәғәт ойошмаһына, Учалы районының мәғариф бүлегенә рәхмәт белдерә.  Сәфәр сығыуҙа матди ярҙам күрһәткән “Учалы элеваторы” йәмғиәтенең дә булышлығы бик әһәмиәтле булған.

  Был йыйынды РФ Мәғариф министрлығы, “Минең тарих” гуманитар фәндәргә булышлыҡ фонды, Армавир дәүләт педагогика университеты,  Герой-ҡалалар  дәүләт-ара союзы, Донъя халыҡтары ассамблеяһы ойоштора.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас