Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
26 Ноябрь 2025, 09:52

Учалы башҡорттары ҡоролтайы

Быйыл – “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзының 30 йыллыҡ юбилейы. Ошо айҡанлы ҡайҙа ла тантаналы йыйылыштар үтә.  Учалы башҡорттары йыйынына ла күп кеше килде.

Учалы башҡорттары ҡоролтайыУчалы башҡорттары ҡоролтайы
Учалы башҡорттары ҡоролтайы

Бергә булайыҡ,

берҙәм булайыҡ!

Быйыл – “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзының 30 йыллыҡ юбилейы. Республикабыҙҙың 70 ҡала-районында, Рәсәйҙең 36 төбәгендә, донъяның 28 илендәге башҡорттарын берләштерә был структура.

Ошо айҡанлы ҡайҙа ла тантаналы йыйылыштар үтә.  Учалы башҡорттары йыйынына ла күп кеше килде. Киңәйтелгән ҡоролтай ултырышы яҡшы йола буйынса аяғүрә тороп ҡурайсыларҙың мәшһүр “Урал” көйөн тыңлауҙан башланды. Тағын бер тапҡыр хөрмәт йөҙөнән  аяҡҡа баҫтыҡ – МХО-ла баштарын һалған яугирҙарыбыҙҙы иҫкә алғанда.

 Тантана булһа ла, махсус операция темаһы бер нисек тә ситтә ҡалдырырлыҡ түгел шул. Йыйынды сәләмләгәндә район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Алик Сәләхетдинов һыҙыҡ өҫтәнә алды, әлеге мәл беҙҙең иңдәге  төп бурыс -  берҙәмлекте, татыулыҡты  һаҡлау, милләт-ара, конфессия-ара низағтарға, экстремизмға юл ҡуймау.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова эшмәкәрлеккә төплө анализ яһаны. “Тәү бурыс – демография, беҙ күп булырға тейешбеҙ! Икенсе төп мәсьәлә – тел, - тигән фекерҙә Эльвира Ринат ҡыҙы.  Башҡа кисектермәй хәл итәһе һорауҙар ҙа  бихисап, БР етәкселеге ярҙамында улар хәл ителә, әммә президиум рәйесе бик тә хаҡлы рәүештә әйтте: “ Беҙҙән башҡа башҡорттар юҡ донъяла! Фәҡәт үҙебеҙ милләт булараҡ һаҡланыуыбыҙҙы, үҫешеүебеҙҙе хәстәрләмәһәк, ситтән бер кем дә ярҙамға килмәҫ. Һәр кемебеҙ үҙебеҙҙән башлайыҡ”. Һәм сығышын ҡоролтайҙың ғына түгел, бал халҡыбыҙҙың девизы менән тамамланы “Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!” Амин!

Район ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадиров ҡыҫҡаса отчет яһаны. Йәмәғтселәрҙең тырышлығы тураһында гәзитебеҙҙә даими яҙып торабыҙ. Ҡоролтайҙың, уның рәйесенең эшмәкәрлеге юғары баһаланды. Бер генә тәнҡит ишеттек – ойошманың социаль  селтәрҙәге төркөмөнә кеше аҙ яҙылған, зинһар, өҫтәлегеҙ, гәзит уҡыусылар, адрес -https://vk.com/club186660550

Зилә Шәрәфетдинова “Теле барҙың – иле бар” тигән докладты ихлас тыңланыҡ. Эйе, күбебеҙ телебеҙҙе ҡоротоуға юл ҡуйыусы ғына түгел, фәҡәт – ҡоротоусыларҙың үҙҙәре....

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы  - «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы күренекле йәмәғәтсе  Римма Минһажева һәм Фәнүз Йәғәфәровтарға тапшырылды. Ҡоролтайҙың Рәхмәт хатына  тарих белгесе Фәнүр Шаһиев лайыҡ булды. Шулай уҡ милли-мәҙәни сәйәсәттең ғәмәлгә ашырылыуына тос өлөш индергән Илнур Хисмәтов менән Айһылыу Яҡуповалар муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.  Ә ағинәйҙәр ҡороноң алыштырғыһыҙ етәксеһе, күркәм юбилейын билдәләгән  Мәрзиә Солтанбаева район ҡоролтайының ҡиммәтле  бүләге һәм сәскәләр гөлләмәһе менән тәбрикләнде. Нисәмә йыл ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан, масштабы киңәйә генә барған һәм тап ҡоролтайҙың инициативаһы менән йәйелдерелгән  “Айыҡ ауыл” конкурсы әүҙемселәре лә наградалар менән билдәләнде. Барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Сәләмәт йәшәйеш темаһы йыйында иғтибар үҙәгендә булды. Ҡоролтайҙың комиссия рәйесе, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мурзабаева бик күп файҙалы мәғлүмәт еткерҙе. Әйткәндәй, был конкурстың саф башҡорт телендә, матур һәм мәғәнәле гимны бар икән. Тыңлап кинәндек.

 

Йыйын бик матур ойошторолдо. Юбилей менән бәйле башҡа саралар ҙа үтте, был хаҡта киләһе мәҡәләләрҙә.

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас