

Учалы районында эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Р.А. Баталова булып китте.
Рима Аҡбирҙе ҡыҙы башта район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов менән осрашып, төбәгебеҙҙә балалар спортын үҫештереү мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар.
Һуңынан депутат “Мәрхәмәт бүләк ит” ойошмаһы ағзалары менеән осрашты. 2019 йылдан уңышлы эшләп килгән был ойошма, уның етәксеһе Регина Абзалова тураһында беҙ ҙә гәзиттә йыш яҙабыҙ. Яҙмаҫлыҡ та түгел бит! Физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларға йәмғиәттә тиң булып йәшәү һәм эшләүгә әҙерләү, һәләтәтрен асыҡлау һәм үҫештереү, ялдарын файҙалы һәм мауыҡтырғыс үткәреү тәңгәлендә тырышлыҡтары һоҡландырмау мөмкин түгел. Бик грамоталы, заманса эш итә беләләр бит әле: “Мәрхәмәт бүләк ит” коммерцияға ҡоролмаған ойошмаһы (АНО) 5 тапҡыр федераль гранттар конкурсы еңеүсеһе булды, 1 тапҡыр – республика кимәлендә. Быйыл да РФ Президенты гранттапры конкурсы еңеүселәре исемлегенә ингәндәр. Юллап алынған грант аҡсалары һәм урындағы власть органдары, бағыусылар ярҙамы менән тренажержар менән йыһазландырылған спорт залдары булды, туристик инвентарь, спорт уйындары, музыка ҡоралдары һәм аппаратураһы, тегеү станоктары, ҡул эштәре өйрәнеү өсөн ҡоролмалар байтаҡ ҡайтартыла. Һөҙөмтәлә ҡыҙ-малайҙар музыка, йыр-бейеү, спорт, туризм, ҡул эштәре менән мөкиббән китеп шөғөлләнә, төрлө саралар, байрамдар, ярыштар йыш үткәрелә. ( Депутат менән әңгәмәләшкәндә Руслан Ғәлийән улы Регина Данил ҡыҙы адресына өс тапҡыр “Молодец ул!”- тип маҡтауын иғтибарға алғайныҡ һәм был баһа менән тулыһынса килешәбеҙ!)
Дәүләт Думаһы депутаты эш сәфәренең киләһе пункты – Учалы коррекция мәктәп-интернаты. Бында иһә Рима Баталованы капиталь ремонт һҡҙҡмтәләре менән шатланып таныштырҙылар. “Мәғарифтың мәктәп системаларына модернизация” федераль проекты буйынса
Бинаның тышҡы яғы яңыртыла һәм йылытыла, ҡыйыҡ ремонтлана, кәртә алмаштырыла, биләмәләргә асфальт түшәлә. Бинаның эсендә лә яҡшы ремонт үткәрелгән, янғын сигнализацияһы яңыртыла, бассейн рәткә индерелә, мебель тулыһынса яңыртыла, яңы йыһаздар һатып алына. Телгә алған федераль проект сиктәрендә 2026 йыл мәктәп-интернаттың 1-се корпусына ремонт та планлаштырылған.
Рима Аҡбирҙе ҡыҙы башҡарылған эштәргә юғары баһа бирҙе, коллектив һәм балалар менән ихлас аралашты, уңыштар теләне һәм “Спорт – һәр кем өсөн” хәйриә проектын тормошҡа ашырып, 24 пар саңғы бүләк итте.
-Инклюзив спортты үҫештереү – минең, “Балалар спорты” проектының региональ координаторы булараҡ, төп эшмәкәрлек йүнәлештәренең береһе. Һәр баланың, ниндәй генә хәлдә булмаһын, спорт менән шөғөлләнергә, сәләмәт булып үҫергә мөмкинлеге булырға тейеш! – тип билдәләй депутат үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Белешмә: Баталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙы – депутат булыуҙан тыш, Рәсәй Паралимпия комитетының вице-президенты. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы, Дәүләт Думаһының физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзаһы, паралимпия спортын үҫтереү, инвалидтарҙың, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең физик культураһы һәм спорты мәсьәләләре менән шөғөлләнә. «Шәхси батырлыҡ өсөн» (1992), 2-се (2022) һәм 4‑се (2002) дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн», Почёт (1996), ике Дуҫлыҡ (2006, 2010), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2000, Салауат Юлаев (2004) һәм Халыҡтар дуҫлығы (2019) ордендары кавалеры.
Рима Аҡбирҙе ҡыҙы 1964 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Туймазы районы Саҡты ауылында тыуған.
Мәктәп йәшендә күреү һәләте насар инвалид-спортсылар секцияһында еңел атлетика менән шөғөлләнә башлай. Стәрлетамаҡ физик культура техникумын (1988), Урал физик культура академияһын (1996) тамамлай. Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте (ДСО «Спартак») Өфө уҡыу-производство предприятиеһының физик культура коллективы тәрбиәләнеүсеһе.1990 йылдан Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә шөғөлләнә. СССР, БДБ һәм Рәсәй йыйылма командалары составында Сеул (1988), Барселона (1992), Атлант (1996), Сидней (2000), Афина (2004), Пекинда (2008) үткән Паралимпия уйындарында ҡатнашып, 100, 200, 400, 800, 1500, 3000, 5000 метр дистанцияларҙа йүгереү буйынса 13 тапҡыр чемпионка, көмөш (1992) һәм бронза (1998) призеры була.18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа, күп тапҡырҙар СССР, Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионы.
Насар күреүсе инвалид спортсылар араһында йүгереү дисциплиналары буйынса 18 тапҡыр донъя рекордсыһы.
32 йыл дауамында Рима Аҡбирҙе ҡыҙы халыҡ-ара спорт ареналарында СССР, Рәсәй һәм Башҡортостан намыҫын яҡлай.
Рәттән 6 Паралимпия уйындарында уңышлы сығыш яһап, Баталова яулаған 17 миҙал (13 алтын, 2 көмөш, 2 бронза) Рәсәй граждандары өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора. Күреү һәләтен юғалтыуға, умыртҡа һөйәгенең ауыр йәрәхәтләнеүенә ҡарамаҫтан, ул ҡабат-ҡабат йүгерергә сыға һәм үҙ иленең намыҫын яҡлап, бөтә донъяны илһөйәрлеге, ҡаһарманлығы менән таң ҡалдыра.
Ҙур ҡаҙаныштары өсөн "Гиннесстың рекордтар китабы"на индерелгән.