

Учалы дауаханаһына, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыу менән бәйле яңы заманса медицина ҡорамалы – “Орторент Когнитив” – килтерелде.
“Орторент Когнитив” – нейромускул патологиялары булған пациенттарҙы реабилитациялау өсөн инновациялы терапевтик алым ул. Реабилитациялау интерактив системаһы экранда йәки проектор ярҙамында вертикаль өҫкә (стенаға йәки таҡтаға) сағылдырыла, һәм улар ярҙамында пациент виртуаль мөхит менән эш итәсәк.
“Орторент Когнитив”ты файҙаланыу һөҙөмтәһендә пациенттар һөҙөмтәле һәм заманса реабилитациялауҙы үтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Был уларҙың тиҙерәк аяҡҡа баҫыуына һәм заманса реабилитациялауына булышлыҡ итәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, районда ауыл медицинаһын заманлаштырыу һәм киңәйтеү буйынса эш дауам итә. Был урында йәшәүселәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында медицина ярҙамы менән т әьмин итергә, уларҙың һаулығын нығытырға булышлыҡ итә.
2025 йылда, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектының (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикала 4,5 мең берәмек медицина ҡорамалы, 99 автотранспорт һатып алыу планлаштырылған. 134 модулле конструкция ҡуйыу, туғыҙ объектта капиталь ремонт эштәрен атҡарыу һәм алты яңы поликлиниканы сафҡа индереү ҡаралған.
Сығанаҡ, фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-11-28/sh-p-oramal-uchaly-a-la-baryp-ette-4484735