Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
5 Декабря 2025, 04:45

Тәрән кисерештәр шиғриәте

Рухи асылыббыҙҙы байытҡан һәм илаһи баҫҡыстарға үә асманға – юлынаса күтәргән шиғриәт офоғон яулай барған Рысай ҡыҙы Фәнүзә Сәғитйән ҡыҙы Зөлҡәрнәеваның сираттағы “Ирәмәлем” исемле китабын уҡыусы ҡулына алып ҡыуанды.

Тәрән кисерештәр шиғриәтеТәрән кисерештәр шиғриәте
Тәрән кисерештәр шиғриәте

Рухи асылыббыҙҙы байытҡан һәм илаһи баҫҡыстарға үә асманға – юлынаса күтәргән шиғриәт офоғон яулай барған Рысай ҡыҙы Фәнүзә Сәғитйән ҡыҙы Зөлҡәрнәеваның сираттағы “Ирәмәлем” исемле китабын уҡыусы ҡулына алып ҡыуанды.

Әлбиттә, мин дә сикһеҙ ҡыуаныс кисереп, сәсәниә–шағирәне ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Ул бөгөн тиҫтәләгән китаптар авторы. “Яйыҡбикә һүҙ һорай” шиғыр, ҡобайырҙар, бәйеттәр, мөнәжәттәр, йырҙар китабына ҡарата мил ваҡытында баһалана биреп, “Яйыҡ”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә яҙып сыҡҡайным һәм дөйөм ижадын нарыҫлап райондың Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премияға тәҡдим иткәйнем инде. Ойошмалағы коллегалары ла дәррәү күтәреп алғайны. Әйтелгән тәҡдим, күтәреп алынған баһалана – атылған уҡ кеүек бит ул, уның сәпкә тейеүе шарт бит, мөхтәррәм иптәштәр!

Ижадсы Фәнүзә Зөлҡәрнәеваның шиғри гөлләмәләрҙән туҡылған шиғри китабы ла әйтелгән һүҙгә ҙур дәлил.

Мин әҙибәнең был шиғырҙар серияһына анализ яһауҙан алыҫмын, был һүҙҙе “Яйыҡбикә һүҙ әйтә” исемле мәҡәләмдә алдан уҡ әйтеп ҡуйғайным.

Эйе, атайсалында бөрөләнеп, оло юлға сыҡҡан Фәнүзә һеңлекәш, бөгөн әлеге көндә ғаиләһе менән Силәбе өлкәһе Межозерный ҡасабаһында йәшәп, Магнитогорск ҡалаһындағы милләттәштәренең “Аҡ ҡауырһын” әҙәби берекмәһенең ижад ҡоронда шөғөлләнһә лә, үҙенең тыуған Учалыһында яҙыусылар ойошмаһында ла ижады менән актив ҡатнаша. Афарин!

Был “Ирәмәлем” исемле китапҡа уҡыусылар ҙа үҙҙәренең һүҙҙәрен әйтерҙәр әле.

Авторҙың бөгөн заман уҡыусыһы иғтибарына өлгөлө, әхлаҡи, илһөйәрлек, рупыр булып яңғырарлыҡ дөйөм ижады, әйткәнемсә, тәрән хис тойғоларға сорналған, сәсәне лә,  олоһо ла ҙур ихтирам менән үә иманына әйҙәп торған шиғриәте бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ тип әйтеүем.

Рәүеф Шаһиев,

филология фәндәре кандидаты.

Тәрән кисерештәр шиғриәте
Тәрән кисерештәр шиғриәте
Автор:Гюзель Латипова
Читайте нас