Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
5 Декабрь 2025, 04:00

Йәш дизайнер танылыу яулай

Бар бит шундай егеттәр! Маҡсатына ирешер өсөн тау-таш атҡарырға ла әҙерҙәр. Яҡташыбыҙ, Учалы егете, ”АЙ” брендын булдырыусы, милли стилдәге заманса кейем-һалым тегеүсе Артур Исҡужиндың эштәре бөгөнгө көндә мода яратыусыларҙы һоҡландырыуҙан туҡтамай. Яҡты йондоҙҙай балҡыр өсөн, һис шикһеҙ һәләт кәрәк. Уны иһә уға Хоҙай тәғәлә йәлләмәй биргән.  -Бала саҡта хәтерләйем, өләсәйемдең аяҡ менән теккән “Зингер” тегеү машинаһы була торғайны. Шуның аҫтындағы тәгәрмәсте руль итеп уйнарға ярата инем. Шул ваҡытта уҡ миңә машинка ене ҡағылған күрәһең.  

Йәш дизайнер танылыу яулайЙәш дизайнер танылыу яулай
Йәш дизайнер танылыу яулай

Хәтирәләрәгә бирелгәндә, тағы бер ваҡиға иҫемә төштө. Элек инәйҙәр ғәҙәттә кер йыуыуҙы шәмбе көнөнә ҡалдыралар ине. Иҫемдә, көҙ көнө, урамдан бысранып ҡайттым. Кире сығырға кейем юҡ, ә сыҡҡы килә бит инде. Шул мәл күп уйлап тормай, шкафты астым да, атайымдың салбарын алып, балаҡтарын үҙемә тамам итеп киҫтем дә кейеп урамға сыҡтым. Аҙаҡ шым ғына кире урынына һалдым. Һуңынан ваҡыт үткәс, атайым салбарын кейәйем тиһә, тубыҡтан ғына ҡалған. Ойоҡбаштарымды ла үҙем ямай торғайным. Әйткәндәй, минең олатайым Әҙип Әхмәтшин заманында данлыҡлы балта оҫтаһы булды. Инәйем дә мине олатайым һымаҡ оҫта булыр тип хыялланды. Ошо маҡсат менән Магнитогорскиға ағас эшкәртеү технологияһы буйынса уҡырға ебәрҙеләр. Унда күршелә генә модельерҙар йәшәне, шуларҙың нимә эшләгәндәре, нимә менән шөғөлләнгәндәре минең өсөн бик ҡыҙыҡ була торғайны, уларға ынтыла инем. Хәҙер уйлайым да, тормош мине шул ваҡытта уҡ бөгөнгөмә әҙерләгәндер күрәһең. Дизайнер булып китеүем иһә ковид мәлендә башланды. Тәүҙә машинка һатып алып маскалар тегә башланым, һуңынан үҙ ҡулдарым менән үҙенсәлекле әйберҙәр тегергә һәләтем барлығын тойҙом, кейемгә күстем. Иҫке күлдәктәрҙе һүтеп тегә башланым. Бер көн дуҫым килде лә, изделияларымды күреп иҫе китте. Бындай талант юғалырға тейеш түгел тип, “Ағиҙел” берекмәһенә эшкә урынлашырға тәҡдим итте. Биш коллекциямды алып берекмәнең генераль директоры Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы Кәримоваға барҙым. Ул эштәремде күреп, был егеттең бер ниндәй махсус белеме булмаһа ла, тегеү оҫталығы бар тип, үҙенә эшкә саҡырҙы. “Ағиҙел”дәге тегенсе апайҙарҙан күп нәмәгә өйрәндем, тәжрибә алдым. Ҙур производствола хеҙмәт итеү үҙ-үҙемә ышанысты арттырҙы һәм оҫталыҡты нығытты. Туғыҙ ай эшләгәндән һуң артабан үҫергә, үҙ эшемде асырға кәрәклеген аңланым, - тип һөйләй әңгәмәсем.

Эшҡыуарлыҡҡа тотонор өсөн, тәү сиратта күп аҡса кәрәк. Артур статистиканы асып эш хаҡтарын барлай башлай һәм Антарктидаға юллана. Быға тиклем вахта менән Арктикала ла эшләп, ҡаты һыуыҡтар менән сыныҡҡан егеттең заявкаһын шундуҡ ҡабул итәләр. Шулай итеп Артур Ерҙәге иң ҙур боҙлоҡло континетҡа эләгә, вездеход водителе булып эшләй. Вахта ғәҙәттә дүрт ай, дүрт айҙан һуң ҡайтырға була, кемдәрҙер ҡала. Яҡташыбыҙ ҙа, ҡалһа, күпме аҡса йыясағын барлай ҙа, эшен дауам итә.

Ҡарлы-буранлы, сатлама һыуыҡтарға түҙеү, әлбиттә, еңел булмай. Ошо ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға күңел төбөндә ятҡан хыялы ярҙам итә. Өшөгән мәлдәрендә хыялына ҡайтып йылына. 

-Бында иң һыуыҡ температура  минус 89 градус теркәлгән, мин  - 67 градусҡа эләктем. Ҡайһы берҙә һыуыҡ түҙеп бөткөһөҙ була торғайны, беҙҙә ҡышын тән өшөһә, унда һөйәккә тиклем үтеп инә. Ә иң ҡурҡынысы – көслө буран башланһа. Аҡман-тоҡманды күҙ алдығыҙға килтерһәгеҙ, ундағы бурандар ун тапҡырға нығыраҡ. Бер мәл коллегаларым менән ике көнлөк көслө буранға эләктек, бер нимә күренмәй, бик хәүефле күренеш. Юлдан тайпылһаң, ғүмерең менән хушлашыуың да бар. Шулай ҙа иҫ киткес, аңлатып бирмәҫлек тойғолар ҙа алаһың был аҡ киңлектәрҙә, хас әкиәттәге һымаҡ. Пингвиндарҙы, диңгеҙ леопардтарын күрергә тура килде, - ти ул.

Антарктидала Артур йыл ярым йәшәй. 2024 йылдың апрелендә ҡайта һәм шунда уҡ үҙ бренды өҫтөндә эшләй башлай. Ҡорамалдар һатып ала, этно стилендәге моделдәр эшләй.

Эшҡыуарлыҡты башлап ебәреү еңел булмай уға, хаталар ҙа яһала. Антарктидала эшләгән мәлендә интернет аша ҡиммәтле теген машиналары һатып алған була. Һуңынан ғына үҙ эшен асҡандарға ҡорамалдар һатып алыуға дәүләттән ярҙам бирелгәнен белеп ҡала, ә ул физик бермек булараҡ алдан һатып алып өлгөрә. Хыялында күҙаллағанса ҙур майҙанлы матур цех аса, әммә күпмелер ваҡыттан һуң тегеп һатҡан кейемдәрҙең аҡсаһы аренда түләүгә һәм туҡыма һатып алыуҙан башҡаға ҡалмағанына аптырай башлай. Ахырҙа бәләкәй майҙанға күсергә тура килә. Шулай итеп ныҡышмалы егет бәләкәй аҙымдар менән маҡсатына табан бара.

Үҙҙәренең магазины бар, ул Өфө ҡалаһы Коммунистик урамы 50/4 адресы буйынса урынлашҡан, эш графигы 10:00 сәғәттән 19:00 сәғәткә тиклем ял көндәре юҡ. Коллекцияла төрлө моделдәр бар: нәфис күлдәк-блузкаларҙан һәм стилле корсеттарҙан алып уңайлы футболкаларға һәм эффектлы костюмдарға, кардигандарға тиклем. Һәр әйбер тәрән тарихи һәм мәҙәни мәғәнәгә эйә булған нәфис милли орнаменттар һәм символдар менән биҙәлгән, заманса тенденцияларға яраҡлаштырылған. Сағыу кейемдәр йәш быуын өсөн дә, өлкәндәргә лә уңайлы итеп тегелгән. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәре нескә зауығы, үҙенсәлеге менән һоҡландыра. Бик бай, килешле булыуы менән күҙҙең яуын алалар. Йәш дизайнер туҡыманың сифатына ҙур иғтибар бирә, ептәре сығып, һүрелеп тормайҙар, бөрсөкләнмәйҙәр, йыйырылмайҙар. Әлбиттә, бындай тауарҙарҙың хаҡы ла арзан түгел. Орнаменттарҙы тота килеп кенә кейемдәргә төшөрмәй, уларҙың асылын өйрәнә, белгестәргә мөрәжәғәт итә. Был йәһәттән этнограф Сәлимә Усманованың ярҙамы тураһында ла әйтеп китте. Сәлимә ханым Артурҙың эштәрен даими күҙәтеп бара, орнаменттарҙың, тамғаларҙың мәғәнәһе тураһында мәғлүмәт бирә.   

-Йыш ҡына беҙгә башҡаларҙан кейеме менән айырылырға, шәхесен һәм статусын һыҙландырырға теләүселәр, шулай уҡ мода һәм мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынған кешеләр мөрәжәғәт итә. Һуңғы ваҡыт милли орнаментлы кейемдәр - киң танылыу яулай, этно трендҡа иғтибар ҙур.  “Ay Yola” башҡорт этномузыкаль төркөмөнөң донъя кимәлендә танылыу алыуы Башҡортостанға, башҡорт мәҙәниәтенә ҡарата иғтибарҙы арттырҙы, үҙенә күрә реклама булды, тип әйтер инем. Шуға ла этно стилдәге кейемдәргә заказдар арта бара. Бындай әйберҙәрҙең хаҡы коллекцияның ҡатмарлылығына, материалдарға һәм эш кимәленә бәйле. Беҙ теккән әйберҙәрҙең һәр береһе эксклюзив тип әйтер инем. Сөнки һәр әйбер ҡулдан, деталдәргә иғтибар менән эшләнә, һәм үҙендә мәҙәни код һәм автор стилен йөрөтә, - ти эшҡыуар.

Яҡташыбыҙ үҙенә лә кейемдәрҙе үҙе тегә. Бынан кире магазиндарҙан әйбер һатып алмаҫҡа вәғәҙә биргән. Быға тиклем алғандарын кейеп туҙҙырып бөтәм дә ти.

Әңгәмәсем билдәләүенсә, идеялар уйлап табыу һәм уларҙы ҡағыҙға күсереү – юлдың башы ғына. Уларҙы ысынбарлыҡҡа әйләндереү – тағы ла ҡатмарлыраҡ эш. Бының өсөн түҙемлек, иғтибарлылыҡ, туҡымаларҙы, киҫеүҙе, тегеү технологияларын теүәл үтәү талап ителә. Баштағы образ һин уйлағанса килеп сыҡһын өсөн ижад менән теүәллекте берләштерә белергә лә кәрәк.

Коллекцияларын магазиндан тыш, интернет селтәрендә лә һата. Магазинда йәйен һатыу яҡшы барған, бигерәк тә туристар бүләккә, үҙҙәренә һатып алғандар.

-Бренд тураһында ни тиклем кеше күберәк беләсәк, шул тиклем беҙҙең өсөн яҡшы. Беҙҙең өсөн көн һайын бер кейем һатылһа ла шәп буласаҡ. Башҡорттарҙың бер үҙенсәлеге бар, эшләй беләбеҙ, эшләгәнде тәҡдим итә, һата белмәйбеҙ, шуныһы насар. Ҡайһы бер халыҡтар юҡ ҡына әйберҙәрен, әллә ниндәй рәүешкә килтереп, әүеш-тәүеш итеп, донъя баҙарына сығаралар һәм аҡса эшләйҙәр. Был мәсьәләгә беҙҙең ҡараш башҡа, ул насар түгел, әммә матди яҡтан файҙа килтермәй торған ҡараш. Бының өсөн үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк, - ти ул.

Бөгөнгө көндә Артур Исҡужиндың цехында дүрт кеше эшләй, киләсәктә производствоһын ҙурайтып, күберәк эшсе ҡулдар алыу хыялы менән йәшәй егет.

Артур үҙенең «Ай» брендының тәүге презентацияһын үткәрергә лә өлгөргән. Кейемдәрҙе «Легпром» форумында күрһәткәндәр. Яңы ғына ғына эш башлаған йәш дизайнер өсөн был ҙур аҙым. “Тамға” башҡорт милли костюмы оҫталарының халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып икенсе урын яулайҙар. Хәтерегеҙҙә булһа, яҡташыбыҙ йәй коллекцияһы менән Учалы ҡалаһына ла килгәйне, ҡала көнөндә сығыш яһаны. Күптән түгел Өфөлә Учалы филармонияһының 25 йыллыҡ юбилейында ҡатнашты. “Һылыуҡай” студияһы моделдәре Артур теккән кейемдәрҙә мода күрһәтеп халыҡты һоҡландырҙы.

Брендтың ни өсөн “Ай” тип аталыуын да һорамай булдырманыҡ. Артур һөйләүенсә, “Ағиҙел”дә эшләгәндә, эшемде асһам, нисек атар инем, тигән уй тынғы бирмәй. Автобуста барғанда ла, ҡайтҡанда ла шул хаҡта уйлай. “Арт” тип ҡушырға ла булып китә. Һуңынан, исемем – Артур, фамилиям – Исҡужин. Икеһенең баш хәрефтәрен алһам, АИ – АЙ килеп сыға. Булды былай булғас, “АЙ”бренды тип исемләйәсәкмен, тигән фекергә килә.

“АЙ”бренды киләсәктә танылыу алып, яҡташыбыҙҙың коллекциялары ҙур, билдәле подиумдарҙа күрһәтелер тигән өмөт бар. Бының өсөн Артур бар тырышлығын һала, яратҡан эшенә үҙен дә, ваҡытын да йәлләмәй. Шәхси мөнәсәббәттәр булдырып, ғаилә ҡороуҙы ла артҡы планға ҡалдырып торған. “Бер сәғәткә булһа ла һуңыраҡ уяныу минең өсөн ҙур ял”, тигән һүҙҙәре генә дизайнерҙың эш графигы ни тиклем тығыҙ һәм көсөргәнешле булыуын аңлата. Әлегә уның бар хыялы - ныҡлы аяҡҡа баҫып, үҙ артыңдан яҡты эҙ һәм исемеңде ҡалдырыу. Иң мөһиме – ярты юлда туҡтам ҡалмаҫҡа...

Әлиә ДАУЫТОВА.

Фотолар Артур Исҡужиндың ВК битләүенән

  

 

     

 

Йәш дизайнер танылыу яулай
Йәш дизайнер танылыу яулай
Йәш дизайнер танылыу яулай
Йәш дизайнер танылыу яулай
Йәш дизайнер танылыу яулай
Автор:Алия Даутова
Читайте нас