

Учалы үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, ProKin –PK 252 дауалау-тергеҙеү комплексы алынды.
Был алдынғы дауалау-тергеҙеү комплексы терәк-хәрәкәт аппараты сирҙәренән һәм имгәнеүҙәрҙән һуң һауыҡтырыу өсөн ҡулланыла.
Юғары технологиялы платформа тигеҙлек күнекмәләрен яҡшыртыу һәм тергеҙеү өсөн эшләнгән. Комплексты реабилитацияла файҙаланыу пациенттарға тигеҙлек күнекмәләрен һөҙөмтәле тергеҙергә ярҙам итәсәк.
–Пациенттар өсөн ул дауаланыуҙы сифатлы һәм ваҡытында башҡарырға, тергеҙеү һөҙөмтәлеләген күтәрергә булышасаҡ, – тип билдәләне Учалы дауаханаһының баш табибы Илгиз Йосопов.
“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-12-04/daualau-terge-e-kompleksy-yar-amyna-m-t-ur-4493719