

Ватан Геройҙары көнө алдынан 2-се ҡала модель китапханаһы 2-се урта мәктәп уҡыусылары өсөн илһөйәрлеккә бағышланған саралар ойошторҙо.
Урта кластарҙа уҡыған балалар өсөн китапханасы Гөлнара Таипова “Геройҙар менән диалог” проекты сиктәрендә осрашыу үткәрҙе. Хөрмәтле ҡунаҡ – хәрби хәрәкәттәр ветераны, ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитетының баш белгесе И.Н.Ураҙаев. Ильяс Нияз улы махсус хәрби операцияның башында уҡ фронтҡв йүнәлә, ҡыйыу алыша, ҡаты яра алып оҙаҡ дауалана, реабилитация үткәндән һуң “Патриотлыҡ” үҙәген етәкләй. Яугирҙарҙың ғаиләләләренә ярҙам күрһәтеү, МХО зонаһына гуманитар ылауҙар туплау эштәрен координациялау менән актив шөғөлләнә, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшендә ихлас ҡатнаша. Был тапҡырҙа ла, хәрби юлы, һынауҙар, һәр кемгә яуҙа ла, тыныс тормошта ла берсә мөһим кешелек һыҙаттары тураһында мауыҡтырғыс та, мәғәнәле лә итеп бәйән итте. Балалар йотлоғоп тыңланылар, үҙҙәренә һығымталар яһанылар.
Ә өлкән синыфтарҙағы ҡыҙ-егеттәр өсөн «Сергей Лобанов. По линии жизни на линию фронта» тип аталған һәм фронт шиғриәтенә бағышланған кисә булды.
Сергей Викторович – лейтенант, Александр Суворов миҙалы кавалеры, РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, Оборона министрлығының «Поэзия Z» конкурсы еңеүсеһе, интернет даирәләрендә бик популяр шәхес. “Окоп хәҡиҡәте”, сая батырлыҡ һәм эскерһеҙ ватансылыҡ, юғалтыуҙар һағышы һәм яҡты өмөттәр менән берсә һуғарылған шиғри юлдары йәштәрҙе тетрәндермәй ҡалмай.
Мәҡәләнең аҙағында бер әҫәренән өҙөк бирәйек.
“...Мы в лужи впивались иссохшими ртами,
Мечтали о бане, курили бурьян.
Мы юность свою отдирали с бинтами,
Прилипшими к мясу сочившихся ран.
Мы видели Бога. Обычного роста,
На шее – АК, под бронёю – Псалтырь.
С потёртым листом, где Псалом девяносто…
Тем Богом был храбрый отец-командир…
Нас фосфором жгли. Нас шрапнелью косили,
Но мы не страшились неравных боев.
Великое счастье – родиться в России,
Особая честь – умереть за неё!”
...Эйе, тетрәндергес юлдар! Әлеге йәш, урта, хатта, оло быуын яугирҙары юғары илһөйәрлек өлгөләре күрһәтә. Әлеге, мәктәп парталары артындағы малай-ҡыҙыҡайҙар ҙа үҫкәс уларға лайыҡ булырҙыр. Тик бына ағалары-бабалары, атайҙары фиҙаҡәрлеге арҡаһында уларға ундай ҡаты һынауҙар аша Ватанға мөхәббәттәрен иҫбатларға тура килмәҫтер. Дөйөм именлегебеҙ өсөн бик юғары хаҡ түләнде инде. Аллаһ бойорһа, илһөйәрлектәрен хеҙмәттә һәм ижадта ғына күрһәтер киләһе быуын.