Биш йыл эсендә Башҡортостандың медицина ойошмаларында “Һаҡсыл производство”ны индереү буйынса 1 565 проект тормошҡа ашырылған. Был ашығыс ярҙам һәм табипты ҡабул итеү ваҡытын 20 процентҡа ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирә. Пациенттарҙың медицина хеҙмәттәре сифаты менән ҡәнәғәтлек күрһәткесе 2022 йылда 42,5 проценттан 2024 йылда 60,6 процентҡа тиклем артҡан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин ошондай мәғлүмәттәр килтерҙе.
– Һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереү стратегияһы өс төп йүнәлешкә нигеҙләнгән. Беренсеһе – инфраструктура. Быйыл Рәсәйҙә иң күп модулле конструкциялар төҙөйбөҙ – 134 объект, уларҙың күбеһе тапшырылған да инде, - тип билдәләне Айрат Рәхмәтуллин. – Икенсеһе- – кадрҙар. Республика “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары буйынса рекордлы финанслау суммаларын йәлеп итте. Өсөнсөһө – медицина учреждениеларының эшмәкәрлеген һанлаштырыу һәм камиллаштырыу.
Төбәктең медицина учреждениеларында "Һаҡсыл етештереү" принциптарын индереү 2019 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә башланды. 2025 йылдан был эште “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты буйынса дауам итәләр.
Мәҫәлән, поликлиникаларҙы яңыртыу барышында асыҡ регистратуралар, уңайлы навигация, пациенттар өсөн уңайлы көтөп алыу зоналары булдырыла, фирма дизайны эшләнә һәм хеҙмәткәрҙәрҙең тышҡы ҡиәфәтенә талаптар раҫлана, шулай уҡ беренсел звено хеҙмәттәре эше стандартлаштырыла. 2025 йылдан проект стационарҙарға һәм стоматологияларға киңәйтелә. Һанлы инструменттар һәм сервистар, телемедицина консультациялары, һаулыҡ торошона дистанцион мониторинг әүҙем индерелә. Ауыр ҡорамалдарҙы файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуға айырыуса иғтибар бүленә.
Министр 2022 йылдан алып “Һаҡсыл производство”ның иң яҡшы тәжрибәләрен төбәк стандарттары рәүешендә рәсмиләштерәләр, уларҙы медицина колледждарының белем биреү программаларына индерәләр, тип өҫтәне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә яңыртылған һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын асыу ваҡыты тураһында һораны. Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, декабрь уртаһында Ғөбәйҙуллин һәм Нежинская урамдарында поликлиникалар файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Төбәк Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов был аҙнала Асҡында һәм Благовещенда, декабрь уртаһында – Учалыла һәм Яңауылда, ә йыл аҙағына тиклем Баҡалыла һәм Асҡарҙа поликлиникалар асырға ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр итте.
https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2025-12-08/mediktar-a-la-haly-a-la-u-aylyra-4498547