

Учалы ҡалаһының “Аҡбуҙат” ижад һарайында “Йәш ғаилә - 2025” конкурсының муниципаль этабы үтте. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Мәртәбәле бәйгелә алты ғаилә үҙҙәренең маһирлығын, саялығын, таланттарын күрһәтте.
Бәйге “Ҡояшҡай” бейеү ансамбле сығышы менән асылды. Кескәй бейеүселәр үҙҙәре лә ҡояш кеүектәр, әллә ҡайҙан балҡып, нур сәсеп күңелдәрҙе иретеп ебәрҙеләр.
Конкурс квест рәүешендә ойошторолдо. Ижад һарайының спорт залында физик культура һәм спорт буйынса комитет ағзалары модератор булған “Ғаилә старты”нда ғаиләләр кемуҙарҙан спортта көс һынашты: аяҡ менән туп йөрөттө, ҡулса менән йүгерҙе. Ә инде ярыш артынан күҙәтеүсе көйәрмәндәр уларҙы дәртләндереп торҙо.
“Бала саҡ навигаторҙары” федераль проектының Учалы районы командаһы фәҡәт атайҙар һәм балалар өсөн ижади һынау әҙерләгән ине, бында улар бергәләшеп әсәй кешегә үҙ ҡулдары менән бүләк яһанылар. Был этап конкурс ҡына түгел, ә ғаилә берҙәмлегенең ысын һынауы булды. Ир-аттар балалар менән ҡул эше яһап мәж килгәндә, күрше бүлмәлә әсәйҙәрҙе сюрприз көтә ине.
Стилист-визажист Лилиә Карасева былай ҙа гүзәл ҡатындарыбыҙҙы макияж яһап тағы ла һылыуландырып ебәрҙе.
- Миңә матурлыҡ булдырыу оҡшай, эшемде яратам. Бер нисә еңелсә ҡул хәрәкәте менән генә кешенең матурлығын күрһәтеп була. Ошо процестан рәхәтлек алам. Ҡайһы берәүҙәр биҙәнә белмәүҙән дә ояла бит, ә былай улар һиңә үҙҙәрен тулыһынса ышанып тапшыра. Ошондай сараларға саҡырһалар, һәр ваҡыт килергә тырышам, - ти эшҡыуар ханым.
Лилиә ҡатын-ҡыҙҙарға көн һайын иртән биҙәнмәйенсә көҙгөгә ҡарап: “Мин матур” тип үҙ-үҙен маҡтарға кәңәш итә. Гүзәл яҡтарын барлап, үҙеңде ҡабул итергә һәм комплименттар әйтергә өйрәнеү бик мөһим, биҙәнеү иһә ҡатын-ҡыҙға матурлығын асып биреү ҡоралы һәм, әлбиттә, кәйефте күтәреүгә һәләтле бәләкәй генә ритуал, - ти ул.
“Тарихи-мәҙәни тыуған яҡ” конкурсында ғаиләләр тарихыбыҙ һәм йолаларыбыҙ донъяһына үҙенсәлекле сәйәхәт ҡылдылар. Уларға боронғо көнкүреш әйберҙәренең атамаһын, нимә өсөн ҡулланғандарын белергә кәрәк ине. Кроссворд сисеү ҙә мауыҡтырғыс булды. “Ҡул тирмәненең русса атамаһы”, “Мосолмандарҙың изге китабы” кеүек һорауҙарға яуап бирҙеләр. Балаларҙың тарихты, мәҙәниәтебеҙҙе яҡшы белеүҙәре ҡыуандырҙы. Һорауҙарға ата-әсәләренән дә алда яуап таптылар.
Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы ла саранан ситтә ҡалмаған. Улар ҡатнашыусыларға бейеү серҙәрен өйрәтте, конкурсанттар отоп алған хәрәкәттәр менән һуңынан флешмобта сығыш яһанылар.
Ағас пазлдарҙан Башҡортостан Республикаһының картаһын йыйыу етеҙлектән тыш, республика ҡала-райондарын яҡшы белеүҙе лә талап итте. Конкурсанттар был һынауҙы ла башҡарып сыҡтылар.
"Визитка" конкурсында ҡатнашыусылар үҙҙәре менән яҡындан таныштырҙы. Әйткәндәй, һәр ғаилә стенд әҙерләгән, унда йолаларын һәм байрамдарын, кәсептәрен һәм мауығыуҙарын күрһәткәндәр. Жюри ағзалары әйтеүенсә, яҡшыларҙан-яҡшыны һайлап алыу еңелдән булмаған. Ниһайәт, еңеүселәрҙе асыҡлар ваҡыт етте. Шулай итеп “Йәш ғаилә - 2025” исеменә Элина һәм Альберт Ғиззәтовтарҙың ғаиләһе лайыҡ булды. Икенсе урын Багаевтарға бирелде, өсөнсө урынға Кирәевтарҙың ғаиләһе сыҡты.
Элина һәм Альберт Ғиззәтовтар ике матур ҡыҙ үҫтерәләр. Эрикаға – 4, Агатаға 2 йәш. Ғаилә башлығы Шахта төҙөү идаралығында үҫеш бүлеге етәксеһе, Элина Балалар ижад һарайында тәрбиә буйынса директор урынбаҫары булып эшләй, йөҙөү буйынса инструктор. Ғиззәтовтар - ижади ғаилә. Альберт ағас эшенә оҫта, йорт йыһаздары эшләү менән мауыға. Киләсәктә столярлыҡ эшен булдырырға уйы бар.
- Спорт ярыштарында даими ҡатнашабыҙ, ә бына ошондай ғаилә конкурсында үҙебеҙҙе беренсегә һынайбыҙ. Квеста беҙҙең өсөн иң ҡыҙыҡлы этап, «Башҡортостан райондары» пазлын йыйыу булды. Ойоштороусыларға матур тәьҫораттар бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт, - ти Ғиззәтовтар.
Учалы ауылынан Ләйсән һәм Вадим Багаевтар дүрт бала тәрбиәләй. Ләйсән – хужабикә, тормош иптәше Шахта төҙөү идаралығында эшләй. Өлкән ҡыҙҙары Амира Учалы Башҡорт гимназияһында етенсе класта белем ала, Асель бишенселә уҡый. Икеһе лә “Оҙонгүл” бейеү ансамбленә йөрөйҙәр. Игеҙәктәр Тамерлан менән Арсен икенсе класс уҡыусылары, кикбоксинг менән әүҙем шөғөлләнәләр. Багаевтарҙың яратҡан шөғөлдәре – ҡул эштәре, спорт. Төрлө мәҙәни һәм спорт ярыштарында ҡатнашалар. Йәш ғаиләне дәртләндерергә ата-әсәләре, ҡайны-ҡәйнәләре лә килгән.
Абҙаҡтан Әлфиҙә һәм Хәлил Кирәевтәр ҙә башҡорт халыҡ милли йолаларын, ижадын, телен, быуындар бәйләнешен һаҡлаған ғаилә. Һәр сарала әүҙем ҡатнашалар. Рухлы, татыу ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә - өс ҡыҙ бер малай. Әлиәләре - 7-се класта, Илиналары 6-сы ла уҡый. Әмир 2-се класта белем ала. Әминәгә әле ике йәш.
- Конкурс яҡшы ойошторолған, лайыҡлы дәғүәселәр менән көс һынаштыҡ, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Әлфиҙә.
Ҡатын ҡул эштәренә маһир, түшелдеректәр эшләй, торт-пирогтар бешерә, ҡыҙҙарын да шуға өйрәтә. Киләсәктә үҙ эшен асыу хыялы менән яна. Теләктәре мотлаҡ бойомға ашһын, тип теләйбеҙ. Беҙҙең башҡорт ҡатындарының ҡулынан килмәгән эше юҡ, нимәгә тотонһалар ҙа, мотлаҡ булдырасаҡтар.
Гөлназ менән Азамат Монасиповтарҙың ғаиләһе тураһында ла яҙып китергә кәрәктер. Икеһе лә айыҡ ҡарашлы, рухлы, иманлы. Ошондай күркәм ғаиләләр башҡорт халҡының милли йөҙөн, кимәлен билдәләй. Ғаилә Өфө ҡалаһында йәшәп, Учалыға күсеп ҡайтҡандар. Үҙмәшғүллек менән шөғөлләнәләр, йылҡы, мал-тыуар аҫрайҙар. Гөлназ Ишкен ауылынан, өс малай араһында берҙән-бер бөртөк ҡыҙ. Бер туған ағаһы “Пионер” позывнойлы яугир әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла, алғы һыҙыҡта. “Әсәйемдең ағайым өсөн борсолоуын беләм, шуға ла хәлен бер аҙ еңеләйтеү, терәк булыу маҡсаты менән күсеп ҡайттыҡ. Ейәндәренә әүрәп, көндәрҙең уҙғаны ла һиҙелмәй”, - ти ул.
Монасиповтар Мөхәммәт һәм Иман исемле малайҙар тәрбиәләйҙәр. Мөхәммәт быйыл беренсе класҡа уҡырға барған, Иман 18-се балалар баҡсаһына йөрөй. Исемдәрҙе аталары ҡушҡан.
- Тормош иптәшем менән дин юлындабыҙ. Балаларҙы көсләп өйрәтмәйбеҙ, үҙ иректәренә ҡуйғанбыҙ, һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Өлкәне тулыһынса доғаларҙы белә, бәләкәсе ағаһына эйәреп: “Бисмиллаһ, бисмиллаһ”, - тип йөрөгән була. Һөнәрем буйынса тәрбиәсемен, былтыр Өфөлә “Йыл тәрбиәсеһе” конкурсында ҡатнашып, үҙемде һынап ҡараным. Ғөмүмән, ғаилә конкурстарында әүҙем ҡатнашырға тырышабыҙ, - ти Гөлназ.
Әлмира һәм Рәмил Мәҙйәровтар өс балаға атай-әсәй. Ҡыҙҙары Наҙгөл, Гөлнур, улдары Илназ менән барлыҡ этаптарҙы ла лайыҡлы үттеләр.
Хужиндар ҙа конкурсҡа ентекле әҙерләнеп килгәндәр. Алина менән Радмир Замир һәм Әлмир исемле малайҙар, Айлина исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
Ғаиләләрҙең кемеһен генә алма, улар лайыҡлы тормош юлы үткән, тәүфиҡлы һәм даланлы, булдыҡлы балалар тәрбиәләгән милләттәштәребеҙ, дан башҡорт ғаиләләре.
Ғаиләнең ныҡлығы нимәлә? Бәхетле булыу өсөн нимәне мөhим тип иҫәпләйһегеҙ? Ғаиләләргә ошо һорауҙарҙы бирмәй ҡалманыҡ.
“Ғаилә ныҡлығы – бер-береңде аңлап, ғәфү итә белеп йәшәүҙә, ә инде бәхетле ғүмер кисереү өсөн – балаларың, туғандарың һау булһа, һәр ваҡыт яныбыҙҙа булһа, үҙе бер бәхет инде ул”, - тип яуап бирә улар.
Бәйгеселәрҙең һәр береһе менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм артабан да уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.