Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
12 Декабрь 2025, 09:35

МАХ-та "Теләктәр шыршыһы" эшләй

Һәр Яңы йыл байрамы алдынан илдә ошондай акция ойошторола: ысын йә виртуаль шыршыла ботаҡтарға мохтаж балаларҙың йә өлкән кешеләрҙең байрам хыялы яҙылған шарҙар эленә, ә миһырбанлы кешеләр уларҙы һайлап алып, теләктәрҙе тормошҡа ашыра.

Әгәр мөмкинлегегеҙ бар һәм йөрәгегеҙ изге икән, мессенджерға күҙ һалығыҙ һәм мохтажлыҡ кисергән кешенең хыялын тормошҡа ашырығыҙ. Быны ике ысул менән эшләргә мөмкин:

мини-ҡушымта аша (https://max.ru/elka_zhelaniy_bot)
йәки бот аша (https://max.ru/elka_zhelaniy_bot) (уға теркәлгәндән һәм белдереүҙәргә рөхсәт бирелгәндән һуң инергә мөмкин).

Автор:Алия Даутова
Читайте нас