Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
12 Декабрь 2025, 05:04

Яһалма Зиһенде башҡортса йырлатабыҙ!

"Я играю на гармошке у прохожих на виду" йырын тәржемә итеп һәм үҙгәртеп

Яһалма Зиһенде башҡортса йырлатабыҙ!Яһалма Зиһенде башҡортса йырлатабыҙ!
Яһалма Зиһенде башҡортса йырлатабыҙ!

"Тыуған көн" ("Я играю на гармошке у прохожих на виду" йырын тәржемә итеп һәм үҙгәртеп)

Яһалма Аңды (нейросеть, искуственный  башҡортса йырларға өйрәтәйек.  Беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ - 

https://vk.com/public165174096?trackcode=164de866E9pWjPzSqkkzvBS5Ftj-YztSrTY7a9a0haDEk8sePNfXselUQv3HNQ--D7UXwvdVIlqhK2cfTSQZfqz-

“Тыуған көн”

1-се куплет

Күләүектәр сәсрәтеп кешеләр йүгерешә

Һыу баҫҡан бит яҡты донъяны.

Берәү ҙә аңламайҙыр, болоҡһоу был сәғәттә,

Ниңә мин шулай шат йылмаям.

Ҡушымта:

Иҫем китмәй, гармун тартам,

Бар халыҡты аптыратып.

Ҡыҙғанысҡа тыуған көнөм

Йылына тик бер.

2-се куплет

 Әүлиә осоп килер, Аҡбуҙатты атланып,

Ыңғайға үҙгәртер яҙмышты. 

Байрам менән ҡотлар ҙа, бүләк итер йәлләмәй

Бала саҡҡа ҡайтыу әмәлен.

3-сө куплет

Нисә йылдар көтәмсе, әүлиәнең килгәнен,

Юҡ та юҡ ул һис күренмәй.

Аҡылға мин теүәл дә, йылына бер тапҡырға,

Мөғжизәгә килә ышанғы.

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас