

Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә тура килтерелә. 2015 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында БР халыҡтары ассамблеяһы һәм БР Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә килде. Рәсми рәүештә БР Башлығы Р. Ф. Хәбировтың указына ярашлы 2019 йылдан билдәләнә.
Был көн ҡайҙа ла онлайн һәм офлайн форматтарҙа башҡорт телен һәм башҡорт халҡының мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға йүнәлтелгән интернет-флешмоб, викториналар, лекциялар, асыҡ дәрестәр үткәрелә, йылға йомғаҡ яһала, бынан алда уҙғарылған конкурстарҙың еңеүселәре бүләкләнә.
Тап ошо айҡанлы Өфөлә булған шатлыҡлы ваҡиғалар тураһында район мәғариф бүлегенән хәбәр иттеләр:
“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостан үҫмерҙәр һәм балалар “Аманат” журналы иғлан иткән “Башҡортостан минән башлана” ижади конкурс еңеүселәре тәбрикләнде: Учалы ҡалаһының С.Ш.Йыһаншин исемендәге 1-се Башҡорт лицейының 10-сы класс уҡыусыһы Арслан Ғәлиев (уҡытыусыһы Е.В.Шахурина), Илсе урта мәктәбенән Әлиә Заһирова ( уҡытыусыһы Р.Т.Солтанова), Учалы ауылы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе З. Ғайсина, Миндәк урта мәктәбенән Ә.Г. Йәнбаева.
Ф.Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында “Йәш быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙең бөгөнгө проблемалары һәм йүнәлеше” темаһына Рәсәй кимәлендә ойошторолған фәнни-ғәмәли конференцияла башҡорт халҡының милли ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосы нигеҙҙәрендә ойошторолған эш алымдары ҡаралды.
Конференцияның секция ултырышында төрлө төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар менән бергә Илсе урта мәктәбенән Р.Т.Солтанова , Мулдаҡай урта мәктәбенән З.Ә.Әминева, Миндәк урта мәктәбенән Ә.Ғ.Йәнбаева ҡатнашты.
Ә саҡ ҡына алдараҡ Өфө фән һәм технологиялар университетында Мостай Кәримдең ижадына бағышланған “Шағир һүҙе” төбәк-ара конкурс еңеүселәре бүләкләнде. Сәфәр мәктәбе уҡыусыһы Аделина Ғиззәтуллинаны ( етәксеһе А.Х.Абдуллина) ҡотлайбыҙ!”
Эйе, афариндан башҡа баһа булыуы ла мөмкин түгел.