

Силәбе ҡалаһында үткәрелгән " Ҡышҡы мөғжизә" («Зимняя феерия») исемле Бөтә Рәсәй күп жанрлы конкурсында беҙҙең бейеүселәр теүәл бер йыл үтеүгә йәнә еңеүгә өлгәште.
Уральск балалар сәнғәт мәктәбенең дүрт коллективы сығыш яһаны һәм дүртеһе лә III дәрәжә лауреаттары булдылар. “Ай” (яулыҡтар менән башҡорт бейеүе) һәм дебют яһаған“Уралочка” (“Башкирочка моя” бейеүе) – Уральск ҡасабаһынан, ә “Йондоҙсоҡ” (“Берҙәмлек” ) һәм “Наҙлыҡай” (марый бейеүе) – Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол менән Ҡалуй ауылдарынан.
- Конкурс бик нык оҡшаны, ҡатнаушысылар ифрат куп булды. Байрам көнө буйы барҙы, әммә яҡшы ойоштороу әҙерлеге арҡаһында һәр конкурсант теүәл билдәләнгән ваҡытта һәм урында сығыш яһаны, буталсыҡлыҡтарға юл ҡуйылманы, сабыйҙарыбыҙ көтөп йонсоманы. Балалар, әлбиттә, ғәжәп һәләтле, шул уҡ ваҡытта ата-әсәләренә лә рәхмәт әйтке килә, сәфәр сығымдарын күтәрҙеләр. Бер яҡтан ошо рәүештә балаларының оҫталыҡтары камиллашыуға булышлыҡ итһәләр, икенсе яҡтан – Силәбегә барып ҡайтыу бик шәп Яңы йыл мажараһы булды, конкурс аҙағында Ҡыш-бабай һәм Ҡарһылыу бүләктәре тапшырылыу барыһының да кәйефтәрен тамам күтәрҙе! –ти йәш бейеүселәрҙең остазы, танылған хореогаф һәм педагог Розалия Абрахманова. Афарин, Яңы йыл байрамдарына бик тә күңелле итеп аяҡ баҫалар, дауамы тағын да күркәмерәк булһын!