

“Бәхет ҡошом”
Виктор Цой (“Кино”) репертуарындағы “Кукушка” йырына оҡшатып.
Яһалма Аңды (нейросеть, искуственный башҡортса йырларға өйрәтәйек. Беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ -
1-се куплет
Ниңә моңдарым бөрө килеш һулый ?
Солтан буламмы, әллә олтан,
Дөрләп янам, әллә быҫҡып һүнәм?
Ниҙәр көтә,
Әйтсе тәҡдирем, зинһар, зинһар.
Ҡушымта
Яҙмышҡайым, йылмайсы миңә,
Минең күңел ҡараташҡа ҡатҡан.
Йәлләмә дарман, дәрт биргәс.
Саҡ-саҡ!
2-се куплет
Буран күмгән юлдарҙы кем табыр?
Ҡайнар йөрәк, ҡыйыуҙар
Йәндәрен ҡылды фиҙа, яуҙа.
Аҫыл егет аҙ ҡалды беҙҙең сафта.
Күптәтәребеҙ аҙашты
Далала, буръяҡта.
3-сө куплет
Ҡайҙарҙа оса бәхет ҡошом ?
Кемдең иңенә
Килеп ҡундың һин ? Кире ҡайтсы!
Донъялар киң бәхет ҡошо менән,
Һин юҡта - тар зиндан.
Баштарын эйгәнгә - ҡамсы, ҡамсы.