

Беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә йыр көйөнсә тыңлай алаһығыҙ -
I вариант
1-се куплет
Был донъяның бар аҡсаһы,
Бары миңә тәтемәйҙер.
Тыуған ергә ҡайтайымсы,
Тамам күсеп ҡайтайым.
Туғандарҙы һағынғанмын,
Тик күптәре иҫән түгел
Ауылым да бушап ҡалған,
Көтсө, Ватан, мин ҡайтам!
Был донъяның бар аҡсаһы
Бары миңә тәтемәйҙер.
Ауылым да бушап ҡалған,
Көтсө, Ватан, мин ҡайтам!
2-се куплет
Был донъяның бар аҡсаһы,
Бары миңә тәтемәйҙер
Башҡорт иле яҡтарында,
Мине, беләм, көтәләр.
Ауылымда булмаһа ла,
Урал тауҙың итәгендә,
Ағиҙелкәй буйҙарында
Кире ҡайтып төпләнәм!
Был донъяның бар аҡсаһы,
Бары миңә тәтемәйҙер
Ағиҙелкәй буйҙарында
Кире ҡайтып төпләнәм!
3-сө куплет
Был донъяның бар аҡсаһы,
Бары миңә тәтемәйҙер.
Үткән заман Себергә бит
Шаҡшыларҙы һөргәндәр.
Ғүмеремдең ҡап яртыһы,
Ниңәлер унда үтте шул.
Исмаһам, ҡартайған көндә,
Үҙ еремдә йәшәрмен!
Был донъяның бар аҡсаһы,
Бары миңә тәтемәйҙер.
Исмаһам, ҡартайған көндә
Үҙ еремдә йәшәрмен!
II вариант
1-се куплет
Был донъяның бар аҡсаһы
Бары миңә тәтемәйҙер.
Ҡайтайымсы тыуған ергә,
Тамам күсеп ҡайтайым.
Туғандарҙы һағынғанмын,
Иҫән түгел бик күптәре.
Ауылым да бушап ҡалған,
Көтсө, Ватан, мин ҡайтам!
Ҡушымта
Мал-мөлкәтен был донъяның
Янсығыма тығып булмаҫ.
Ҡарап ситтән, атай йортон,
Күршеләрҙе сәләмләрмен!
2-се куплет
Был донъяның бар аҡсаһы
Бары миңә тәтемәйҙер.
Башҡорт иле яҡтарында
Мине, беләм, көтәләр.
Ауылымда булмаһа ла,
Урал тауҙың итәгендә
Ағиҙелкәй буйҙарында
Кире ҡайтып төпләнәм!
3-сө куплет
Был донъяның бар аҡсаһы
Бары миңә тәтемәйҙер.
Үткән заман Себергә бит,
Шаҡшыларҙы һөргәндәр.
Ғүмеремдең ҡап яртыһы
Ниңәлер үтте унда шул
Исмаһам, ҡартайған көндә
Тыуған ерҙә йәшәрмен.