Учалы ҡалаһының һәм районының имам-мөхтәсибе, Учалы ауылының урындағы мосолман дини ойошмаһы рәйесе, "Сәғиҙулла" мәсетенең имам-хатибы Дим Марат улы Закировҡа.
Учалыла, тау битендә,
Бар мәсет -"Сәғиҙулла."
Һәммәбеҙгә әйтә кеүек:
“Эй, кешем, иман юлла!”
Иһ, һәр кем килә алмай шул
Тиҙ генә иман, дингә.
Рәхмәт яуһын шул мәсетте
Төҙөгән яҡташ Димгә!
Беләм, мәңге онотолмаҫ
Һин ҡылған изге ғәмәл.
Ышан, халыҡ күмәкләшеп
Иманға килер бер мәл!
Йөрәгеңдең йәме - Ҡөрьән,
Күңелең яҡты һәм киң.
Изге эштәреңде ҡылып,
Ихтирам яулайһың һин!
Кешелекле, ярҙамсылһың,
Тәүфиҡле, эшкә тырыш.
Һин уҡыған доғаларҙан
Арта ҡот, арта ырыҫ!
Тирә-яҡҡа нурҙар сәсә
Дан мәсет "Сәғиҙулла."
... Йөрәктәргә ҡеүәт биреп,
Аҙан ҡысҡыра мулла!
Рамай Ҡаһир, Өргөн ауылы