Һүҙҙәре минеке, ләкин үҙемдең әлеге шәхси кисерештәргә бөтөнләй ҡағылышы юҡ, шөкөр, "үҙ яртымды" күптән тапҡанмын, хатта, олатай ҙа булғанмын. Был текст - хәлдән килгәнсә демография мәсьәләһен хәл итергә йүнәлтелгән ынтылыш тип ҡабул итегеҙ))) Дан көйҙө улым Ильяс Янбаев яҙып бирҙе, ә башҡарыуын Яһалма Йырсы башҡара, башҡорт телен апаруҡ белә хәҙер!
Йыр көйөнсә беҙҙең төркөмдә тыңлағыҙ - https://vk.com/public165174096
“Хан ҡыҙҙары миңә кәрәкмәй”
1-се куплет
Аҡтан аҡҡа ябынды ғәләм,
Әкиәттәрҙә кеүек бар донъя.
Яңы һулыш алғандай һәр әҙәм
Мине лә мөғжизә көтәлер алда.
Тылсымлы ла, сихри байрамда,
Таныш та түгел әле, йәркәйем,
Осратырмын һине майҙанда
Һағыҙаҡтай килеп йәбешәм!
Ҡушымта
Хан ҡыҙҙары миңә кәрәкмәй ,
Үҙ йәнемдең табам яртыһын.
Һин дә әле яңғыҙ һарғаяң,
Йылмайыуҙан һине танырмын.
2-се куплет
Тороп торһон ситтә ғорурлыҡ
Сибәркәйгә үҙем һүҙ ҡушам.
Парлыларға хастыр тыйнаҡлыҡ
Мин ни заман яңғыҙ этләнәм.
Тик үҙемә өннһөҙ өндәшәм.
Алданып ҡуймасы Ҡарбикәгә.
Байрам үткәс, иреп бөтөп
Ҡалдырмаһын ҡара ҡайғыға.