

Ғүмәр Хаямдың робағиҙары Рәми Ғарипов тәржемәһендә. Яһалма Йырсы йырлай, көйҙө үҙебеҙ тура килтерҙек. Беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ -https://vk.com/public165174096
Күҙ асып та өлгөрмәҫһең, ғүмер үтер,
Һәр мәлеңә үҙең һал һин йәйғор күпер.
Бел: донъяның төп асылы – ғәзиз ғүмер,
Ҡалай итһәң, ғүмер шулай үтеп китер.
Бел: донъяның төп асылы – ғәзиз ғүмер,
Ҡалай итһәң, ғүмер шулай үтеп китер
Йәшлек тигән китапты тиҙ уҡый һалдым,
Яҙғы көндәй йәшлектән тик һағыш ҡалды.
Йәшлек – ҡот шул. Иҫләмәйем килгәнен дә,
Ҡайҙа китеп, елғыуарың, ул юғалды?
Йәшлек – ҡот шул. Иҫләмәйем килгәнен дә,
Ҡайҙа китеп, елғыуарың, ул юғалды?.
Ҡарт булһаң да, йәш булһаң да, йәшәү – шартлы:
Киткәндәр бит килгәндәр ҙә беҙгә саҡлы.
Бер кемгә лә мәңге түгел был донъялар, –
Бөтәһе лә килер, китер бер-бер артлы!..
Бер кемгә лә мәңге түгел был донъялар, –
Бөтәһе лә килер, китер бер-бер артлы!..
Шәкерт кенә булып китәм был донъянан –
Остазым бик ҡаты булып сыҡты яман:
Сәстәремә сал кергәнсе өйрәнсек мин,
Оҫта булып һаналған юҡ әле һаман.
Сәстәремә сал кергәнсе өйрәнсек мин,
Оҫта булып һаналған юҡ әле һаман.
Йәл түгелме, бер файҙаһыҙ беҙ ҡартайҙыҡ,
Таш килелә һыу төйгөсләп, хәлдән тайҙыҡ.
Күҙ асып күҙ йоморға ла өлгөрмәнек, –
Эй ғүмеркәй! – донъяһынан инде тайҙыҡ!.
Күҙ асып күҙ йоморға ла өлгөрмәнек, –
Эй ғүмеркәй! – донъяһынан инде тайҙыҡ!.
Булһа яҙмыш ҡәләмдәре үҙ ҡулымда,
Өр-яңынан яҙыр инем барыһын да:
Бар ҡайғыны ҡыуыр инем был донъянан, –
Түбәм күккә тейер ине шатлығымдан!.
Бар ҡайғыны ҡыуыр инем был донъянан, –
Түбәм күккә тейер ине шатлығымдан!.