Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Ғинуар , 05:39

“Паҡ булып килдек тә беҙ...”

Робағиҙар башҡорт телендә, көй аҫтына

“Паҡ булып килдек тә беҙ...”“Паҡ булып килдек тә беҙ...”
“Паҡ булып килдек тә беҙ...”

Ғүмәр Хаямдың робағиҙары Рәми Ғарипов тәржемәһендә. Яһалма Йырсы йырлай, көйҙө үҙебеҙ тура килтерҙек. Беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ -https://vk.com/public165174096

“Паҡ булып килдек тә беҙ...”
Беҙ пак булып килдек тә бит – бысрап киттек,
Шатлыҡ менән көлдөк тә бит – хәсрәт сиктек,
Күҙ йәшенә өтөп бөттөк йөрәктәрҙе,
Ғүмер хаҡын белдек тә бит – исраф иттек.
Күҙ йәшенә өтөп бөттөк йөрәктәрҙе,
Ғүмер хаҡын белдек тә бит – исраф иттек.
Ашап-эскән, кейгәндәрең был донъяла –
Хәләл малдыр, кем тырыша, кем көс һала.
Тик сама бел – һәләк итмә ғүмереңде,
Йыйған-тапҡан – барыһы ла ятҡа ҡала.
Тик сама бел – һәләк итмә ғүмереңде,
Йыйған-тапҡан – барыһы ла ятҡа ҡала.
Бәхет ни һуң? Аҙҙың-аҙы! – Көл дә күмер!
Ни ҡалдырҙы ғүмер яҙы? – Көл дә күмер!
Ләззәттең мин балҡып янған шәме инем,
Тороп ҡалды, бөтөп наҙы, – көл дә күмер!.
Ләззәттең мин балҡып янған шәме инем,
Тороп ҡалды, бөтөп наҙы, – көл дә күмер!.
Гел һыҙланам ҡылғанымдан – нишләйем һуң?
Ғазапланам гонаһымдан – нишләйем һуң?
Күңелең киң, эй, Хоҙайым, ярлыҡарһың,
Тик мин үҙем оятымдан нишләйем һуң?
Күңелең киң, эй, Хоҙайым, ярлыҡарһың,
Тик мин үҙем оятымдан нишләйем һуң?

 

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас