Ғүмәр Хаямдың робағиҙары Рәми Ғарипов тәржемәһендә. Яһалма Йырсы йырлай, көйҙө үҙебеҙ тура килтерҙек. Беҙҙең ВКонтакте төркөмөндә тыңлай алаһығыҙ -https://vk.com/public165174096
"Белдем бары бер ни белмәүемде.”
Йыһан сере бикле күңел дәфтәремдә,
Биген асһам – бәлә бит баш өҫтәремдә!
Бер кемгә лә әйтеп булмай бар белгәнде,
Күпме наҙан йөрөй ғалим төҫтәрендә!..
Бер кемгә лә әйтеп булмай бар белгәнде,
Күпме наҙан йөрөй ғалим төҫтәрендә!..
Был зәңгәр күк вә күктәге алтын табаҡ
Беҙҙән һуң да әйләнәсәк мең-мең ҡабат.
Беҙ – донъяға саҡырылмай килгән ҡунаҡ –
Китәсәкбеҙ бер-бер артлы, тормай оҙаҡ.
Беҙ – донъяға саҡырылмай килгән ҡунаҡ –
Китәсәкбеҙ бер-бер артлы, тормай оҙаҡ.
Ниндәй файҙа был донъяға килгәнемдән?
Ни юғалтыр донъя минең киткәнемдән?
Ник һуң мине тыуҙырғандар – ҡыуыр булғас?
Һис бер яуап ишеткән юҡ һис бер кемдән!..
Ник һуң мине тыуҙырғандар – ҡыуыр булғас?
Һис бер яуап ишеткән юҡ һис бер кемдән!..
Сер асҡысы Күктең һинән ятыр ситтә,
Ә үҙеңде зинданында тотор сиптә.
Баҡһаң: ғүмер шыйлап үтер, йылан булып,
Үҙ ҡойроғон үҙе тешләр ахыр сиктә!
Баҡһаң: ғүмер шыйлап үтер, йылан булып,
Үҙ ҡойроғон үҙе тешләр ахыр сиктә!
Күп уйландым мин был донъя тураһында,
Аңламаҫтай бер ни ҙә юҡ Ай аҫтында.
Белдем бары бер ниҙе лә белмәүемде,
Үҙем асҡан яңылыҡ тик бына шунда.
Белдем бары бер ниҙе лә белмәүемде,
Үҙем асҡан яңылыҡ тик бына шунда.
Алдан сығарған йырҙарҙың текстары:
Донъя малын уйлап, ниңә ҡайғырырға?
Кемгә насип булған мәңге бай торорға?
Был йән тәнгә тик бурысҡа бирелгән бит,
Ә бурысты кәрәк кире ҡайтарырға.
Был йән тәнгә тик бурысҡа бирелгән бит,
Ә бурысты кәрәк кире ҡайтарырға.
Бәхетле зат – кем был заман уйҙан азат,
Хоҙай биргән бар шатлыҡтан ҡәнәғәт, шат,
Бер мәлен дә был ғүмерҙең әрәм итмәй,
Кәйеф-сафа ҡоророна таба форсат.
Бер мәлен дә был ғүмерҙең әрәм итмәй,
Кәйеф-сафа ҡоророна таба форсат.
Булһаң да һин ҡулға оҫта, эшкә күндәм,
Ни мәғәнә янып-көйөп бешкәнеңдән?
Тәҡдиреңә ни яҙылған – шул һинеке,
Ҡәнәғәт бул өлөшөңә төшкәнеңдән!
Тәҡдиреңә ни яҙылған – шул һинеке,
Ҡәнәғәт бул өлөшөңә төшкәнеңдән!
Күререңде уйлап, бәндәм, ҡойма моң-зар,
Күңелеңде буш сәм-ғәмдән ҡыйма, зинһар.
Һәр көнөңдөң шатлығын күр был донъяла,
Тәҡдир яҙғас, булмай күндәм ни сараң бар?!
Һәр көнөңдөң шатлығын күр был донъяла,
Тәҡдир яҙғас, булмай күндәм ни сараң бар?!
*****
Өс-дүрт наҙан илгә түрә булып алһа,
Бирер һиңә ишәк баштан сығып баһа,
Ишәк булмай ғына ҡара улар менән –
Иртәгә үк һин «фетнәсе», «кафыр» ҙаһа!
Ишәк булмай ғына ҡара улар менән –
Иртәгә үк һин «фетнәсе», «кафыр» ҙаһа!
Бер буш ҡыуыҡ башын вата: «Был – мин!» – тиеп,
Алтын-көмөш шалтырата: «Был – мин!» – тиеп.
Тик эштәрен йүнләргә лә өлгөрмәй был,
Әжәл тәҙрә шаҡылдата: «Был – мин!» – тиеп.
Тик эштәрен йүнләргә лә өлгөрмәй был,
Әжәл тәҙрә шаҡылдата: «Был – мин!» – тиеп.
Донъяның бар биҙәктәре – бер ни тормай,
Бар ынтылыш, михнәттәре – бер ни тормай,
Бейеклеге, киңлектәре – бер ни тормай,
Өйгә өйгән ҡиммәттәре – бер ни тормай!
Бейеклеге, киңлектәре – бер ни тормай,
Өйгә өйгән ҡиммәттәре – бер ни тормай!
Эй наҙандар! Һын-тәнебеҙ – бер сүп кенә,
Күк аҫтында күргәнебеҙ – бер сүп кенә.
Һөйөнөгөҙ, мәлдең мәхлүк әсирҙәре,
Тар ситлектә был мәлебеҙ – бер сүп кенә!..
Бер тамсынан һайыҡмаҫ һис даръя һыуы,
Бер саңынан байыҡмаҫ һис ер ябыуы.
Был донъяға һинең килеп-китеүең ни? –
Себендең тик осоп инеп зарланыуы!..
Был донъяға һинең килеп-китеүең ни? –
Себендең тик осоп инеп зарланыуы!..
Һөйөнөгөҙ, мәлдең мәхлүк әсирҙәре,
Тар ситлектә был мәлебеҙ – бер сүп кенә!..
*****
Беҙ пак булып килдек тә бит – бысрап киттек,
Шатлыҡ менән көлдөк тә бит – хәсрәт сиктек,
Күҙ йәшенә өтөп бөттөк йөрәктәрҙе,
Ғүмер хаҡын белдек тә бит – исраф иттек.
Күҙ йәшенә өтөп бөттөк йөрәктәрҙе,
Ғүмер хаҡын белдек тә бит – исраф иттек.
Ашап-эскән, кейгәндәрең был донъяла –
Хәләл малдыр, кем тырыша, кем көс һала.
Тик сама бел – һәләк итмә ғүмереңде,
Йыйған-тапҡан – барыһы ла ятҡа ҡала.
Тик сама бел – һәләк итмә ғүмереңде,
Йыйған-тапҡан – барыһы ла ятҡа ҡала.
Бәхет ни һуң? Аҙҙың-аҙы! – Көл дә күмер!
Ни ҡалдырҙы ғүмер яҙы? – Көл дә күмер!
Ләззәттең мин балҡып янған шәме инем,
Тороп ҡалды, бөтөп наҙы, – көл дә күмер!.
Ләззәттең мин балҡып янған шәме инем,
Тороп ҡалды, бөтөп наҙы, – көл дә күмер!.
Гел һыҙланам ҡылғанымдан – нишләйем һуң?
Ғазапланам гонаһымдан – нишләйем һуң?
Күңелең киң, эй, Хоҙайым, ярлыҡарһың,
Тик мин үҙем оятымдан нишләйем һуң?
Күңелең киң, эй, Хоҙайым, ярлыҡарһың,
Тик мин үҙем оятымдан нишләйем һуң?
*****