

Башта ҡыҫҡаса ғына биографик белешмә бирәйек.
Руслан Риф улы Насыров 1999 йылдың 19 июнендә Сәфәр ауылында тыуа. 2003 йылда уларҙың ғаиләһе Силәбе өлкәһенә күсеп, бер нисә йылдан кире Сәфәр ауылына күсеп ҡайталар.
11 класты Руслан Сәфәр ауылында тамамлай һәм Учалы тау сәнәғәте колледжында уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамалағандан һуң урман-машина заводында бер йылға яҡын хеҙмәт итә.
2021 йылда Өфө ҡалаһының Бөтә Рәсәй Ислам университетына уҡырға инә. Йәш белгесте 2022 йылда Сәфәр ауылы мәсетенә имам итеп ҡуялар. Бер рәттән Сафәр, Мансур ауылдарында, Учалы ҡалаһында мәсеттә дәрестәр алып бара йәш белгес. 2023 йылда ул Ислам университетында ситтән уҡыуын дауам итеп тә, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә.
Әлеге ваҡытта уҡыу йорттарында уҡып та, бик актив дини эш алып бара. Филолгия факультеты осраҡлы түгел -хәҙрәт шиғырҙар яҙырға ла ярата. Һәм был бик тә урынлы – Ислам динендә шиғриәт, нәфис һүҙ борондан айырыуса әһәмиәткә эйә бит ул! Ә Руслан хәҙрәттең әйтер һүҙе күп!
Уның тәүге ижад емештәрен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.
Әнисә Фәррәхова, Учалы ауылы
Ай йылмая ҡара төндә ихлас,
Беҙ бағабыҙ уға һынаусан,
Йондоҙҙарға ҡарап шымып ҡалғас,
Бәхет яуа төнгө ҡаранан.
Фатихаһын бирә нурын һибеп,
Төнгө күк йөҙөндә яҡты ай,
Йондоҙҙар ҙа серле күҙ ҡыҫышып,
Беҙҙең ҡауышыуҙы бит юрай.
Йөрәктәрҙә бөрөләнгән хистәр,
Киләсәктә тибер тик бергә,
Сихрилыҡҡа сумған айлы төндәр,
Бәхетле пар итер ғүмергә.
********
Эй, Шәхес! Яҡлап сыктың изге ерең,
Ышан, данлай һине ҡыйыу ғәмең,
Эй, Шәхес! Азат иттең тыуған илең,
Бел, тарих һаҡлай изге эшең!
Һай, бушҡа түгел, илем, тип янғаның,
Ҡурсаланың Башҡортостан ерен,
Һай, бушҡа түгел хаҡты әйткән сағың,
Ҙурлар әле халҡың Зәки һүҙен.
*********8
Өмөт ҡалмаһа көнөңдә,
Көйөң ҡалмаһа өнөңдә,
Ни хикмәт был донъяла,
Һалһыҙ ҡалған дарьяла?
**********
Шағир булам тиһәң әгәр,
Илһам иленең хаҡ һүҙендәй,
Шағирҙарҙан була тиһәң әгәр,
Зәм- зәм шишмәһенең серендәй.
Бабичтай бөйөк хаҡлыларҙан бул,
Ижады үлемһеҙ шәхес хаҡына,
Салауаттай ир шәхестәрҙән бул,
Халҡыңдың бәхете хаҡына!