Яйыҡ
+24 °С
Ямғыр
Новости
21 Ғинуар , 09:20

18 йәштә етди аҙым яһаған

Тәүге мәлдә  өлкән яугирҙәр тарафынан үҙенә ышанмаусан, икеләнеүле ҡарашты тойғанын  егет йәшермәй, әммә тиҙ арала мөнәсәбәт үҙгәрә...

18 йәштә етди аҙым яһаған18 йәштә етди аҙым яһаған
18 йәштә етди аҙым яһаған

Федоровка районы халҡы был йәш, тәүәккәл яҡташы менән ысын күңелдән ғорурлана. Былтыр июнь айы башында 18 йәше яңы ғына тулған егет Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. “Бындай етди аҙымға барырға нисек тәүәккәллек иттең”, тигән һорауға  уның яуабы ҡыҫҡа булды. “Әлбиттә, патриот булыу теләге”, тине. Мәктәптә уҡығанда уҡ яугирҙәргә гуманитар ярҙам туплау менән шөғөлләнгән үҫмер Ватан һағына баҫырға хыяллана.

Был етди аҙымға әҙерләнеү өсөн спорт менән, ауыр атлетика, көрәш, гер күтәреү менән шөғөлләнә. 9-сы класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ колледжында уҡып, ауыл хужалығы өсөн иң мөһим һөнәрҙе үҙләштерә, тик әлегә агроном булып эшләргә тура килмәй, егет бөгөн махсус хәрби операция зонаһында  хеҙмәт итә.

Новосибирскиҙағы хәрби часта әҙерлек үткәндә матур яңғырашлы  “Ольхон” позывнойын ала. Байкалдағы иң ҙур Ольхон утрауы уны әсир иткән, ғөмүмән, тәбиғәткә һөйөү уға бәләкәйҙән  һалынған.

Тәүге мәлдә  өлкән яугирҙәр тарафынан үҙенә ышанмаусан, икеләнеүле ҡарашты тойғандарын  егет йәшермәй, әммә тиҙ арала мөнәсәбәт үҙгәрә. “Ольхон”ды яҡшы хәрби сифаттары,  батырлығы, ҡуйылған  бурыстарҙы теүәл үтәгәне өсөн хөрмәт итә башлайҙар. Яңыраҡ яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булып, ғаиләһе менән иркенләп аралашҡан. Ул ситтә тыуған яғын, йортон ныҡ һағыныуын йәшермәй. “Ольхон” Рәсәй Геройҙары хеҙмәт иткән подразделениела хеҙмәт итеүе менән сикһеҙ ғорурлана, өлгө алыу өсөн миҫалдар етерлек, ти ул. Яҡташтары йәш яугиргә уңыштар теләй, иҫән-һау тыуған ергә әйләнеп ҡайтыуын көтә.

Фото: шәхси архивтан.

Автор: Дина Арсланова
Автор:Алия Даутова
Читайте нас