“Пикассо” позывнойлы Учалы егете менән Ровесник клубында осраштыҡ. Яугир әсәһе, ҡатыны менән “Тыл хеҙмәтсәндәре”ирекмәндәренә сикһеҙ ярҙамдары өсөн рәхмәт итергә килгән. Быйыл махсус хәрби операция зонаһынан тәүгә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. «Өйҙәгеләргә мин ҡайтырмын тип һүҙ бирҙем бит. Ә мин һүҙемдә тора торған кеше”, - ти ул уйсан ғына.
Әсәһе Наталья Леонидовна улының иҫән-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Ханым “Тыл хеҙмәтсәндәре” төркөмө ағзаһы, учалылар менән бергә яугирҙарға кәрәк-яраҡ, гуманитар йөк әҙерләү менән мәшғүл. Әле улар дронға ҡаршы пончолар тегәләр. Яугир уларҙы кейеп ҡарап, ныҡлығын һынаны һәм бик ҡәнәғәт ҡалды.
-Учалыларға сикһеҙ ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт. Тылыбыҙ ныҡ булғанда, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Ошо пончалар күпме егеттәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡ. Дошман дрондар менән беҙгә ҡаршы һуғыша, уларҙың нисек күп икәнен аңлатырлыҡ түгел, шуға ла һәр ярҙамығыҙ беҙгә әлеге ваҡытта мөһим. Бигерәк тә техник ҡорамалдарға мохтажбыҙ, тепловизорҙар, квадрокоптерҙар кәрәк, - ти ул.
Бөйөк рәссамдың исемен позывной итеп алыуы юҡҡа түгел егеттең. Яҡташыбыҙ оҫта итеп һүрәт төшөрә, заманында художество мәктәбен “отлично”ға тамамлай. Диплом эше бөгөнгө көндә Мәскәүҙә һаҡлана. Уға был һәләте әсәһенән һәм атаһынан күскән, олатаһы менән бабалары ла һүрәт төшөргән. Һуғышта бумала тоторға ваҡыты юҡ, яратҡан шөғөлөн тыныс тормошҡа ҡайтҡас дауам итергә уйлай. Эдуард Асадовтың ижадын ярата, яу юлын үткән яҙыусыны хөрмәт итә, шиғырҙарын яттан белә. Яратҡан өҙөктәрен яттан һөйләп яҡындарына видеосәләмдәр ебәрә.
Һуғышҡа барыу теләге МХО башланғандың беренсе көндәренән уҡ күңеленә инеп оялай уның. Ул ваҡытта егет ғаиләһе менән Якутияла йәшәй. Тәүҙә “Вагнер”ға яҙылырға тигән уйы ла була. Күп тә үтмәй мобилизация башлана, яҡташыбыҙ үҙ теләге менән повестка юллап хәрби комиссариатҡа бара. Әммә уны “һиңә эшеңдән бронь бирелгән” тип кире боралар. “Барырға” тигән ҡәтғи ҡарарға килгән егет эшләгән компанияһына барып брондән баш тартыуы тураһында ғариза яҙа һәм повеска алып һуғышҡа юллана. Өйҙәгеләр уйынан кире ҡайтырға өгөтләп тә ҡарайҙар, әммә бушҡа ғына. Шулай итеп 2022 йылдың 6 декабрендә Украинаға аяҡ баҫа ул.
-Был – минең аңлы аҙымым булды. Бәләкәйҙән хәрби булырға хыялландым. "Офицерҙар" киноһын яратып ҡарай торғайным, ундағы Василий Лановой кеүек булыу теләге көслө ине. Фильмдағы легендаға әйләнгән бер фраза ғүмерем буйы ҡолаҡ төбөмдә девиз булып яңғырай: "Шундай һөнәр бар - Тыуған илде һаҡлау". Армияға ашҡынып барҙым, хыялым – күк берет кейеү ине. Ирмен тигән ир кеше мотлаҡ һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә тейеш, тип уйлай инем. Теләгем тормошҡа ашты, тағы ла текәрәгенә, ГРУ спецназы - баш разведка идаралығының махсус тәғәйенләнештәге элиталы подразделениеһына эләктем. 12 тапҡыр парашюттан һикерҙем. Ғөмүмән армиялағы хәрби әҙерлек оҡшай торғайны, әле лә хәрби тормошом оҡшай. МХО-ға барғаныма һис үкенмәйем. Ҡабаттан 2022 йылға ҡайтып һайлау алдына ҡуйһалар, ошо юлды уҡ һайлар инем. Аҡса өсөн түгел. Эштән ҡурҡмайым, бала саҡтан сынығып үҫкән быуын бит беҙ? – ти егет.
Яугир разведка ротаһы командиры булып хеҙмәт итә. Алғы һыҙыҡта, ут аҫтында разведка алып барырға тура килә. Хәрби бурыстары – дошмандың координаталарын, терәк пункттарын асыҡлау. Яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән подразделениела төрлө милләт кешеләре бар, Башҡортостандан ул үҙе генә. Яҡуттарҙың һуғышсан, ҡыйыу йөрәкле булыуҙарын телгә ала.
- Барыбыҙҙа туғанлашып бөттөк инде. Сөнки сит ерҙә уларҙан да ҡәҙерле кеше юҡ. Бында барыбыҙ ҙа бер йоҙороҡ күек. Бер икмәкте бишкә бүлеп ашаған кешеләрбеҙ. Беребеҙ бәләгә тарыһа, тимәк, барыбыҙға ла ҡағыла.
Милләттәрҙе яҡшыға, насарға айырмайым. Хәрби заданияға иһә һыналған кешем менән барырға тырышам, нигеҙҙә ул рус милләтенән, миңә шулай уңайлыраҡ. Башҡорт булһа, уның менән барыр инем. Сөнки мин Башҡортостанда йәшәйем, Учалыла тыуғанмын, үҫкәнмен. Дуҫтарым, таныштарым араһында мосолмандар күп, ислам диненә хөрмәт менән ҡарайым.
Көндәлек тормоштағы кеүек, һуғышта ла кешеләрҙең төрлөһө осрай. Тыуған илдең ысын патриоттары - күңел ҡушыуы буйынса Ватанын дошмандан һаҡларға килеүселәрҙең күп булыу ҡыуандыра. Ғөмүмән, һуғыш кемдең кем икәнен шундуҡ асыҡлай, айырыуса ир-егеттәрҙең. Нимә генә булмаһын, беҙ еңәсәкбеҙ, сөнки дөрөҫлөккә барыусы ҡаршы көс юҡ. Бер ниндәй ҙә миномет, град, кассета миналары, фугастар, артиллерия уттары, дрондар беҙҙе артҡа сигенергә мәжбүр итмәйәсәк. Яу ҡырында ятып ҡалған, һәләк булған егеттәребеҙ, туғандарыбыҙ өсөн беҙ уларҙы еңергә тейеш, - ти ул.
“Пикассо” һөйләүенсә, бындағы шарттарға тиҙ арала күнеккән, хәрби әҙерлегенең ныҡлы булыуы ла ярҙам иткән. Хәҙер инде ҡурҡыу хисе лә ҡалмаған. Һуғышта төрлө осраҡтар була, ҡайһы ваҡыт ерҙә лә йоҡлайҙар. Минометтар уты аҫтында ла серем итергә өйрәнәһең. Ҡайнар кухня булмағанда, ҡоро паектар ярҙамға килә. Күп тапҡырҙар үлем менән күҙмә-күҙ осрашырға тура килә уға. Хоҙайҙың ҡөҙрәте менән генә иҫән ҡала. Артынан бал ҡорто күсендәй һигеҙ дрондың эҙәрләп килеүен бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй. Лесопосадкаға ине көс-хәлгә ҡасып ҡотола, ә ундай осраҡтар аҙым һайын тиерлек.
“Пикассо”ның һүҙҙәренсә, рус ғәскәрҙәре азат иткән ҡала һәм ауылдарҙа төрлө кешеләр осрай.
-Беҙҙе туғандарыбыҙ кеүек ҡаршы алған ауыл кешеләре бар: эсергә-ашарға тәҡдим итәләр. Ә ҡайһы берҙә дошмандар ҙа осрай. Диверсанттар бик күп. Ауылға керәбеҙ, барыһы ла тыныс кеүек, ә һуңынан беҙгә ҡаршы ут асалар. Ҡайҙалыр дошмандың засадала ултырыуын аңлайбыҙ, разведкалары яҡшы эшләй, йәғни шул уҡ ауыл кешеһе беҙҙең менән иҫәнләшә, рәхмәттәр уҡый, беҙҙең арала йөрөй, ә күп тә үтмәй беҙҙең турала теге яҡҡа тапшыра. Хәрбиҙәренә килгәндә, нигеҙҙә “наемниктар” һуғыша. Ялланған америкалылар, поляктар, грузиндар, әрмәндәр, латыштар, әзербайжандар йөрөй. Хатта Рәсәйҙән ҡасып китеүсе, экстремистарҙан торған “рус ирекмәнлек корпусы” отрядтары ла бар, тик улар идея өсөн түгел, ә аҡса өсөн һуғыша. Тыныс халыҡ улар өсөн тере ҡалҡан – балалар, ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро барыһы ла бер. Кешелекһеҙлектең һуңғы сигенә килеп еткәндәр улар. Уйлап ҡарағыҙ, оҙаҡҡа ғына бер ауылда оборона тоторға тура килде. Беҙҙең ҡаршыла ғына ирле-ҡатынлы магазин тота ине. Өс балалары бар. Хохолдар ошо магазинға бомба ташлшанылар, ҡатыны һәләк булды. Ап-аҡ сәсле, альбинос тиҙәр бит ундайҙарҙы, алты йәшлек ҡыҙҙары уйнап йөрөгән еренән минаға баҫып шартланы, кәүҙәһе әллә нисәмә өлөшкә өҙгөсләнде. Нисек бала үлтерергә ҡулдары күтәрелде икән? Мин уларҙы, хатта, кеше тип тә атай алмайым. Улар зомбиланып бөткәндәр, нимә ҡыланғандарын да белмәйҙәр. Балаларға, ҡатын-ҡыҙға ҡулы күтәрелгән кешеләрҙең был ерҙә йәшәргә хаҡы бармы һуң? Бәғзе берәүҙәр миңә: ”Бына һин һуғышҡа кеше үлтерергә барғанһың, уларҙы йәләлмәйһеңме”, - тиҙәр. Юҡ, мин кеше үлтерергә түгел, мин милләтемде дошмандан һаҡларға барғанмын, сөнки бында минең ҡәрҙәштәрем – рус халҡы йәшәй. Ҡыҙғаныу хисе лә юҡ, ерҙе ошондай фәхшиҙәрҙән таҙартырға кәрәк. Хохолдар үҙҙәрен әллә кемгә ҡуйырға тырышалар, әллә кем булып күкрәк ҡағалар, йәнәһе лә улар Европанан ҡалышмайҙар. Ә беҙҙе улар мандолина тотҡан, ҡолаҡсын бүрек кейгән, эргәһендә айыу бейеп йөрөгән кешеләр тип күҙ алдына килтерәләр. Сөнки аңдарына шулай һеңдергәндәр. Хохолдар менән тап булышырға тура килһә, “Русские здавайтесь”, - тип ҡысҡыралар. Беҙ иһә, “Наша нация, русские, башкиры, буряты не сдаются”, - тип яуаплайбыҙ.
Европалыларбыҙ тип үҙҙәрен һанаһалар ҙа, ысынында барыһы ла һүҙҙә генә. Уларҙың йәшәйешен күреп тәүҙә бөтөнләй аптырашта ҡалғайныҡ. Беҙҙең төпкөл ауылдарыбыҙҙа ла кешеләр күпкә яҡшыраҡ йәшәйҙәр, уҡымышлылар, кешелеклеләр, мәҙәниәтлеләр. Ә бында элекке заманға ҡайтҡандай булаһың. Беҙҙең ауылдарҙа йорт алдары гөл-баҡсаға күмелгән, ә уларҙа өй алдында сусҡа һарайҙары, еҫенән тын алырлыҡ та түгел. Шуларҙы күреп төҙөк, таҙа Учалымды, уның кешеләрен, ҡарлы ҡышын, тауҙарын, урмандарын һағынам. Украина ла тәбиғәт тә көйһөҙ, бер туҡтауһыҙ ямғыр, бысраҡ, томан...
Сит ерҙә яҡташыңды осратыуы үҙе бер бәхет. Бер мәл ауылды дошмандан азат иткән ваҡытта икенсе подразделение егеттәре менән осрашырға тура килде. Күрәм, араларында берәүһе үҙебеҙҙең башҡортҡа оҡшаған. “Һин ҡайҙан?” тип һорайым, “Ахундан” ти. Шунда нисек ҡыуанғанымды белһәгеҙ. Икенсе тапҡыр тағы шулай тура килде, осраҡлы рәүештә бер подразделение егеттәре менән хәрби задание мәлендә тап булыштыҡ. Берәүһен үҙебеҙҙең яҡтыҡы итеп төҫмөрләтәм. “Һин ҡайҙан?” тип өндәшәм, “Ҡобағоштан” ти. Ҡосаҡлашып күрештек, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Ҡатыным яғынан уртаҡ таныштарыбыҙ бар булып сыҡты. Ҡатынымдың бабаһына шылтыратып, “Бабай, фәлән шул кешене беләңме, таныйһыңмы?” - тим. “Эйе, беҙҙең ауылдыҡы, шәп егет”, - тип ул ҡыуанды. Артабан ошо егеттәрҙең яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып, хәлдәрен белешеп ҡарағайным, ҡыҙғанысҡа ҡаршы икеһе лә һәләк булған тинеләр. Тыныс йоҡлағыҙ, егеттәр. Һеҙ минең хәтерҙә мәңгегә ҡаласаҡһығыҙ. Әйтәм бит, сит ерҙә үҙеңдең кешеңде осратыу үҙе бер ғүмер. Штабта таныш полковник булды, исемен хәтерләмәйем. Өфөнән “Артист” ине шикелле. Осрашҡан һайын, “Башҡортса беләһеңме, минең менән әҙерәк кенә һөйләш әле”, - тип үтенә ине. Мин, “Әҙерәк кенә беләм”, тигән булам. Үҙем иһә, “Хаумыхыгыз менән халлар нисек”тән башҡа һүҙ белмәйем. Әммә таҙа итеп һүгенәм, олатайым өйрәтте, - тип көлә яугир.
Яугирҙың ҡарттаһы Михаил Кузьмин Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Берлинғаса барып етә, Рейхстагтың стеналарында исемен яҙып ҡалдыра. Ҡартатаһы Андрей Кузьмин да һуғыша. Әсәһе яғынан ике бабаһы фронтта һәләк булалар, береһе Курск Дуғаһында, икенсеһе Сталинград янында башын һала, тағы бер сапер бабаһына һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип була. “Пикассо”ла ҡартталары, бабалары кеүек ҡыйыу яугир итеп үҙен күрһәтә, батырлығы өсөн “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Ватаныбыҙ һәр дәүерҙәрҙә тап ошондай көслө рухлы, ҡыйыу йөрәкле батыр улдарына таяна. Яугирҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Әлиә ФӘРРӘХОВА.