Яйыҡ
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар , 10:35

Ниәттәр тормошҡа ашһын!

Мансур ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһында ҡатнашып, бик күп проекттарҙы тормошҡа ашырҙы. Быйыл Тәтлембәт ауылы халҡы ла ошо проектта ҡатнашып, изге ниәттәрен тормошҡа ашырырға ниәтләй.

Тәтлембәт ауылы халҡы зыярат кәртәһен алыштырырға иҫәп тота. Мансур ауыл биләмәһе лә был инициативаны хуплап ҡаршы алды. Халыҡ үҙен борсоған проблемаларҙы, хәл итәһе мәсьәләләрҙе асыҡлаған да инде. Шуға ла зыярат кәртәһен заманға ярашлы итеп кәртәләү тәҡдимен бер тауыштан ҡабул иттеләр.
Йыйылыштар үткәрелде, проекттың тормошҡа ашырылыуын контролдә тотоу өсөн ун кешенән торған инициатив төркөм һайланды.
Ауылыбыҙ бәләкәй генә булһа ла, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, тәбиғәтебеҙҙе, ауылыбыҙҙы, ауылдаштарыбыҙҙы яратып, матур итеп йәшәргә тырышып ятабыҙ.
Ғәфиә ЗАРИПОВА,
Тәтлембәт ауылы.

Автор: Гюзель Латипова
Читайте нас