Минең әсәйем Хәлимә Ғәбделфәрит ҡыҙы Вәлиева (Ҡаһирова) 1920 йылдың 21 декабрендә Ырымбур өлкәһе Абдуллин районы Өҫкө Шалтинск (хәҙерге Сөймәнле-Степановка) ауылында тыуған. 2025 йылдың 21 декабрендә тыуыуына 105 йыл булды. Шул уңайҙан яҡыным тураһында яҙмай булдыра алманым. Уның кеүек яҙмышлы әсәйҙәр аҙ түгелдер, тик һәр береһенең яҙмышы үҙенсәлеклелер тип уйлайым.
Тормош юлдары уны Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Учалы яҡтарына алып килә. Был үҙе бер тарих. Әсәйем тураһында һөйләгәндә, уның тыуған ғаиләһе тураһында иҫкә алмай булмай.
Атаһы Ҡаһиров Ғәбделфәрит Ғәбделҡаһир улы (рус-япон һуғышына алына) ауылдың указлы муллаһы, бик хөрмәтле кеше була. Ҡатыны, әсәйемдең әсәһе Мәстүрә Ғибаҙулла ҡыҙы мәсеттә ҡатын-ҡыҙҙарға Ислам нигеҙҙәренән дәрестәр бирә. Эшһөйәр, тәртипле, абруйлы ғаилә була улар. Туғыҙ балаға ғүмер биреп, икәүһе бәләкәй саҡта вафат булалар. Ғаилә урта хәлле була - мал-тыуар, ҡош-ҡорт, умарта тоталар, үҙ тырышлыҡтары менән донъя көтәләр. Әсәйемдең һөйләүе буйынса, өйҙәре лә артыҡ ҙур булмай. Үҙҙәре менән туған тейешле апайҙары ла йәшәй.
Әммә күп балалы, бәхетле ғаиләгә бәлә килә. Уҙған быуаттың 30-сы йылдары башында ҡыш уртаһында өйҙәренә үҙҙәренең ауылдаштары килеп керәләр. Береһе һикелә ултырған Фәрит олатайҙың аҡ йөндән бәйләнгән ойоҡбашын һыҙырып һалдырып ала. Ғаиләне өйҙәренән бер ниндәй әйберһеҙ, өҫтәрендә генә булған күлдәк-ыштанда ҡыуып сығаралар. Был ваҡытта иң бәләкәй Мөхәммәткә - 2, Йәмиләгә - 6, әсәйемә - 10, Сәлимә апаһына - 12, Ғәбделхәйгә 16 йәш була. Оло ағалары Ташкентта булып ҡала. Тағы бер оло апайҙары күрше ауыл егетенә кейәүгә сығып, унда йәшәгән саҡ була. Яңынан тыуған йорттарына ҡайтырға насип булмай уларға, унда башҡалар йәшәй башлай. Ғаиләне күршелә, бәләкәй генә өйҙә йәшәгән бабай менән әбей үҙҙәренә һыйындыра.
Атаһы улы менән бәләкәйерәк өй төҙөй, әммә уныһын да тартып алалар. Фәрит олатай Ғәбделхәй улы менән бәләкәй арба һөйрәп, ауылдан-ауылға балта эштәренә ялланып йөрөйҙәр. Ул да булмай, Ташкенттағы оло улдары Ғәбделхәмиттең үлем хәбәре килә.
Ғәбделфәрит ғаиләһен алып, Башҡортостанға алып сығып китә. Унда йыраҡ ҡына бер туғандарында йәшәйҙәр. Бер ни ваҡыттан ололар тыуған ауылдарына кире ҡайта. 1935 йылда әсәләре донъя ҡуя. Иң бәләкәй Мөхәммәткә был ваҡытта 7 йәш кенә була.
Әсәйемдең ағаһы Ғәбделхәй, ауылды ташлап, Учалы яҡтарына килеп төпләнә. Миндәк ауылындағы алтын табыу приискыһына эшкә урынлаша, һеңлеләрен дә үҙе менән ала. Бәләкәс Мөхәммәт атаһы менән ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике йылдан аталары ла яҡты донъя менән хушлаша. Ғәбделхәй ағалары ҡайтып, бәләкәй ҡустыһын да үҙе янына алып килә.
Ғәбделхәй Мария исемле ҡатынға өйләнә, уларҙың Флүрә исемле ҡыҙҙары тыуа. Һеңлеләрен, ҡустыһын уҡыта. Һәр береһе белем алып, һөнәр үҙләштереп, эшкә урынлашалар.
Әсәйем Хәлимә Ғәбделфәрит ҡыҙы 1939 йылдың 1 февралендә (18 йәшендә) Миндәк амбулаторияһына шәфҡәт туташы итеп эшкә алына. Ә уға тиклем, хеҙмәт кенәгәһендәге яҙыуға ҡарағанда, 1938 йылдың июненән, санитарка булып эш башлаған була. Эшкә төшкәнсе әсәйем курстарҙа уҡыған булһа кәрәк.
Йәмилә һеңлеһе һатыусы булып эшләй, уңышлы ғына тормошҡа сыға. Апаһы ла тормош ҡороп, эшләп йөрөй. Мөхәммәт сауҙа өлкәһендә уңышҡа өлгәшеп, Учалы ҡалаһы төҙөлгәс, ОРС базаһы начальнигы вазифаһына тиклем үрләтелә. Ҡаланың хөрмәтле кешеһе була.
Барыһы ла матур ғаиләләр ҡороп, тәрбиәле, күндәм балалар үҫтерҙеләр. Иманлы атай-әсәй балалары булғанғамы икән, уларҙы ауыр яҙмыш та юлдан яҙҙырмай, бөгөлөп-һығылып та төшмәйҙәр, матур йәшәйҙәр. Береһе лә зарланып, төшөнкөлөккә бирелмәй.
Ағалары Ғәбделхәйгә күпме рәхмәттәр әйтһәң дә аҙ булыр һымаҡ - нәҡ ул туғандарына атай-әсәйҙе алыштыра, һәр береһен оло тормош юлына сығара, ярҙам итә. Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнаша ул. Иҫән ҡала, тыуған ауылына ҡайтып, атаһы һымаҡ ныҡлы донъя ҡороп, мал-тыуар, ҡош-ҡорт үҫтереп, умарта тотоп, туғандарын асыҡ йөҙ менән ҡабул итеп, ҡунаҡ итеп, күстәнәстәр биреп оҙатып ҡала торған була.
Әсәйем дә изге күңелле, ярҙамсыл кеше булды. 1943 йылда һуғыштан яраланып ҡайтҡан Илтабан ауылы егете Вәлиев Шәнгәрәй Солтан улына кейәүгә сыға. Атайым хәрби комиссар булып тәғәйенләнгәс, район үҙәге Учалы ауылында төпләнәләр. Әсәйем ҡатын-ҡыҙҙар, балалар консультацияларында, балалар яслеһендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Һуғыш бөткәс, Илтабан ауылына ҡайталар. Әсәйемде Ҡунаҡбай ауылының фельдшер-акушер пунктына шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр. 50-се йылдар уртаһында мәкерле күҙ ауырыуы - трахома тарала, әсәйемә ошо сир менән ныҡлап көрәшергә тура килә. Ул осорҙа ауылдарҙа шәфҡәт туташтары етешмәгәндер инде, әсәйем бер үҙе өс ултыраҡты хеҙмәтләндерә ине - Ҡунаҡбай, Илтабан, Аҡҡужа (Юлдаш) ауылдарын. Ҡунаҡбайҙан башҡа медпункттар юҡ, өйҙәргә йөрөп дауалай торғайны. Әсәйебеҙ көнө буйын эштә була, кис ҡайтыуына тағы ауырыуҙар килә башлай: кемдер сирләп киткән, кемгәлер укол яһатырға, дарыу, тиҙ ярҙам һ.б. кәрәк. Бындай хәл төнөн дә дауам итә - төнөн ҡатындарҙы бәпәйләтергә китә. Саҡырыуҙарҙы ул бер ваҡытта ла инҡар итмәне, көнө-төнө кеше һаулығын ҡайғыртты.
Әсәйемдең хеҙмәтен "өҫтә" бик баһаламағандар ҙа, күрәһең. Атайымдың әйткәне иҫтә ҡалған: "Ни эшләп һинең хеҙмәтеңде баһаламайҙар, грамота, бүләк тә бирмәйҙәр" , - тип. Әсәйем был хаҡта уйлап та бирмәне: "Мин бүләк өсөн эшләмәйем бит", - тип кенә яуаплар ине. Бер ваҡытта ла үҙен йәлләтеп, зарланып йөрөмәне. Халыҡ мәҡәле иҫкә төшә: "Изгелек эшлә лә һыуға һал, халыҡ белмәһә лә балыҡ белер". Эйе, Аллаһы Тәғәлә белгәндер. Ауыл халҡы, күршеләр ихлас хөрмәт итте әсәйемде. Күрше әбейҙәр: "Хәлимә килен", йәшерәктәр: "Хәлимә еңгә", - тип кенә торҙолар. Уға бит ауырыуҙарҙан башҡа ла һәр ваҡыт ниндәй ҙә булһа йомош менән килерҙәр ине - кемгә кәңәш, кемгә аҡса, кемеһелер былай ғына инә, хәл белергә килә. Барыһын да асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала торғайны, эшләгән сағында, ваҡыты булғанда, сәйгә ултыртмай сығармай торғайны. Пенсияға сыҡҡас, ихласлап ҡунаҡ итә ине.
Бер ваҡыт әсәйем фермаға һауынсыларҙы хеҙмәтләндерергә барғайны, ҡайтҡас көлөп һөйләй: "Бер һауынсы яратҡан һыйырына "Хәлимә" тип, ә быҙауына "Рәхимә" тип исем ҡушҡан", - ти. Миңә лә: "Хәлимәнең ҡыҙы бит ул", - тиһәләр, әсәйемә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо арта ине.
Яҡыным бер ваҡытта ла яҙмышына зарланманы, үҙенең йәтим ҡалғанын да иҫкә алмай торғайны, үлер алдынан ғына барыһын да һөйләне. Бәлки, хәтирәләр ауыр булғанғалыр. Үкенес, күберәк һөйләшеп булманы, минең хаҡлы ялға сыҡҡанымды көтөп ала алманы. Үҙе лә, туғандары ла яҙмыштары өсөн кемделер ғәйепле итеп, кемделер ҡарғап, рәнйеп йәшәмәнеләр. Мулла балалары булараҡ, тәҡдир тип ҡабул иткәндәрҙер, бәлки.
Әсәйем эшендә генә яҡшы хеҙмәткәр түгел, ғаиләһендә лә өлгөлө ҡатын, әсәй, килен булды. Ҡәйнәһе менән дә татыу йәшәне. Ҡәртнәйебеҙ үлгәс, бик юҡһынды - кәңәшләшер, һөйләшер кешеһе ине шул. "Мин уны һөйәп булһа ла ултыртып ҡуйыр инем, тик йәшәһә генә ине", - тиер ине. Ҡәртнәйем Ҡәләмфер ауырыраҡ холоҡло булһа ла, улар бер ваҡытта ла һүҙгә килешмәнеләр, бер-береһен хөрмәт иттеләр. Ул да әсәйемә ҙур таяныс булды: әсәйем эштә ваҡытта балаларҙы, донъяны ҡарап, тәрбиәләп ултырҙы.
Әсәйем үҙ эшенә лә, беҙгә, балаларына ла, үтә талапсан булды. Беҙҙе тик яҡшылыҡҡа өйрәтте. "Намыҫлы, тәртипле булығыҙ. Әҙәпле, матур булып йөрөгөҙ. Булғанына шөкөр итегеҙ, ҡәнәғәт була белегеҙ. Бер ваҡытта ла алдашмағыҙ. Кешенең энәһенә лә теймәгеҙ", - тиер ине. Үҙе лә булғанына шөкөр итеп йәшәне, алдашыуҙы белмәне һәм яратманы. Тура һүҙле булды, кеше артынан һөйләмәне, хәйләләүҙе бөтөнләй белмәне. Кешенең ғәйебе булһа, күҙенә тура ҡарап әйтер ине. Әйткән һүҙенә тоғро булды, һис шикһеҙ үтәр ине. Беҙҙе генә түгел, күрше-күләнде лә ҡайғыртып йәшәне. Бала саҡта хәтерләйем, ауылда күптәрҙең кәрәк-ярағы, мунсаһы булманы, күп ғаиләләр ауырлыҡ менән көн күрҙеләр. Әсәйем булғаны менән бүлеште. Мәҫәлән, мунса яҡһаҡ, күршеләрҙе лә саҡыра, яғырға ла биреп тора ине. Хужалыҡ әйберҙәрен дә йәлләмәне, биреп торҙо, ярҙам итте.
Әсәйем ҡул эштәренә, аш-һыуға, тегенергә бик оҫта ине. Ул сиккән, селтәрләп бәйләгән тәҙрә ҡорғандары, япмалар өйҙөң йәме булып торҙо. Бөхтәлекте яратты һәм беҙҙән дә талап итте. Бөтәбеҙгә лә кейемдәрҙе, күлдәктәрҙе үҙе текте, хатта ҡустыларыма ололарҙың иҫке пальтоларынан яғалар ҡуйып, ҡышҡы пальтолар тегеп кейҙергәйне (ул ваҡытта магазиндарҙа бындай әйберҙәр әллә ни булмай торғайны). Нисек өлгөргәндер инде, күрше әбейҙәргә, ауыл ҡыҙҙарына ла тегеп бирә торғайны. Үҙе был донъянан киткәнсе, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, туғандарын йылы ойоҡбаштар менән тәьмин итте. Иренмәйсә посылкалар һалды. Шулай бөтәбеҙҙе лә ҡайғыртып йәшәне.
Әсәйемдең бешергән икмәктәре, күмәстәре, шәңгәләре, печеньелары оноторлоҡ түгел, иҫкә генә алаһы ҡалды. Ниндәй тылсымлы булған уның ҡулдары, тип аптырайым.
Әлбиттә, әсәйемдең төп байлығы - уның балалары. Атайым менән улар 8 балаға ғүмер биргән - 6 малай һәм 2 ҡыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ҡыҙҙары сабый саҡта ауырып үлеп ҡалған (1946 йылда). Беҙҙе тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарҙылар. Аллаһҡа шөкөр, әлеге көндә иҫән-һаубыҙ. Иң олоһо Марис ағайым 81 йәштә, унан ҡала Ринат - 76, миңә - 74, игеҙәктәребеҙ Салауат менән Жәүҙәткә - 69, Рәзифкә - 65, иң төпсөгөбөҙ Абрикка 60 йәш.
Әсәйемдең 105 йәше мөбәрәк булһын, рухы шат булһын, тыныс ятһын, йәне йәннәттә булһын.
Рәхимә МӨХӨТДИНОВА,
Учалы ауылы.