Яйыҡ
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ғинуар , 10:40

Ҙур өмөттәр бағлайбыҙ

Уральск ауыл биләмәһе йыл һайын урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеүгә нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проектында (ППМИ) ҡатнаша. Ошо ваҡыт арауығында беҙҙең ауыл биләмәһе 10 проектты тормошҡа ашырҙы.

Ҙур өмөттәр бағлайбыҙ
Ҙур өмөттәр бағлайбыҙ

Уральск ауыл биләмәһе йыл һайын урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеүгә нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проектында (ППМИ) ҡатнаша. Ошо ваҡыт арауығында беҙҙең ауыл биләмәһе 10 проектты тормошҡа ашырҙы.

2022 йылда Совет урамындағы скверҙа балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөү инициативаһы тормошҡа ашырылды. Был Уральск ауылы халҡы өсөн күптән көтөлгән ваҡиға булды.

2023 йылда скверҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр дауам итте: сәхнә ҡуйылды, урамдар яҡтыртылды һәм тротуар юлдар төҙөкләндерелде.

2024 йылда брусчатканан юл һалынды, инеү зонаһына асфальт түшәлеп, тамашасылар өсөн урындар тәртипкә килтерелде. «Байрамғол Агрофирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бағыусылыҡ ярҙамында сквер биләмәһе кәртәләнде.

Быйыл, төҙөкләндереүҙең һуңғы этабында, беҙгә сәхнә көмбәҙен ҡуйырға, тамашасылар өсөн эскәмйәләр урынлаштырырға, В.И. Ленин һәйкәлен реконструкцияларға һәм мәҙәниәт йорто яғынан сквер биләмәһен кәртәләргә кәрәк.

Ауылыбыҙҙа тулы ял итеү, аралашыу урыны, өлкәндәр һәм балалар өсөн мәҙәни саралар үткәреү мөмкинлеге барлыҡҡа килеүен теләйбеҙ. Гөл-сәскә түтәлдәре иртә яҙҙан көҙ аҙағына тиклем күҙҙе ҡамаштырасаҡ, ә урамдарҙы яҡтыртыу киске ваҡытта бында хәүефһеҙлекте тәьмин итәсәк. Скверҙы төҙөкләндереү ауылдың төрлө йәштәге кешеләре өсөн уңайлы һәм имен йәшәү шарттары булдырыуға мөмкинлек бирәсәк.

2026 йыл беҙҙең өсөн уңышлы булыр, инициативабыҙ һайлап алыуҙы үтер һәм беҙ проектты тормошҡа ашыра алырбыҙ, тип өмөтләнәбеҙ!

Уральск ауыл биләмәһе.

Автор: Гюзель Латипова
Читайте нас