Яйыҡ
-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ғинуар , 10:40

Беҙҙең һылыуҡайҙарға тиң юҡ!

Футбол тибеп республикала беренсе булды Учалы ҡыҙҙары. Барыһы ла - әсәләр ҙә бит әле!

Беҙҙең һылыуҡайҙарға тиң юҡ!
Беҙҙең һылыуҡайҙарға тиң юҡ!

Учалыбыҙҙың “Элита” тип аталған әсә-футболсылар командаһы Өфөлә “Королевская лига” ярыштарында ҡатнашып, 1-се урын яуланылар. Еңел бирелмәй чемпионлыҡ дәрәжәһе – барлығы 16 команда ҡатнашып, 5 тапҡыр майҙанға сығырға тура килә был тапҡырҙа. Яҡташтарыбыҙ сәмләнеп, бар көстәрен һалып, ярымфиналда быға тиклемге ярыштарҙа үҙҙәре еңелә килгән Өфөнән көслө “Академия футбольных мам” командаһын да тар-мар итәләр. Беренсе голды ла, пенальти барышында хәл иткес голды ла Әлфидә Кирәева индерә  (4 бала әсәһе, Абҙаҡ мәҙәниәт йорто мөдире  һәм уның берҙәм ғаиләһе тураһында былтыр көҙ гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ). Финалда  иһә Иглин районы йыйылма командаһын 2:0 иҫәбе менән еңәләр. Шуныһәа ла ғорурлыҡ уята, Айгөл Ярмөхәмәтова – “Иң яҡшы уйынсы”, Ольга Свиридова – “Иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы” титулдарына лайыҡ була был чемпионатта.

Клуб ике йыл ғына ойошторолған, әммә еңеүҙәре байтаҡ. Мәҫәлән, былтыр йәй Соль-Илецк ҡалаһына барып, Волга буйы федераль округы чемпиондары булып ҡайтҡандар ине. “35-40 градус селлә торҙо, шулай ҙа бирешмәнек!” – тип иҫкә алалар ғорурлыҡ менән.  “Олотау йындары”нда ла призер булдылар.

-Бөтә бағымсыларыбыҙ  – үҙебеҙҙең тормош иптәштәребеҙ. Район йыйылма командаһы булып сығыш яһағас, кемдер күпмелер  спонсорлыҡ ҡылһа ла артыҡ булмаҫ ине! – тиҙәр ҡыҙҙар. –Күнекмәләргә ауылдарҙан да йөрөйҙәр бит, үҙе генә күпме сығым. Иманғол яҡын тиһәң, Абҙаҡтан, Миндәктән дә килеүселәр бар.

Остаздары  - Юрий Азимов, элек “Горняк” футболсылар командаһының тренеры.

Команда составын исем-шәрифтәре менән атау дөрөҫ булыр:  Ольга Свиридова, Гүзәл Баҡиева, Айгөл Ярмөхәмәтова, Әлфидә Кирәева, Юлиә Усманова,  Динара Фәйзуллина, Розалия Туҡтарова, Венера Абыҙбаева, Эльвира Мөхәмәтйәнова, Эльвира Мөхәмәтдинова,  Елена Сәғәҙиева, капитандары – 3-сө мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Айгөл Килмөхәмәтова. Капитан – 3 бала әсәһе, тормош иптәше – МХО яугире. Ғөмүмән, бөтә футболбикәләр ҙә – әсәләр, барыһы ла тиерлек - күп балалы әсәләр . Һәм ниндәй генә өлкәләрҙә эшләмәйҙәр – уҡытыусы, массажсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре, эшҡыуар һәм башҡа. Һәм барыһын да сәләмәт йәшәйешкә, футболға һөйөү берләштерә.

Көсөргәнеш көслө, әлбиттә. Күнекмәләрҙе иҫәпкә алмаған осраҡта ла, әйтәйек, 5-6 сәғәт Өфөгә барырға, 12 минуттан 2 тайм уйнарға (бындай матчтар бишкә тиклем дә етеүе бер мәсьәлә, ҡайһы саҡ бер уйындан һуң ял  итмәйенсә икенсеһенә сығыр кәрәк бит әле), һуңынан 5-6 сәғәт кирегә юл, өйҙә иһә ғаиләне ҡарау буйынса икһеҙ-сикһеҙ мәшәҡәттәр көтә. Ҡыҫҡаһы, һоҡланмау мөмкин түгел футболбикәләребеҙгә!

 Ошо фекер менән дә уртаҡлашайым.  Ғәиләләренә, яҡындарына, бөтә көйәрмәндәргә ыңғай өлгө күрһәтә улар. Юғиһә, үҫмер саҡта барыбыҙ ҙа дәрт-дарманлы һәм  етеҙ, ә бына йылдар өҫтәлгән һайын физкультура-спорт та түгел, хатта, саф һауаға сығып әйләнеү ҙә  күптәребеҙгә танһыҡ шөғөлгә әйләнә. “Элита” аныҡ иҫбатлай – ғаилә мәшәҡәттәре, төп ваҡыт эшкә бағышланыу  сәләмәт йәшәйеш алып барыуға ашаҡлап үткеһеҙ кәртәгә әйләнмәй! Өҫтәүенә, иманыбыҙ камил, “Элита”лар әсә, ҡатын, хужабикә, хеҙмәткәр бурыстарын да байтаҡ тиңдәштәренә ҡарағанда  яҡшыраҡ башҡаралыр – шыңшып, төшөңкөлөккә бирелеп, үҙ-үҙҙәрен йәлләп ултырырға ваҡыттары ҡалмай бит уларҙың, бар кире хис-кисерештәре лә шеш булып тупланмай, тупҡа тибеү менән йәһәт сығып китеп юҡ булалар. Эйе, бар тиерлек халыҡ кисергән асыҡ йә йәшерен депрессияларға ҡаршы иң эффектлы алым -  саф һауала хәрәкәт, тиҙәр белгестәр. Афарин, ҡыҙҙар!

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас