Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
29 Ғинуар , 04:06

"Si vis pacem, para bellum" - “Тыныслыҡ теләһәң, һуғышҡа әҙерлән”.

Граждандар оборонаһы, техноген һәләкәттәрҙән, терроризмдан, башҡа ғәҙәттән тыш  бәләләрҙән һаҡланыу бөгөнгө көндә айырыуса әһәмиәткә эйә.

"Si vis pacem, para bellum" -  “Тыныслыҡ теләһәң, һуғышҡа әҙерлән”."Si vis pacem, para bellum" -  “Тыныслыҡ теләһәң, һуғышҡа әҙерлән”.
"Si vis pacem, para bellum" - “Тыныслыҡ теләһәң, һуғышҡа әҙерлән”.

Аңлатып торорға ла кәрәкмәҫтер,  граждандар оборонаһы, техноген һәләкәттәрҙән, терроризмдан, башҡа ғәҙәттән тыш  бәләләрҙән һаҡланыу бөгөнгө көндә айырыуса әһәмиәткә эйә.

Район хакимиәтендә  үткән кәңәшмә нәҡ шул һорауҙарға бағышланды. Төп доклад менән район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Алик Сәләхетдинов сығыш яһаны. Райондың социаль-иҡтисади хәле, граждандар оборонаһы торошо тураһында бәйән итте. Потенциаль рәүештә хәүефле объекттар тураһында яҙып тормайыҡ, уларҙың барыһында ла һаҡлыҡ саралары көсәйтелгән тип билдәләү менән сикләнәйек.  Әйткәндәй, районыбыҙҙа бик күп кеше һыйҙырышлы граждандар оборонаһына ҡараған убежищелар иҫәптә тора икән. Бер ваҡыт кәрәге теймәһен тип теләйек, әммә боронғо Рим дәүеренән афоризм актуаль булып ҡала – “Тыныслыҡ теләһәң, һуғышҡа әҙерлән”.

24-се янғын һағы начальнигы Юлай Әитовтың сығышынан күренеүенсә, былтыр төбөгебеҙҙә 170 янғын теркәлгән, күберәген (110 осраҡ) ауыл ерлегенә тура килә. Һан яғынан 2024 йыл менән сағштырғанда һиҙелерлек дәрәжәлә кәмегән, әммә ҡорбандар арта ғына бара – былтыр  4 яҡташыбыҙ ут менән бәйле сәбәптәр арҡаһында үлде, 6 кеше имгәнде.  Сәбәптәр былай ҙа барыһына ла мәғлүм инде – ут менән һаҡһыҙ тотоноу, электр селтәрҙәре, йылытыу системаларында төҙөкһөҙлөк йә уларҙың баштан уҡ ҡағиҙә боҙоп ҡоролоуҙары.  Йәнә бер эс бошорғос күренеш -–сүплектәр төтәп ятыуы. Былтыр районда 26 бындай осраҡ теркәлә. Һәм 11 осрағы Иманғолға тура килә! Тик бына был ауыл халҡын тәртипһеҙлектә ғәйепләргә ашыҡмағыҙ, ултыраҡ ҡалаға, ҡала янындағы биҫтәләргә яҡын урынлашҡас, тап ундағы кешеләр алам-һаламын бында  килтереп ауҙарырға күнеккән.  ....Сүп-сар реформаһы менән күпме ҡаңғырҙыҡ, шулай ҙа, тәҡдим ителгән схемалар буйынса ғына мәсьәләне аҙағынаса хәл итерлек түгел шул!

Дәүләт янғын надзоры бүлеге начальнигы Сергей Чекушкин үҙ өлкәһендәге хәлдәр менән таныштырҙы. Былтыр  301  янғын ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡлайҙар, иң аянысы – 239 осраҡ бынан алда бирелгән күрһәтмәләрҙе үтәмәүгә бәйле.  Ҡәҙимге кеше күҙлегенән ҡарағанда, тейешле документация алып барылмау әллә ни ҙур хилафлыҡ булып тойолмаһа, күрһәтмәләрҙең төп өлөшө ысынында ла әһәмиәтле, енәйәтсел вайымһыҙлыҡҡа бәйле – сигнализация системаһы эшләмәү, эвакуация юлдары ҡапланыу һәм башҡа.

“Ирекле янғын командаһы” эшмәкәрлеге тураһында күп яҙҙыҡ, иш янына ҡуш булды был учреждение, былтыр, мәҫәлән, 65 янғын һүндереүҙә әүҙем ҡатнашып, ут артабан таралыуына юл ҡуймайҙар.Тик бына уставтарына ярашлы финанс тәьминәт 3 сығанаҡтан ғына башҡарыла.Былтыр 1,4 миллион һум субсидиялар килә, 1,1 миллион һумды үҙҙәре эшләп ала (эшмәкәрлек йүнәлештәренә тура ҡағылған йүнәлештә генә түләүле хеҙмәтләндереү рөхсәт ителә), ә бына граждандарҙың ирекле иғәнәләре 1,3 миллион тәшкил иткән – һуңғы 10 йылда иң насар күрһәткес, тип билдәләне учреждение директоры Фәнис Шахманов.  Әйтәйек, Сәфәр ауыл Советы был бурысты арттырып үтәһә (афарин!), Туңғатар ауыл Советында бер тин дә йыйылмаған, ти.  Район хакимиәте рекомендацияһы буйынса  уртаса иғәнә күләме былай ҙа түбән  - бер йорт хужалығынан ни бары 250 һум! Ошо ғына ла аҡсаны йәлләп (йә йыйыуҙы ойоштормай) янғын именлеге буйынса ышаныслы өҫтәмә гарантияға зыян килтермәйек инде, яҡташтар! Янғындар йыш сығып тора, ваҡытында ауыҙлыҡланмаһалар, 250 һум түгел, нисәмә-нисәмә миллион һумлыҡ зыян, ҡайғы-хәсрәт килә бит!

 Кәңәшмәлә шулай уҡ ҡала ултырағы хакимиәтенең баш белгесе Эмиль Мотаһаров граждандар оборонаһы йәһәтенән доклад яһаны.

Сараның һуңғы өлөшө айырыуса йәнле үтте, сөнки  Белорет медицина колледжының Учалы филиалы белгестәре кешегә кисектергеһеҙ ашығыс ярҙам күрһәтеү алымдары тураһында һүҙ менән генә аңлатманы, муляждарҙа барыһын да эҙмә-эҙлекле итеп күрһәтте.  Кәңәшмәгә йыйылған кешеләр барыһы ла был өлкә менән теге йә был кимәлдә алдан да таныш, әммә уларға ла  айырым аспекттар яңылыҡ булды, хатта, бәхәстәр, дискуссиялар ҙа ҡупҡыланы. Иманыбыҙ камил, был алымдарҙы һәр кеше белергә бурыслы! Бер кемебеҙгә лә, ҡотҡара алыр инем, нисек тотонорға икәнлеген белмәнем шул, тип терһәк тешләргә тура килмәһен...

Автор:Ильфат Янбаев
Читайте нас