Туңғатар ауыл биләмәһе Учалы районында иң ҙурҙарҙан һанала. Уға Иҫке Байрамғол, Ҡарт Муйнаҡ, Туңғатар, Ҡорама, Аҙнаш, Ҡужай, Шәрип, Ялсығол, Балбыҡ ауылдары һәм Комсомольск ауылдары ҡарай.
Халыҡтың тырышып, матур йәшәргә ынтылыуы ҡыуандыра. Ауылдарҙың тышҡы йөҙө лә йылдан-йыл күркәмләнә, йорттар төҙөк, ҡаралған булыуы менән айырылып тора.
Йыл һайын Яңы йыл байрамы алдынан ойошторолған ауылдарҙы биҙәү буйынса конкурста Туңғатар биләмәһе ҙур әүҙемлек күрһәтә. Йорттары алдына ҡарҙан, боҙҙан төрлө һындар эшләп, гирляндалар менән биҙәп, үҙҙәренә һәм килгән ҡунаҡтарға күтәренке кәйеф бүләк итәләр. “Өлгөлө йорт” конкурсында ла әүҙемдәр. Тирә-яҡты таҙартыу, йәшелләндереү буйынса уҙғарылған өмәләргә лә дәррәү сыға халыҡ.
Ошоғаса ауыл Советы биләмәһендәге 10 ауылда 7 проект тормошҡа ашырылды.
2015-2016 йылдарҙа Иҫке Байрамғол ауылының Үҙәк урамы төҙөкләндерелде, асфальт һалынды.
2019-2023 йылдарҙа Ҡорама, Туңғатар, Ҡарт Муйнаҡ, Комсомольск ауылдарында урам яҡтыртҡыстары алмаштырылды.
2024-2025 йылда Балбыҡ, Ялсығол ауылдарында зыярат кәртәләре яңыртылды.
Быйыл Туңғатар ауылы халҡы янғын һүндереү техникаһына тағылма һатып алыу өсөн проектта ҡатнашырға ҡарар итте.
Хакимиәткә конкурс документтарын тултырыуҙа, халыҡтан аҡса йыйыуҙа, эш барышын контролдә тотоуҙа ярҙам итеү өсөн алдынғы ҡарашлы кешеләрҙән торған инициатив төркөм һайланды.
Алмас ҒИЗЗӘТУЛЛИН,
Туңғатар ауылы хакимиәте башлығы.