2026 йылда "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһы сиктәрендә Учалы ауылының Көнсығыш биҫтәһендә йәшәүселәр балалар һәм ололар өсөн заманса спорт майҙансығы төҙөргә ҡарар итте.
Спорт майҙансығы төҙөү кәрәклеге бәхәсһеҙ, сөнки биләмәлә балалар һәм өлкәндәр өсөн ял итеү урыны юҡ. Был проектты тормошҡа ашырыу биҫтә халҡына спорт менән шөғөлләнеү һәм әүҙем ял итеү өсөн заманса һәм хәүефһеҙ арауыҡ булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Яңы спорт майҙансығы хәүефһеҙлек һәм функционаллек талаптарына яуап биргән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ, был юғары кимәлдә күнекмәләр һәм ярыштар үткәрергә мөмкинлек бирер тип өмөтләнәбеҙ.
Проект күп функциялы спорт майҙансығы урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота, ул баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтарын үҙ эсенә аласаҡ. Яҡын-тирәләге биләмәне төҙөкләндереүгә айырыуса иғтибар бүленәсәк. Эскәмйәләр, сүп-сар ташлау өсөн һауыттар һәм яҡтыртҡыстар ҡуйыу планлаштырыла. Был киске ваҡытта ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡ. Шулай уҡ биләмәне йәшелләндереү ҙә күҙ уңында тотола, был майҙансыҡты матурыраҡ һәм экологик яҡтан уңайлыраҡ итәсәк. Был проектты тормошҡа ашырыу Учалы ауылының Көнсығыш биҫтәһендә спорт инфраструктураһын үҫтереүҙә мөһим аҙым буласаҡ һәм халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк.
Беҙ түбәндәге һөҙөмтәләргә өмөтләнәбеҙ:
- ғәмәлдә бындай объекттарҙың барлыҡҡа килеүе балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә үҙ-ара мөнәсәбәтен һәм тәртип мәҙәниәтен нығыта;
- граждандарҙың "Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү" программаһына ышанысы артыуы һәм тағы ла ҡатнашырға теләүе;
- бәлиғ булмаған балаларҙы физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең әүҙем ялы;
- балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең ялын ойоштороу һәм һауыҡтырыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу.
Руслан ЗӘЙНӘКӘЕВ,
Учалы ауылы хакимиәте башлығы.