Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Ғинуар , 13:30

"Ҡуш ҡуллап ризамын"

Ҡуш ҡуллап ризамын – махсус хәрби операция ветерандарына физкультура һәм спорт менән шөғөллнеү өсөн бөтә шарттар булдырыу, агитация һәм пропаганда йәйелдереү бик дөрөҫ, кәрәкле эш.

"Ҡуш ҡуллап ризамын"
"Ҡуш ҡуллап ризамын"

Александр Шумков, физкультура һәм спорт эшмәкәре, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы:
-Бөтә Хәбәрнамә тураһында һөйләп тормайым, кешеләр уны үҙҙәре лә ҡараған йә уҡыған, әммә бер урынынға туҡталғы килә. Ҡуш ҡуллап ризамын – махсус хәрби операция ветерандарына физкультура һәм спорт менән шөғөллнеү өсөн бөтә шарттар булдырыу, агитация һәм пропаганда йәйелдереү бик дөрөҫ, кәрәкле эш. Фәҡәт спорт экстремаль һуғыш шарттарынан һуң кире тыныс тормошҡа яраҡлашып китеүҙә ҙур роль уйнаясаҡ. Рекордтар ҡуйыу, ярыштарҙа еңеү маҡсат түгел! Минең фекергә, спорттағы хәрәкәт, сәм, көсөргәнеш бер яҡтан психофизиология йәһәтенән ыңғай тәьҫир итһә, икенсе яҡтан – спортсыларҙың берҙәм коллективы составында булыу, көйәрмәнлек ҡылыу социализация тәңгәлендә лә ныҡ файҙалы. Формаль булмаған шарттарҙа аралашыу, бер-береңә ярҙам итеү, уртаҡ мәнфәғәт һәм маҡсаттар, команда менән эш итеү – былар барыһы ла ветерандарға ла, тыныс тормош кешеләренә лә берсә мөһим. Кем спорт менән шөғөлләнә – ул бер осраҡта ла яңғыҙ ҡалмай. Һуғыш яралары алып, имгәнеп ҡайтыусылар өсөн физкультура һәм спорт айырыуса кәрәктер. Улар үҙҙәрен инвалид итеп түгел, тиңдәр араһында тиң, саҡ ҡына мөмкинлектәре сикләнгән булһа ла, ғәйрәтле ир итеп тойорға тейеш! Дауалау физкультураһын ғына күҙ уңында тотмайым, әйтәйек, уғатарлыҡ менән кем генә, ниндәй генә йәштә шөғөлләнә башламай!

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас