Руслан Ғиләзетдинов, Учалы районы хакимиәте башлығы:
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе - ул алдағы йылдарға төбәктең үҫеш йүнәлешен билдәләүсе стратегик мөһим документ. Унда беҙҙең алда торған өҫтөнлөктәр, маҡсаттар һәм бурыстар, власть органдары алдында ла, республиканың һәр кешеһе алдында ла аныҡ билдәләнгән. Ә барыбыҙ өсөн дә иң мөһим бурыс - махсус хәрби операцияға ярҙам итеү, яугирҙарыбыҙға ярҙам күрһәтеү буйынса бурыстарҙы хәл итеү. Бының өсөн беҙгә берҙәм булыу кәрәк!
Радий Фәрит улының ғаиләләргә һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә индергән шәхси өлөшөн баһалап бөткөһөҙ. Ул даими рәүештә МХО зонаһына бара, төбәк хәрбиҙәре менән аралаша. Республика райондарына сығып, яугирҙарҙың ҡатындары, әсәләре менән осраша. Проблемалар асыҡланһа, ул уларҙы үҙ контроленә ала.
Республика Башлығы Мөрәжәғәтнамәһендә ҡуйған бурыстарҙы үтәү районыбыҙҙың хәленән килә. Меңәрләгән учалылар ошо йылдар дауамында ысын илһөйәрлек һәм кешелеклелек өлгөһө күрһәтә, яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләй һәм ташый, һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. Был - беҙҙең эшебеҙҙәге өҫтөнлөк һәм беҙ уны дауам итәсәкбеҙ. Һәм, һис шикһеҙ, бөгөн республика Башлығы ҡуйған иҡтисадты, социаль өлкәне нығытыу бурыстарын тормошҡа ашырасаҡбыҙ.