Яйыҡ
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Февраль , 10:55

Еңел генә байырға уйлағандар

Мутлашыусылар, артыҡ көс түкмәй генә, байырға уйлаған алдаҡ юлдарҙы уйлап табып ҡына торалар.  Учалы районы суды банк карталарынан аҡса урлағандары өсөн 24 йәштән 36 йәшкә тиклемге өс ир-атҡа ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Судта билдәләүҙәренсә, 2022-2023 йылдарҙа Учалы ауылында йәшәүсе ир мессенджерҙа дистанцион рәүештә шәхси мәғлүмәттәр алырға һәм Интернет –сайтттарға фишинг һылтанмалар асырға мөмкинлек биргән чат-бот булдыра.

Яҡташыбыҙ ике әшнәһе менән махсус платформаларҙа бергә сәйәхәт итеү тураһында ялған иғландар урынлаштыра. Иғлан менән ҡыҙыҡһынған граждандарға улар зарарлы һылтанмалар ебәрә, шуның арҡылы кешеләрҙең шәхси мәғлүмәттәренә һәм банк иҫәбенә инеү мөмкинлеген ала.

Өҫтәүенә, мутлашыусылар интернетта түләүле һорау алыуҙар үтергә тәҡдим итә. Банк реквизиттары индерелгәндән һуң ҡорбандар аҡсаһыҙ ҡала.

Енәйәтселәр бөтәһе  26 граждандан 450 мең һумдан ашыу аҡса урлай.

Учалы район суды өсөһөндә урлашыуҙа ғәйепле тип тапты һәм дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 3 йыл, 4 йыл һәм 8 йыл да 6 айға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй. Шулай уҡ суд хөкөм ителгәндәрҙе зыян күреүселәргә килтерелгән зыянды ҡапларға бурыслы, тип белдерә Башҡортостан Республикаһы прокуратураһы.

Гәзит уҡыусыларға фишинг нимә икәне тураһында аңлатма биреп китеү урынлы булыр. Фишинг – интернет аша ҡылына торған мутлыҡ төрҙәренең береһе. Уның төп маҡсаты интернет менән файҙаланыусының йәшерен мәғлүмәттәренә – логин, пароль, банк картаһы һәм башҡалар – эйә булыу. Ғәҙәттә, билдәле компаниялар исеменән ялған электрон хаттар ебәрелә. Мәҫәлән, Һаҡлыҡ банкыһы, авито, хөкүмәт хеҙмәттәре сайттары исеменән. Ябай кеше бындай хаттағы мәғлүмәттәрҙең ялған булыуын шундуҡ билдәләй алмай.

Фишинг һөжүменән нисек ҡотолорға?

Интернет менән файҙаланған саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә таянып эш итегеҙ һәм шикле һылтанмаларҙы - ят электрон почтанан килгән һылтанмаларҙы асмағыҙ. Логин һәм паролде, шәхси мәғлүмәттәрҙе сер итеп һаҡлағыҙ. Иғтибар менән сайттың URL-адресын ентекле тикшерегеҙ.

Браузерығыҙҙы даими яңыртып тороғоҙ һәм уны һаҡлау сараларың теүәл үтәгеҙ.

Әлиә ДАУЫТОВА.

Автор: Алия Даутова
Читайте нас