"Булыр илдең улдары"
Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ. Көйгә һалынған килеш беҙҙең төркөмдә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096
Тирә-яҡҡа күҙ атҡас та
Пәйҙә була ғөлләмә:
Ниндәй генә аҫыл заттар
Йәшәй икән янымда!
Фәрит - ыҡсым, Айнур - таҙа,
Зилә - үткер, танышмаҡ.
Мишка - ҡыйыу, Илфат – абай,
Юрғанға ҡарап һуҙа аяҡ.
Ҡушымта:
Булыр илдең улдары
Бер-берен “Батыр!” тиер!
Бөлөр илдең улдары
Бер-берен “Бахыр” тиер!
Бөлөр илдең ҡыҙҙары
Бер-берен “Йәмһеҙ” тиер!
Булыр илдең ҡыҙҙары
Бер-берен “һылыу!” тиер!
Шәһәртке күңелдең генә
Пәйҙә була уйында:
Шул уҡ минең иптәштәрем
Тамам нахаҡ сүрәттә.
Фәрит - тәпәш, Айнур - йыуан,
Зилә – әрһеҙ, бәйләнсек.
Мишка – башһыҙ, Илфат ҡурҡаҡ,
Ҡуяндан да арттыра.
Ҡушымта:
Булыр илдең улдары
Бер-берен “Батыр!” тиер!
Бөлөр илдең улдары
Бер-берен “Бахыр” тиер!
Бөлөр илдең ҡыҙҙары
Бер-берен “Йәмһеҙ” тиер!
Булыр илдең ҡыҙҙары
Бер-берен “һылыу!” тиер!
Һытыҡ күңел, алдашмасы,
Яҡма аҡҡа ҡараны!
Иҫең китер аҫыл заттар
Йәшәй минең янымда!
Фәрит - ыҡсым, Айнур – таҙа,
Зилә - үткер, танышмаҡ.
Мишка -ҡыйыу, Илфат – абай,
Юрғанға ҡарап һуҙа аяҡ.
Ҡушымта:
Булыр илдең улдары
Бер-берен “Батыр!” тиер!
Бөлөр илдең улдары
Бер-берен “Бахыр” тиер!
Бөлөр илдең ҡыҙҙары
Бер-берен “Йәмһеҙ” тиер!
Булыр илдең ҡыҙҙары
Бер-берен “һылыу!” тиер!
Башҡортса ғына әйткәндә,
Ҡарап ал да көҙгөгә,
Тәнҡит ыуы сәсер алдан,
Һәрмәп ҡара артыңды!
Беҙҙең иһә һәр кемебеҙ
Үҙенсә шәп һәм дә матур!
Шуны ла күрә белмәгәс,
Үҙең булаһың бит бахыр!
Ҡушымта:
Булыр илдең улдары
Бер-берен “Батыр!” тиер!
Бөлөр илдең улдары
Бер-берен “Бахыр” тиер!
Бөлөр илдең ҡыҙҙары
Бер-берен “Йәмһеҙ” тиер!
Булыр илдең ҡыҙҙары
Бер-берен “һылыу!” тиер!