Яйыҡ
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль , 14:55

"Һум алтын"

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.

"Һум алтын"
"Һум алтын"

"Һум алтын". Быуыныма бағышланған гимн-мәдхиә

Яһалма Зиһенде башҡортса йырларға өйрәтеүҙе дауам итәбеҙ.  Көйгә һалынған килеш беҙҙең төркөмдә тыңлай алаһығыҙ - https://vk.com/club165174096


Быуын нығытып, йәйеп ҡанат,
Йыйынғанда ғына осорға
Донъя ысҡынды күсәренән
Барыһы ла килде баштүбән.
Төштө өҫтән ҡәтғи фармандар-
Яңыса уйларға, йәшәргә.
Түккән ҡара тир, ғәзиз ҡандарын,
Ата-бабалар һеҙҙең  һис заяға!


Ҡушымта:
Түңкәрелер әле беҙҙең урамда
Перәник тулы ат арбаһы!
Иң ҡараңғы мәл – таңдар еткәндә,
Өмөт юҡ тик шайтан мәғлүндә!
Өмөт юҡ шайтан мәғлүндә!
“Һум алтын?”
“Һум алтын!”
“Һум алтын!!!”
...Сабырлыҡтың төбөндә.

Тураны “Кәкре”, тинеләр бит
Аҡ төҫтәр әйләнде ҡараға.
Өйгә ишек аша түгел шул,
Тәҙрә аша инеп йөрөргә.
Уғры алдында баш эйергә.
Һәр кем үҙен үҙе ҡайғырта,
Көслөнөкө бит хәҙер замана,
Ҡайғы юҡ ҡолап ҡалғанда.

Байтағыбыҙ шул ятып ҡалды
Донъя малы өсөн алышта.
Кемдер ваз кисте, көрәшмәне,
Батып үлде хәмер һаҙына.
Күптәребеҙ иҫән ҡалһа ла,
Тормош, бөгә торғас, һындырҙы.
Бәғзеләр иһә һис тә тартынмай,
Кеше башынан сос атланы...

Ас яланғас ҡатмаһаҡ та беҙ,
Тормош нужаларын һемерҙек.
Нисә сәскә бөрө килеш кенә
Ҡырыҫ елдән тамам һулыны.
Һуғыш, көрсөк, ҡара-вирус,
Пенсия менән алданылар.
Ниндәй яуыз яһил сихырсың
Ҡәһәрләгән беҙҙең быуынды?



[Chorus] [bridge]
Түңңкәрелер әле беҙҙең уурамда
Перәник тулы ат арбаһы!
Иң ҡараңғы мәл – таңдар еткәндә,
Өмәт юҡ тик шайтан мәғлүндә!
Өмәт юҡ шайтан мәғлүндә!
“Һум алтын?”
“Һум алтын!”
“Һум алтын!!!”
...Сабырлыҡтың төбөндә

Автор: Ильфат Янбаев
Читайте нас