Яйыҡ
+24 °С
Дождь
Новости
10 Февраля , 09:45

Әбйәлил ҡыҙы МХО-ла

Әбйәлил районының Айыуһаҙы ауылынан ике бала әсәһе Роза Алтынбаева үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә.

Әбйәлил ҡыҙы МХО-лаӘбйәлил ҡыҙы МХО-ла
Әбйәлил ҡыҙы МХО-ла

Ҡатындың ҡыйыу аҙымы тураһында район хакимиәтендә һөйләнеләр. Башта Роза Донецк госпиталендә медицина ротаһында хеҙмәт итә. Хәҙер Авдеевка янында танк ротаһы составында һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡара, унда санинструктор булып хеҙмәт итә. "Ҡатын-ҡыҙҙарҙы фронтҡа ебәрмәйҙәр. Беҙҙең бурыс -  алып килгән яралыларға медицина ярҙамы күрһәтеү. Әлбиттә ярҙам итеүҙән тыш, психолгик яҡтан ныҡлы булыуың да мөһим.  Хәрбиҙәргә ниндәйҙер ниндәйҙер кимәлдә психолог та булырға кәрәк», тип һөйләй Роза.

 

Автор:Алия Даутова
Читайте нас