Яйыҡ
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль , 15:10

Инә бүре үсе Наил МЫРҘАГИЛДИН

  Бөгөн Рәфәғәт ҡәҙимге көнгә ҡарағанда ике сәғәткә иртәрәк торҙо. Кисә күршеһе Биктимер менән сабынын барып ҡарарға ниәтләгәйне. Иртәнсәк малдарын көтөүгә ҡыуған һайын   ауылдаштары, бесәнеңде аттар тапай,  тип әйтәләр. Рәфәғәт төнө буйы шул хаҡта  уйланып  йоҡлай алмай ятты. Быйыл  былай ҙа ямғыр аҙ яуҙы, булған ғына бесәнде аттар тәләфләһә, бесән етмәҫ инде, һатып алырға тура килерме икән, тигән уй башынан сыҡманы.

Рәфәғәт ҡояш тау артынан ҡалҡмаҫ борон иртүк торҙо ла урынын йыйыштырҙы, уның артынса сәй ҡайнатырға  ҡуйҙы. Шул арала тоҡсайына аҙыҡ тултыра башланы. Ҡатыны Әҡлимә йоҡлай ине,  иртән тороп һыйырҙарын һауып көтөүгә ҡыуғас, кире ойоп киткән. Рәфәғәт уны уятып торманы, былай ҙа көнө-төнө өй эштәренән бушамай,  арып бөтә. Етмәһә, ике бәләкәй малай ҙа уның елкәһендә. Тоҡсайына аҙыҡ тултырып бөткәс, ир сәй эсергә ултырҙы, кистән мундир кәртүк бешереп ҡуйған ине, шуны ашап алды. Иртәнге тамаҡты ялғағас, атын егергә сығып китте. Биктимер оҙаҡлап киткәс, уның өйөнә инергә булды. Был мәлдә күршеһе киндер тоҡсайы менән балтаһын тотоп ҡаршы сығып килә ине. Рәфәғәт тиҙ генә ҡапҡаһын асып атын сығарҙы.

Рәфәғәт күптән бүре өңөн табырға хыяллана. Тапһа, уның балаларын ҡалалағы таныштарына һатып, әҙерәк булһа ла үҙенә аҡса эшләр ине. Инде күптәнән бирле эшһеҙ ята ул. Район тирәһендә аҡсалы эш табыуы ауыр, эш күп булһа ла, хаҡын аҙ түләйҙәр. Әсәһе, уға ҡушылып ҡатыны  көн һайын икәүләшеп игәйҙәр. Имеш, әзмәүерҙәй ир ҡорона еткәнһең, типһәң, тимер өҙөрлөк ирһең, һаман ел ҡыуып тик йөрөйһең, эшләргә лә уйламайһың. Рәфәғәттең Себер яҡтарына ла китергә  уйы бар ине. Тик малайҙарын йәлләне, бәләкәй шул улар,  оҙаҡҡа ташлап киткеһе килмәне.

Тиҙҙән улар Алабай исемле этен эйәртеп  Ҡырҡты тауҙары буйына сығып киттеләр. Бөгөн көн аяҙ тора, күк көмбәҙе, төпһөҙ ҙур күл, шикелле, бер болот әҫәре күренмәй. Юлдары ҡуйы, хозур урман аша барҙы. Урман ғына түгел, туғайҙар, болонддар  аша үтте улар. Йәйге тәбиғәт  – серле мөғжизә. Ағастар йәшел яулыҡҡа төрөнгән, туғай-болондар төрлө сәскәләргә күмелеп, балаҫ кеүек йәйрәп ята. Арба тәгәрмәстәре әйләнгән һайын үләндәр,сәскәләр ҡыштырлай, үҙенә хас  серле генә көй сығаралар. Урманда сихри тынлыҡ, саф һауа, ҡоштар һайрай, ҡайҙалыр тумыртҡаның туҡылдаған тауышы ишетелә. Ошондай матур тәбиғәт ҡосағында йөрөүҙән дә рәхәт нәмә бармы икән ул?!

Рәфәғәтте  әле тәжрибәле һунарсы тип булмай, сөнки билетты ул өс ай элек кенә алды. Бер аҙҙан ҡаланан мылтыҡ һатып алып ҡайтты.

Бүре өңөнөң ҡайҙалыр ошо тирәлә, яҡында ғына булыуын күңеле менән һиҙә ине ул.  Бығаса нисек бүрегә һунар итергә кәрәклеге хаҡында  күп китаптар уҡыны. Инә бүренең  14 – 20 көн балалары янында булыуын да, уларҙы имеҙеүен дә белә. Аҙыҡты ата бүре хәстәрләй, ул һунарға таңға, эңер төшкәс сыға. Төш мәлендә ул ял итә.        Рәфәғәттең белеүенсә, инә бүре май аҙағында көсөкләй һәм октябрь айҙарына улар бүре ҡорона инәләр. Көсөктәрҙең күбеһе кәнтәй була. Әгәр ҙә инә бүре ете көсөк тапһа, уның бишәүһе –  кәнтәй, икәүһе генә арлан була. Бүреләр саманан тыш күбәйә башлаһа, инә бүре бер йәки ике көсөк таба. Кәмеһәләр, улар көсөктәрҙе күберәк тыуҙыра. Шулай итеп, тәбиғәт бүре һанын көйләүҙе үҙенең ҡулына ала. Ни тиһәң дә, бөтә  йән эйәләре лә тәбиғәт балалары бит инде.

Көсөктәре үҫкәс, инә менән ата һунарға бергә йөрөй башлайҙар. Улар һунарҙан ҡайтҡас, өңөнә яҡынса  өс йөҙ-дүрт йөҙ метр самаһы ҡала, тауыш биреп олойҙар. Әгәр ҙә көсөктәре  яуап ҡайтара икән, бөтәһе лә яҡшы тигәнде аңлата. Бүренең запас ояһы була. Сабыйҙарына хәүеф янаһа, тиҙ генә шунда  күсерә. Ғәҙәттә, һунарсылар бүренең олоғанын тыңлап ултырып, уның  өңө ҡайһы тирәлә булыуын билдәләй. Бүре үҙенең өңөн йылғаға яҡын ҡора. Быларҙың бөтәһендә Рәфәғәт ауыл ололарынан ишетеп белә ине. Шуға күрә ул бүренең өңөн йылға тирәһендә эҙләне. Өс ай тирәһе шулай хитланып йөрөнө.

Ҡырҡты тауҙары буйына улар тиҙ килеп еттеләр, ике сәғәт тә булмай ҡалды. Атбатҡан тигән аҡланда туҡталып, бер сауҡалыҡ янында аттарын туғарҙылыр ҙа ҡайынға арҡан менән бәйләп ҡуйҙылар. Унан үҙҙәре сабынлыҡтарын ҡарарға китте.

Рәфәғәт менән Биктимерҙең сабынлыҡтары ла йорттары шикелле күрше ине. Эйе, ауыл халҡы дөрөҫ әйткән, сабындарын мал тапаған. Үлән тығыҙ үҫһә лә, йығылып бөткән. Рәфәғәт күршеһенә:

– Бындай хәл булғас, бесәнде тиҙерәк сабып алырға кәрәк, ат тапап бөтмәҫ борон,  – тине. Күршеһе Рәфәғәттең ниәтен йөпләп, баш ҡаҡты.

Һуңынан улар тау буйлап бүре өңөн эҙләп киттеләр. Бүре бер ваҡытта ла үҙе оя ҡормай, икенсе хайуандарҙың, күбеһенсә бурһыҡтың өңөн ҡуллана. Ғәҙәттә, уның өңө таш араһында йәки серек ҡарағаста була, шулай уҡ һаҙлыҡ эргәһендә лә эшләй.

Ауылдың аҡһаҡалы Солтан ҡарт күптән Рәфәғәткә Атбатҡан тирәһендә бүре өңө барлығын әйтә ине. Ике күрше шул яҡҡа йүнәлде.

Бер аҙ йөрөй торғас, улар бүре ояһына килеп сыҡты. Ҙур таш аҫтында  өң күренде, тирә-яҡта төрлө хайуандарҙың һөйәктәре, тиреләре туҙып ята. Бына  өңдән сыйылдаған тауыштар ишетелде, инә бүре менән ата бүре күренмәй ине. Улар ипләп кенә оя янына барып, Биктимер киндерҙән тегелгән тоҡто сығарып, бүре балаларын шунда һалды. Улар бишәү ине. Рәфәғәт Биктимергә ҡарап:

– Әйҙә берәүһен булһа ла ояла ҡалдырайыҡ, - тине.

– Юҡ, бишәүен дә алайыҡ, аҡсаһы күберәк булыр, - тип яуапланы Биктимер. Рәфәғәт ҡаршы өндәшеп торманы, ризалашты. Ләкин йөрәккәйе ризалашманы, күңеле нимәлер һиҙҙе.

Күршеләр атын ҡалдырған ергә килеп, сәй ҡайнатып эстеләр ҙә, малҡайҙарын егеп, кире ауыл яғына юл тоттолар. Ҡайтып еткәнсе кис төштө. Рәфәғәт атын туғарҙы ла, кәртәһенең артына сығарып, тау битенә тышауланы. Бүре көсөктәрен иһә Биктимер үҙенең өйөнә алып ҡайтып китте. Уның һарайы иркенерәк ине. Рәфәғәт быға ҡаршы сыҡманы.

Биктимер ҡайтҡас, ҡәйнеше Буранбай менән  бер яртыны һуҡты. Ҡәйнеше күрше ауылда йәшәй, еҙнәһенә йомош менән килгән. Араҡы эсеп, йомошон йомошлап бөткәс, өҫтәл артынан торҙолар. Шул арала Биктимер ҡәйнешенә  көсөктәрҙе күрһәтергә булды. Бүре балаларына ҡарап торғас, Буранбай:

– Асыҡҡандар, ашатырға кәрәк, – тине.

– Уларҙы алып ҡайтҡанға шаҡтай ваҡыт үтте бит, асыҡҡандарҙыр инде.

Төшөрөп алған Биктимер:

– Әйҙә, һыйырҙың имсәгенән имеҙәйек, әле һауылмаған, тип әйтмәһенме!

 Шулай итергә булдылар. Буранбай һыйырҙың бер имсәген бүре балаһына ҡаптырып ҡараны. Ләкин ул ҡаршылашты, имсәкте ауыҙынан кире сығарҙы. Бер нисә мәртәбә Биктимер ҡәйнеше менән тырыштырып ҡаранылар, тик ниәттәре килеп сыҡманы. Ахырҙа ҡул һелтәп өйгә инеп киттеләр. 

Иртәгәһенә Рәфәғәттең ҡалалағы таныштары төшкә ҡарай килеп биш көсөктө алып та киттеләр. Аҡсаһын Рәфәғәт менән Биктимер уртаҡ бүлешеп алды. Биктимерҙең ҡатыны быға бик ҡыуанды, ҡәнәғәт булып ҡалды. Тик Рәфәғәттең Әҡлимәһе генә асыуланды:

– Юҡ менән булдығыҙ, башығыҙға бәлә алдығыҙ!

– Ниндәй бәлә булһын, бер нәмә ла булмай ул, – тип өндәште Биктимер.

Өс көн үткәс, Биктимер ҡатынының һөрәнләгән тауышына уянып китте. Сәғәт таңғы алтынсы ярты ине. Ире тиҙ генә салабры менән күлмәген кейҙе лә кәртәгә йүгереп сыҡты. Барып инде лә шаҡ ҡатты –  иң оло һыйыры кәртәнең уртаһында ята, имсәге кимерелеп, ылбырап бөткән. Эргәһендә ҡалған ике һыйыры ла йәнһеҙ ята, муйындары сәйнәлгән, тирә-яҡҡа ҡан сәсрәгән. Кәртәһенең икенсе яртыһында һарыҡтары үлешеп яталар, уларҙың да муйындары кимерелеп,  эсәктәре туҙып ята. Ояһының эсендә лә шул уҡ күренеш, быҙауҙарының ҡарар ере ҡалмаған. Биктимер  нимә уйларға ла белмәне. Ул шунда уҡ күршеһе Рәфәғәткә йүгерҙе. Ҡапҡаһына барып инһә, ул  Әҡлимәһе менән өй тупһаһында аптырап ҡайғырышып ултыра. Биктимер йөҙҙәренән үк аңланы: күршеһенең дә мал-тыуарын бүре ҡырған. Әҡлимә күршеһе түҙмәй илап ебәрҙе:

– Әйттем мин һеҙгә, бәлә килтерәһегеҙ, нимәгә кәрәк булды һеҙгә бүре балалары?

 Шул һүҙҙәрҙән һуң тағы ла нығыраҡ иланы:

– Ниндәй хаҡығыҙ булды һеҙҙең бүре балаларына тейергә?

Бәлә бының менән генә бөтмәне. Инә бүре үҙенең үсен ауыл халҡының мал-тыуарына һәм ҡош-ҡортона төшөрҙө. Ярты ауылдың малын ҡырҙы. Рәфәғәт менән Биктимергә ауыл кешеләре лә нәфрәтен күрһәтте. Урамға сыҡһалар, йә булмаһа магазинға барһалар, ауыл халҡы уларҙы һүкте, ҡарғаны...

Был хәл Рәфәғәткә ныҡ тәҫьир итте. Уның донъяға ҡарашы үҙгәрҙе. Ул тәжрибәле һунарсылар бүре балаһын алғас та тура өйгә  түгел, ә юл яҙлыҡтырап, икенсе ауыл аша йәки йылғаға төшөп, һыу буйлап ҡайтыуын белмәй ине. Был бүрене яҙлыҡтырыр өсөн эшләнә. Рәфәғәт бүре лә  кеше һымаҡ тәбиғәт балаһы булыуын аңланы. Бүре көсөктәренең дә йәшәргә хаҡы бар. Йән йәнлектәр өсөн дә ҡәҙерле. Уларға тейергә хаҡы юҡ ине. Шул яуызлығы, аңһыҙ ҡылығы өсөн Рәфәғәт менән Биктимер генә түгел - ярты ауыл халҡы яуап бирҙе.

Рәфәғәт башҡаса һунар итмәҫкә үҙенә ант итте. Тәбиғәтте еңеп булмай.

Наил МЫРҘАГИЛДИН.

Автор: Алия Даутова
Читайте нас