Яйыҡ
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль , 16:15

Беҙҙең бурыс – һеҙгә иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеү.

Радий Хәбиров  махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнур Иглеков, Евгений Волков, Рәмил Ғәләүетдинов, Дмитрий Заварихин, Владислав Мальцевтың ғаиләләре менән осрашты. Республика етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындарының ысын күңелдән ҡайғыһын уртаҡлашты, уларға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Беҙҙең бурыс – һеҙгә иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеү.
Беҙҙең бурыс – һеҙгә иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеү.

 

-Егеттәр ысын геройҙар, улар үҙ бурысын аҙағына тиклем үтәй. Улар менән ғорурлана алаһығыҙ. Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ һәм һеҙҙең менән бергә ҡайғырабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Беҙҙең бурыс – һеҙгә иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтеү. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һаулығығыҙ тураһында уйлағыҙ, күптәрегеҙгә ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерергә ярҙам итергә кәрәк. Һәләк булған батырҙарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү - муниципалитет башлыҡтарының төп бурысы, - тине ул.

Яугирҙарҙың яҡындары Радий Хәбировҡа хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә иғтибар күрһәтеүе һәм проблемаларын хәл итеүҙә шәхсән ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Республикала хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләһе ағзаларына бик күп ярҙам саралары ғәмәлдә булыуын әйтте.

Автор: Алия Даутова
Читайте нас