Радий Хәбиров артабан хирургия корпусын төҙөү барышы менән танышты. Бында быйыл төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамлау планлаштырыла. Әле объектта биҙәү һәм эске сантехник эштәр бара. Иҫке хирургия корпусына 60 йыл самаһы барҙыр. Яңыһын 2019 йылда төҙөй башланылар, әммә проблема артынан проблемаһы сығып ҡына торҙо: беренсе подрядсының банкротлығы, пандемия, төҙөлөш хаҡының ҡиммәтләнеүе. 2021 йылда республика төҙөлөшкә һәм яңы ҡорамалдарға 500 миллион һум аҡса бүлгән.
Проектҡа ярашлы, 5 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы өс ҡатлы бинала операция блогы, реанимация бүлексәһе, 24 койка-урынға иҫәпләнгән палаталар, тәүлегенә 70 кешегә иҫәпләнгән травмпункт, экспресс-лаборатория, шулай уҡ ҡабул итеү һәм тәүлегенә 150 кешегә иҫәпләнгән диагностика бүлексәһе урынлашасаҡ.
-Хәҙер мәсьәлә төҙөлөштөң әҙерлегендә түгел, ә эске яғын эшләү өсөн аҡса булыуында. Ахырҙа объектты сафҡа индереүҙе тиҙләтеү өсөн тағы ла кәңәшмәләр циклын башлайбыҙ. Шунда инде был объектты ҡасан тапшырырға кәрәклегендә хәл итәсәкбеҙ, - тине ул.