

Кисә кис Белорет-Учалы-Мейәс юлының 130-сы километрында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы булған. «Део Матиз» һәм «Лада Гранта» автомобилдәре бәрелешкән. Беренсе машинаға иң нығы эләгә: ике йәшлек ҡыҙ урында һәләк булған, әсәне 9, 7 һәм 5 йәшлек балалары менән ашығыс ярҙам машинаһында алып киткәндәр. Фажиғә урынына ЮХХДИ, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Тикшереү бара, фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
Табиптар зыян күргән әсәнең һәм ике баланың хәлен ауыр тип баһалай, тағы бер бала уртаса ауырлыҡта йәрәхәттәр алған. Зыян күреүселәргә ярҙамға санитар авиация һәм Белорет үҙәк район клиникаһынан травматолог менән хирург килде.
6 февраль ошо уҡ Учалы - Белорет - Миәс автомобиль юлының 95-се саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгәйне. Иртәнге унынысылар тирәһендә Toyota һәм Datsun маркалы автомобилдәр бәрелешә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә беренсе автомобилдең 33 йәшлек водителе һәләк булған.
Ваҡиға урынында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Водителдәр! Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмағыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ! Әлеге мәлдә һауа торошо тотороҡһоҙ: ҡар яуа, буран сыға, юлдарҙа боҙлауыҡ, томан. Юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Ә инде тотош ғаиләгеҙҙе, балаларығыҙҙы алып китеп барһағыҙ, икеләтә иғтибарлы булығыҙ!
Әлиә ДАУЫТОВА.