Яйыҡ
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль , 15:55

Учалыла балалар поликлиникаһы асылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәре Учалыла яңы балалар поликлиникаһын ҡарауҙан башланды. Бында 14 мең балаға сифатлы медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәк.

Учалыла балалар поликлиникаһы асылды
Учалыла балалар поликлиникаһы асылды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәре Учалыла яңы балалар поликлиникаһын ҡарауҙан башланды. Был бина «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Поликлиника көнөнә 200 кеше ҡабул итә ала. Был күптән көтөлгән объект. Майҙаны 3 мең квадрат метрҙан ашыу булған ике ҡатлы бинала 12 педиатрия участкаһы, тар белгестәр кабинеты, массаж, ультратауыш тикшереү, рентгенология кабинеты, шулай уҡ иркен регистратура, гардероб, әсә һәм бала бүлмәһе урынлашҡан. Бер нисә инеү урыны бар, лифт эшләй.

Учалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Йосопов яңы балалар поликлиникаһы ысын балалар сәләмәтлеге үҙәгенә әйләнәсәге хаҡында һөйләне. Бында 14 мең балаға сифатлы медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәк.

Яңы медицина учреждениеһында пациенттарҙың уңайлылығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн барыһы ла эшләнгән – һәр кабинет заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Кескәй пациенттарға оператив тикшереү үтеү һәм кәрәкле диагностика алыу мөмкинлеге бар. Объекттың хаҡы 673 миллион һум тәшкил итә.

Радий Хәбиров УЗИ, офтальмолог, хирург, педиатр, рентген–кабинет, регистратураны ҡараны, шулай уҡ коллектив менән аралашты. Табиптар билдәләүенсә, яңы поликлиника медицина ярҙамының сифатын күтәрергә һәм табиптарҙың һөнәри оҫталығын киңәйтергә ҙур мөмкинлек бирәсәк. Йәш әсәйҙәр Радий Хәбировҡа яңы поликлиника өсөн рәхмәт белдерҙе.

-Ысынын әйтәм, миңә бик оҡшай. Был программа сиктәрендә эшләнгән эштәр мөһим, сөнки бында беҙ стеналарҙы ғына күрмәйбеҙ, ә яҡшы ҡорамалдар барлығына ла шаһитбыҙ. Шуныһы ҡыуандыра, штат тулы, табиптар ҙа, педиатрҙар ҙа бар.  Әле бына телемедицина мөмкинлектәрен тикшерҙек. Тар белгестәрҙе һәр поликлиникаға ултыртып булмай, юғары квалификациялы табиптарҙың ярҙамын алыу өсөн беҙгә телемедицинаны үҫтерергә кәрәк. Поликлиника урынлашҡан микрорайон уңайлы, күптән түгел бында яңы полилингваль мәктәпте сафҡа индерҙек. Учалыла хирургия корпусы буйынса бурысыбыҙ бар. Беҙ уны ла төҙөйәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров “Башинформ” мәғлүмәте агентлығы хәбәрсеһенә.

Учалыла балалар поликлиникаһы асылды
Учалыла балалар поликлиникаһы асылды
Учалыла балалар поликлиникаһы асылды
Автор: Алия Даутова
Читайте нас