Яйыҡ
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль , 11:40

Юл фажиғәһендә имгәнгән йөклө ҡатын Өфөгә килтерелгән

Учалы районында юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән йөклө ҡатын Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлегендә дауалана. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе.

Юл фажиғәһендә имгәнгән йөклө ҡатын Өфөгә килтерелгән
Юл фажиғәһендә имгәнгән йөклө ҡатын Өфөгә килтерелгән

«Иртәнсәк ике малайҙың хәле тотороҡло ауыр тип баһалана, улар реанимацияла ята. Тағы бер бала — травматология бүлегендә, хәле уртаса ауырлыҡта. Әсәләренең хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана», — тип хәбәр итте министр.

Авария 10 февралдә кисен Белорет-Учалы-Мейәс трассаһында булған. «Лада Гранта» менән «Дэу Матиз» бәрелешкән.

«Матиз»да әсә дүрт балаһын алып китеп барған. Ике йәшлек ҡыҙ ваҡиға урынында йәгн биргән. Башҡа балаларға 9, 7 һәм 5 йәш.

Автор: Элина Әхмәтова

"Башинформ"
https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-02-11/yul-fazhi-end-img-ng-n-y-kl-atyn-f-g-kilterelg-n-4573507
Автор: Алия Даутова
Читайте нас