Яйыҡ
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль , 14:25

Атайым кем? (Булған хәл)

Айһылыу был төндө бик оҙаҡ ҡына йоҡоға китә алманы. Башында һаман бер үк уй бөтөрөлдө һәм ул уға шул тиклем яуап табырға ла, әлеге хәлдән сығыу юлын д белмәй ине. Бөгөн ул үҙенең биш йәшлек улы Исламды әсәһенә ял көндәренә ҡунаҡҡа алып килде. Хушлашҡанда сабыйы Айһылыу оҙаҡ йылдар ишетергә ҡурҡҡан һорауҙы бирҙе. -Әсәй, ә минең атайым кем? Балалар баҡсаһында дустарымдың барыһын да аталары килеп ала, ә минеке юҡ. Кем минең атайым? – Улым, әсәйең бик ныҡ ашыға, мин һине иртәнән һуң өләсәйеңдәргә алып барам, шунда һөйләшербеҙ. Килештекме? – тине Айһылыу, күҙ йәштәрен тыйып көс-хәл менән. Ислам башын эйҙе лә, ишек төбөнә ҡаршы алырға сыҡҡан тәрбиәсеһен күреп, уның муйынына һырылды. Биш йәшлек сабыйға атайың шундай, шундай кеше тип алдай алмай бит әсә кеше. Ул әкиәти герой ҙа, космонавт та түгел. Ә ысын дөрөҫлөк үҙәктәргә үтә, янып торған утҡа һала торған. ...Таһир менән танышҡанда Айһылыуға 16 йәш ине, егет кеше унан 10 йәшкә олораҡ. Ҡыҙ уға шашып ғашиҡ булды. Бергәләшеп күпме таң аттырҙылар, уртаҡ серҙәре булды.  

Атайым кем? (Булған хәл)
Атайым кем? (Булған хәл)

Мәктәптә һуңғы ҡыңғырау көндө Айһылыуҙың хәле шәптән түгел ине. Дауахананан уға йығылырлыҡ хәбәр әйтеп ҡайтарҙылар. Нәҡ биш айҙан уның сабыйы донъяға киләсәк. Үҙе лә балалыҡтан сыҡмаған ҡыҙ өсөн был яңылыҡ аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай булды. Дөрөҫ ишетмәгәнмендер тип, гинеколог биргән ҡағыҙҙы әллә нисәмә ҡараны. Әҙер түгел ине быға ҡыҙ бала. Таһирға ла ҡурҡып ҡына әйтте был хәбәрҙе. Уның был хәбәрҙе нисек ҡабул итеүен бер Хоҙай белә.

-Аборт яһат, аҡсаһын бирәм, – тине ул ҡыҙҙың йәшле күҙҙәренә ҡарап. Айһылыуға был һүҙҙәр күҫәк менән килтереп һуҡҡандай булды. Әле оло тормошҡа аяҡ баҫырға ла өлгөрмәгән йәш ҡыҙ бер ҡосаҡ проблемалары менән япа-яңғыҙ тороп ҡалды. Күңел күҙҙәре һуҡыр булған шул ҡыҙҙың. Атылған йондоҙ һымаҡ яҡтырып ҡына алған беренсе мөхәббәте бына шулай тамамланды Айһылыуҙың.

-Бала тыуҙырыу йортонан ҡыҙҙы атай-әсәһе килеп алды. Ни тиклем генә битәрләһәләр ҙә, эт итеп һүкһәләр дә, ғәзиздәрен ауыр ваҡытта яңғыҙы ҡалдырманы улар. Атаһы ал-ял белмәй заводта эшләне, әсәһе Айһылыу юғары уҡыу йортона уҡырға инә алһын тип эшенән китеп бала ҡарау менән мәшғүл булды. Таһирҙы ла башҡаса күрмәне ҡыҙ. Уртаҡ таныштар аша ирҙең икенсе ҡалаға күсенеп китеүен, унда өйләнеүен, бала үҫтереп ятыуҙарын белеп алды. Йәшлек хатаһы өсөн үкенеп, ул мәлдәрҙе башҡаса иҫенә төшөрмәҫкә тип күңел төбөнә бикләп ҡуйҙы. Инженерлыҡҡа уҡып сығып ҙур ойошмала эшләй башланы. Йылдар үтеү менән йөрәк яраһы ла төҙәлде. Улы уның һөйөнөсө лә, дөнъяһына йәм өҫтәүсе лә булды. Хәҙер бына ғәзизенә уның атаһы тураһында дөрөҫөн нисек һөйләргә? Таңға тиклем уйланып, үткәндәрҙе иҫкә алып, һорауына яуап таба алмайса, йоҡоға талды.

...Эшкә һуңға ҡалды Айһылыу, ул арала хисапсы ҡыҙ уға яңы обьект проекты тапшырылыуы, бының өсөн әле генә тәғәйенләнгән яңы урынбаҫар менән осрашырға кәрәклеге тураһында хәбәр итте. Ни өсөндөр аяғы тартманы ҡатындың ул осрашыуға. Урынбаҫар үҙе керҙе Айһылыуҙың эш бүлмәһенә. Ерән сәсле, уртаса буйлы ирҙе күреүгә, һағыҙаҡ кеүек бәйләнсеккә оҡшаған, тип уйлап ҡуйды. Ирҙең проектҡа ярашлы булған барлыҡ талаптарын ҡуйын дәфтәренә теркәп ҡуйҙы.

Ҡалдырыр урын булмағас, Айһылыу улын үҙе менән эшкә алып килгеләне. Теремек, тиктормаҫ малай теге һары сәсле ир-ат менән дә уртаҡ тел тапты. Сәйет иһә малайҙың әсәһенә эйәреп эшкә килеүен түҙемһеҙлек менән көттө. Ул килгән көндө бар дөньяһын онотоп, уның менән уйнаны, хатта бер көндө машинаһына ултыртып, урамдарҙы ла урап килде улар. Айһылыу ҡаршы ла килмәне, үтә асылып аралашманы ла. Сәйет, таш йөрәклелер был ҡатын, тип уйлап ҡуйҙы. 23 февраль байрамы ине ул көндө, ғәҙәттәгесә, Айһылыу эштә улы менән ултыра ине. Юҡ эшен бар итеп, Сәйет тә офисҡа һуғылырға булды. Шул саҡ ҡаршыһына Ислам йүгереп килде лә, “Байрам менән!"– тип Сәйеткә үҙе яһаған һүрәт һуҙҙы. Һүрәттә йәм-йәшел яланда ҡулына бала күтәргән ир-ат һәм ҡатын һурәтләнгән ине. Ислам уларға төртөп күрһәтеп, был мин, был һин, ә быныһы әсәй, тине һөйөнөп. Ир атылып сыҡҡан күҙ йәштәрен йоҙроғо менән һыпырып алды ла, малайҙы арҡаһынан һыйпап һөйҙө. Айһылыуҙың уларға ҡарап йөрәге ҡыҫып ҡуйҙы. Шул көндө Сәйет уларҙы өйҙәренә тиклем оҙата барҙы, ҡатын ирҙе оҙата сыҡҡанда Сәйет күҙҙәрен тултырып уға ҡарап: – Айһылыу, күреп-белеп тораһың, Исламды үҙемдең балам кеүек яратып өлгөрҙөм, – тине йөрәген тотоп. – Бынан өс йыл элек юл һәләкәтендә Ислам йәшендәге улым менән ҡатыным һәләк булды. Мин ул ваҡытта башҡа ҡалала командировкала инем, нисек ҡайтып еткәнемде лә, уларҙы нисек ер ҡуйынына һалыуымды ла томандағы кеүек хәтерләйем. Әйтерһең дә, ул ваҡытта мин йәшәмәнем, ни үле, ни тере түгел инем. Күпме тапҡыр үлем тураһында ла уйланым, апайым был хәлемдән тартып сығарҙы. Нисәмә йыл дауамында психологка йөрөнөм, баштан-аяҡ эшкә сумдым. Шуға мине Исламға бәйләнә тип уйлай күрмә. Рөхсәт итһәң, мин Ислам менән һирәк булһа ла, ваҡытымды үткәрер инем.

Икенсе көндө Исламды балалар баҡсаһына Сәйет оҙата барҙы. Малай ғорурланып иптәштәренә: "Был минең атайым", – тип таныштырҙы. Тора-бара ир Айһылыуҙың күңеленә лә асҡыс таба алды. Ике яралы йөрәк бергә ҡауышып йәшәй башланылар.

Лилиә Ғәйнуллина.

 

Автор: Алия Даутова
Читайте нас